+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
24 Ноябрь 2021, 10:37

Һытҡынан ҡотолоп була

«Үҫмер сағымды ғүмеремдең иң бәхетһеҙ осоро тип һанайым. 8-се класта маңлайыма сыҡҡан биш-алты бөртөк һытҡы туғыҙынсыла бөтә битемде ҡапланы, бер йылдан арҡамды, беләктәремде баҫты. Маңлайҙағы эренле шештәрҙе йәшерер өсөн сәсемде күҙемә хәтлем төшөрөп йөрөй башланым. Үҙемде ныҡ йәмһеҙ һәм кәм тойоп, ҡабырсаҡҡа бикләндем. Киң ғәләм тарайҙы, аҙ һүҙлегә әйләндем, уҡыуҙан башҡа бер нәмәне лә белмәнем. Был минең өсөн оло фажиғә ине. Әсәйем табиптарға, имсе әбейҙәргә йөрөттө. Бер дауа ла, хатта ҡан таҙартыу ҙа ярҙам итмәне. Егерме йәштә һытҡылар юҡҡа сыҡты, әммә йәмһеҙ эҙҙәр ҡалды», – тип һөйләгәйне бер ханым. Битендәге шаҙралар уға матур ғаилә ҡорорға, һөнәрендә уңыш ҡаҙанырға ҡамасауламай, ләкин үҫмер ваҡытында донъялағы иң бәхетһеҙ ҡыҙ булыуын йыш иҫкә төшөрә. Билдәле дерматолог, республика тире-венерология диспансеры табибы Алһыу ХАММАТОВА, был тарихты ишеткәс: «Эйе, тәү ҡарашҡа проблема кеүек күренмәгән биттәге һытҡы кешенең кәйефенә, тотошона ғына түгел, хатта яҙмышына йоғонто яһаған, улай ғына ла түгел, бәхетенән яҙҙырған хәлдәр ҙә бар. Шөкөр, бөгөнгө медицина был сирҙең иң ауыр осрағын да дауаларға өйрәнде», – тине. Алһыу Әнүәр ҡыҙы һытҡы баҫыуҙың сәбәптәре, унан нисек ҡотолоу хаҡында бәйән итә.

Һытҡынан ҡотолоп була
Һытҡынан ҡотолоп була

Һытҡы – тире ауырыуҙары араһында иң таралғаны. Килбәтһеҙ өйрәктән һомғол аҡҡошҡа әйләнеү осорон кисереүсе үҫмерҙәрҙең 10-20 процентының ғына бите тап-таҙа була. Һытҡы ныҡ аҙа икән, күңеле нығынып өлгөрмәгән үҫмер өсөн ҙур уңайһыҙлыҡ килтереп кенә ҡалмай, һыҙланыуҙар тыуҙыра. Битте, арҡаны, күкрәкте ҡыҙғылт-күкшел, көрән шештәр рәүешендә баҫҡан һытҡылар уңалғас та тәрән эҙ, төйөрлө йөйҙәр һала.
Үҫмер битенә һытҡы сығыуҙың төп сәбәбе – организмда барған гормональ үҙгәрештәр, ҡанда енси гормон – андрогендар артыуы. Улар май биҙҙәренең үҫеүенә, тирелә май күп бүленеп сығыуға килтерә. Тиренең һытҡыларға әүәҫлеге нәҫелдән күсеүе лә бар – ата-әсәнең икеһенең дә бите үҫмер сағында һытҡыла булһа, баланың һытҡынан яфаланыу ихтималлығы 50 проценттан ашыу тәшкил итә.
Ни өсөн һытҡылар айырыуса биттә һәм арҡала күп була? Сөнки тармаҡланған эре май биҙҙәре тап шунда урынлашҡан. Улар ҙурайғанда тире күҙәнәктәре киңәйә, ҡупҡан, төләгән тире ҡалдығы һәм бүленеп сыҡҡан май менән тула. Был – бактериялар үрсеүе өсөн бик яҡшы урын. Тире микрофлораһында ул – ҡәҙимге бактерия, ләкин ныҡ үрсегәндә ялҡынһыныу башланып, һытҡылар сыға.
Йыш ҡына үҫмер битендә эре ҡара нөктәләр хасил була, медицина телендә улар асыҡ камедондар тип йөрөтөлә. Бысраҡ тулғанға түгел, тиреләге әсегән май, меланин (тиреләге пигмент) тупланғанға ҡара төҫтә була улар.
Һытҡы тиҙ сығып барған тирене айырыуса тәфсирләп тәрбиәләү зарур. Уны һабын һәм спиртлы лосьондар менән ныҡ киптереү зыянлы. Скрабтарҙы ла бик һаҡ ҡулланырға кәрәк – сөнки улар тирене һыҙырып, ялҡынһыныуға килтереүе мөмкин. Һис ҡасан да һытҡыны һытырға ярамай, ялҡынһынған май биҙе тағы ла нығыраҡ шешеп, эренле, тәрән яраға әйләнеүе бар.
Косметика һәм крем һайлағанда уларҙың нимәнән яһалыуына иғтибар итеү мотлаҡ. Уларға йыш ҡына тирелә ҡара нөктәләр барлыҡҡа килтереүсе, йәғни май биҙҙәре тығылыуын көсәйтеүсе матдәләр ҡушыла. Кисен биттәге косметиканы ентекләп йыуырға, таҙартырға кәрәк.
Һуңғы ваҡытта, дөрөҫ туҡланыу был сирҙе дауалауға йоғонто яһамай, тигән фекер йөрөй. Ләкин ауырыуҙарҙың байтағы шоколад, татлы, майлы, әсе ризыҡтар ашағандан, хәмер эскәндән һуң тиреләре боҙолоуын билдәләй.
Һытҡы сиренең еңел, уртаса, ауыр кимәлдәрен билдәләйҙәр. Дауалауҙың ниндәй булыуы ла шуға бәйле. Ауырыу башланып ҡына тора икән, махсус крем ярҙамында ҡотолорға була. Ләкин һытҡы көсәйеп, бөтә битте баҫҡан, тәндең башҡа урындарына ла сыҡҡан икән, махсус терапия талап ителә. Әлбиттә, уны бары тик табип тәғәйенләй. Һытҡыны дауалауҙың билдәле бер схемаһы бар. Был сирҙән арынам тиһәң, ваҡыт, сабырлыҡ, ныҡышмалыҡ һәм тәртип кәрәк. Дауалау айҙар, хатта йылдар буйы барыуы мөмкин.
Биттәренә һытҡы сығып яфаланыусылар табипҡа мөрәжәғәт итһен, үҙ белдеге менән дауаланмаһын ине. Заманса алымдар ауырыуҙан ҡотолдороп, тирене сәләмәтерәк, шымараҡ итәсәк. Хатта сирҙән һуң тәрән бураҙналай эҙҙәр ҡалғанда ла һис оялып йөрөргә ярамай – алға киткән косметологияның күп төрлө ысулдары йөйҙәрҙең әҫәрен дә ҡалдырмайынса, битегеҙҙе элеккегә ҡарағанда ла матурыраҡ итеү мөмкинлегенә эйә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: