+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
29 Октябрь 2021, 11:49

Ҡартайыу ҡайҙан башлана

Кешеләрҙең олоғайыуы маңлайҙа йылдар һалған йыйырсыҡтан башлана, тиһегеҙме? Юҡ икән шул. «Ҡартайыу аш һеңдереү системаһынан, аныҡлабыраҡ әйтһәк, үткән быуаттың мәшһүр биологы Илья Мечников билдәләүенсә, эсәктәрҙән башлана. Сөнки иммунитет көсөнөң 60 проценты тап эсәктәрҙә һаҡлана», – ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы, Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА. Оло йәштәгеләр айы – октябрь уңайынан тәҡдим ителгән был яҙма һау-сәләмәт булып оҙон ғүмер кисерергә теләгән өләсәй менән олатайҙарға ғына түгел, уларҙың хәстәрлекле ул һәм ҡыҙҙарына ла файҙалы булыр, тигән уйҙабыҙ.

Ҡартайыу ҡайҙан башлана
Ҡартайыу ҡайҙан башлана

Апарыу ғүмер юлы үтеп, ҡартлыҡҡа яҡынлашҡан әҙәм балаһының ағзалары таушалыуы – тәбиғи күренеш. Күҙ осҡорлоғо, ҡолаҡ сослоғо, беләк көсө кәмей, хәтер насарая, фекерләү ҡеүәһе лә, әлбиттә, йәш саҡтағынан күпкә ҡайтыш була бара. Аш һеңдереү ағзаларында шундай уҡ хәл күҙәтелә. Аҙыҡ эшкәртеүсе һуттың әселеге түбәнәйә, ашҡаҙан тышсаһы тигеҙләнә. Унда зыянлы тәьҫирҙән һаҡлаусы лайла аҙ етештерелеүе сәбәпле, гастрит, эрозия, ашҡаҙан йәрәхәте сирҙәре үҫешеүе ихтимал.

Тышсаның һығылмалылығы кәмегәнлектән, ашҡаҙан бәләкәсәйә һәм аҙыҡты ла аҙыраҡ һыйҙыра. Ферменттар эшләп сығарыу һүлпәнәйеү арҡаһында аҙыҡтан В12 витаминын үҙләштереү насарая һәм шуға ла өлкәндәрҙең байтағында аҙ ҡанлылыҡ (анемия) барлыҡҡа килеүсән.

Бик ҙур бурыстар башҡарыусы бауыр ҙа етди үҙгәреш кисерә. Унда үт аҙыраҡ сығарыла башлай. Ризыҡ менән ингән майҙы тарҡатыу өсөн кәрәкле үт наҡыҫланғас, май насар тарҡала, ҡатлам булып тәнгә ултыра.

Үт ҡуйырғанға күрә, уның ҡыуығында таштар хасил була. Һәм табиптар йыш ҡына өлкән йәштәгеләрҙең таш менән тулған үт ҡыуығын операция ярҙамында алып ташларға мәжбүр. Ләкин организмыбыҙҙа бер артыҡ ағза ла юҡ һәм уны алыу икенсе етди проблема тыуҙыра: бауырҙа етештерелгән үт туранан-тура эсәктәргә һарҡып төшә. Шуға күрә үт ҡыуығы алынған кешеләргә артабан эсәк яман шешенән һаҡланып йәшәргә кәрәк.

Йәш барыу менән, ашҡаҙан аҫты биҙендә лә ферменттар кәмерәк етештерелә. Һөҙөмтәлә аҡһым, май һәм углеводтар тарҡалыуы насарайып, аш үҙләштереү боҙола.

Эсәктәр ҙә олоғайыу үҙгәрештәренә дусар. Мәҫәлән, «таҙа мөхит»ле булырға тейеш нәҙек эсәктә бактериялар артыҡ үрсеүе арҡаһында эс ҡабарыуы һәм кешенең ауыртынып йөрөүе, ябығыуы ихтимал. Эсәк туҡымаларының ҡан менән тәьмин ителеше һүлпәнәйеүе һәм йыш ҡына ялҡынһыныуҙарҙан йөйҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шул арҡала ризыҡтан организм өсөн «төҙөлөш материалдары» – аминокислоталар, минералдар, витаминдар, углеводтар, башҡа матдәләрҙе «алыу» ауырлашып, уларҙың етешмәүе ҡартайыуҙы тиҙләтә.

Өлкән йәштәгеләрҙең аҙ хәрәкәтләнеүе, шулай уҡ күп дарыу эсеүе эс ҡатыуға килтереүсән. Әгәр ҙә ул хәл дарыуға бәйле икән, табип менән һөйләшеп, препаратты алмаштырыу зарур.

Быларҙың барыһын да ни өсөн тәфсирләп бәйән итәм? Олоғайыусы кешенең ашҡаҙан-эсәктәре нисек эшләүен белеү туҡланыуҙы тап олпат йәштә талап ителгәнсә көйләргә ярҙам итер, тип уйлайым. Сөнки йәшәү сифаты ла, һаулыҡ та, кәйеф тә нимә ашауыбыҙға ныҡ бәйле бит.

Иң ябай һәм мөһим ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп китәм: аҙ-аҙлап, көнөнә бер нисә тапҡыр (дүрт-биш мәртәбә) ашау мөһим. Өҫтәлдә еңел үҙләштерелеүсе, шул уҡ ваҡытта шифалы ризыҡтар – айыртылған һөттән эшләнгән эремсек, һеңерһеҙ һәм майһыҙ ит, сәтләүек, йәшелсә-емеш булһын. Йәшелсәне – быҡтырыу, емештәрҙе мейестә томалау яҡшыраҡ. Йәшелсә-емеш килешмәй икән, күҙәнәктәргә бай махсус препараттар ҡабул итергә кәрәк. Бутҡаны кискелеккә түгел, иртәнгелеккә әҙерләргә кәңәш итәм. Кискә иһә бешкән йәшелсә һәм һалҡын диңгеҙҙәрҙә йөҙгән майһыҙ аҡ балыҡ – минтай, тәрәс, хек (улар ҡиммәт түгел), тауыҡ ите файҙалы. Сәй тәменә шәкәр түгел, бал, ҡаҡ, мармелад, ҡара емеш, күрәгә һайлағыҙ. Сәйҙе көндөң тәүге яртыһында эсегеҙ, төштән һуң инде кеҫәл, морс, компот йәки шыйыҡ ҡына үлән сәйҙәренә күсегеҙ, тиер инем.

Хәрәкәттең бәрәкәт икәнен дә оноторға түгел: ханымдарға көнөнә – 7000, уҙамандарға 10000 аҙым атлау тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта оҙайлы тормош юлында талсыҡҡан йөрәкте көсөргәнештән, тетрәнеүҙән мөмкин тиклем һаҡларға тырышыу мөһим. Алтын көҙҙәрҙең йәмен йәнгә һеңдереп йәшәр мәлегеҙ әле, өләсәйҙәр, олатайҙар.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: