+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
30 Август 2021, 10:30

«Еп иң нәҙек еренән өҙөлә»

«Коронавирус быуынһыҙ итте», – ковид инфекцияһын үткәргән бик күптәр шулай ти. Ысынлап та, был зәһәр ауырыуҙы уҙғарған бихисап кешеләр быуындары һыҙлауға зарлана, сатанлап ҡалыусылар ҙа бар. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының ревматология үҙәге мөдире, медицина фәндәре кандидаты Гөлшат Флүр ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНА коронавирустың быуындарҙы ни рәүешле зарарлауы һәм нисек итеп өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланыу тураһында һөйләй.

«Еп иң нәҙек еренән өҙөлә»
«Еп иң нәҙек еренән өҙөлә»

– Ковидтан һуң берәүҙәрҙең быуындары әкрен генә һыҙлап йөрөһә, икенселәрҙең иһә, шешеп сығып, тимер менән ҡоршап ҡуйған кеүек, хәрәкәтләнергә ҡамасаулауы ихтимал. Бөтөнләй ҡуҙғала алмайынса, кеше көнөнә ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Был организмға вирустың үтеп инеп, «төпләнеүенә» бәйле булыуы мөмкин. Ғөмүмән, коронавирус ҡына түгел, теләһә ниндәй вируслы инфекцияның быуындарҙа, һөйәктәрҙә, һеңер-тарамыштарҙа ялҡынһыныу тыуҙырыуын, уларҙағы тоташтырыусы туҡымаларҙы зарарлауын билдәләп китергә теләйем.

Ковид сире һәм организмдың уның һөжүменә яуабы аҙаҡҡаса өйрәнелмәгән әле. Был ауырыу ваҡытында аутоиммун реакция барлыҡҡа килә – кешенең үҙ күҙәнәктәренә (уларҙың вирус менән зарарланған булыуы ла ихтимал) ҡаршы антиесемдәр хасил була башлай. Улар, бергә тупланып, эске ағзаларҙың ҡан тамырҙарына ултыра. Был йыш ҡына ревматоидлы артрит, системалы ҡыҙыл сөсө (красная волчанка), полимиозит, системалы васкулит (ҡан тамырҙары ауырыуҙары) кеүек аутоиммун сирҙәр барлыҡҡа килгәндә күҙәтелә. Әле һанап үтелгән ауырыуҙар ковидтан һуң үҫешә икән, улар байтаҡҡа ҡатмарлы үтә һәм ҡәҙимге терапияға ауыр бирелә.

Коронавирус кисергәндән һуң быуындар әкрен генә (йәғни үтә ныҡ борсомайынса) һыҙлап торһа, башҡа төрлө билдәләр булмаһа (шешмәкләнмәһә, ҡыҙармаһа, иртән яҙылып китеү өсөн кәмендә бер сәғәт ваҡыт кәрәкмәһә), ауыртыныу яҡынса өс айҙан бөтөүе мөмкин. Ләкин, нисек кенә булмаһын, был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Һәр осраҡта ла терапевҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, ул иһә ревматолог консультацияһы, дауалау кәрәкме-юҡмы икәнлеген билдәләйәсәк.

–  Быуыны һыҙлаған ҡайһы бер кешеләр, коронавирус кисергәндән һуң ауыртыу бөтөнләй ялмап алды, ти...

– Еп иң нәҙек урындан өҙөлә, тип халыҡ бик дөрөҫ әйтә. Ковид кешенең быға тиклем үк булған бөтә хроник ауырыуҙарын – йөрәк, тын юлдары, башҡа ағзалары сирҙәрен уҙындыра. Быуын ауыртыуынан интегеүселәрҙең һыҙланыуҙары коронавирус уҙғарғандан һуң тағы ла көсәйеүсән. Артроздан яфаланған 60 – 65 йәштән өлкәндәр ауыртыуҙарҙың бигерәк ныҡ артыуы хаҡында һөйләй. Был иһә уларҙың тормош сифатын насарайта, хәрәкәтләнеүҙе сикләй, кәйефте төшөрә. Ошоғаса бер ҙә борсомаған сирҙәр барлыҡҡа килеү осраҡтары ла күп.

– Өҙлөгөүҙәр айырыуса ниндәй ауырыуҙар өсөн ҡурҡыныс?

– Төрлө кимәлдәге өҙлөгөүҙәр бигерәк тә 50 йәштән өлкәндәргә, коронавирусты ауыр кисергәндәргә, хроник сирлеләргә, йөрәк, үпкә ауырыуҙарынан, юғары ҡан баҫымынан,  шәкәр диабетынан, һимереүҙән, аутоиммун сирҙәрҙән яфаланыусыларға, тәмәке тартыу, хәмер эсеү, наркотиктар ҡулланыу кеүек алама ғәҙәттәре булған кешеләргә янай. Шуға күрә улар айырым иғтибар аҫтында булырға, үҙҙәре лә һаулыҡтарын даими хәстәрләп торорға тейеш.

Ковид сире ни тиклем көслөрәк үтһә, ул быуындарҙы шул тиклем нығыраҡ ҡыйрата. Инфекцияның ауыр уҙыуына  юл ҡуймаҫ өсөн, саҡ ҡына тымау тейһә лә, тамаҡ ауыртып торһа ла, аҙ ғына температура күтәрелһә лә, ғөмүмән,  киҙеүҙең бәләкәй генә билдәләрен тойһағыҙ ҙа, табип саҡыртыу һәм үҙҡурсаланыу мөһим. Артабан ни эшләргә кәрәклеген инде табип хәл итер. Һәм, әлбиттә, үҙегеҙҙе, башҡаларҙы һаҡлау өсөн, вакцина эшләү зарур.

– Коронавирус үткәргәндән һуң ауыртҡан быуындар нисек дауалана?

– Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: һис кенә лә үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай. Баш-баштаҡланып, табип тәғәйенләмәгән дарыуҙарҙы эсеп, оло зыян ғына килтереп ҡуйыуығыҙ бар. Был зәһәр инфекцияны уҙғарған кешеләргә күп дарыуҙар, бигерәк һыҙланыуҙы баҫа торғандары, үтә ҙур һаҡлыҡ менән, кире тәьҫирҙәрен иҫәпкә алып тәғәйенләнә. С, Д витаминдары, цинк һәм селен ҡушылған витаминдар эсергә кәңәш ителә. Физик әүҙемлекте яйлап, эҙмә-эҙлекле һәм даими арттыра барыу мөһим. Сама белеп дауалау гимнастикаһы, һулыш күнекмәләре менән шөғөлләнеү, йөҙөү, атлау яҡшы һөҙөмтәләр бирер.

Ковидтан һуң комплекслы реабилитациялау программаларына ингән физиотерапия: магнит менән дауалау, импульслы ток, электрофорез, һауыҡтырыусы массаж, галотерапия, рефлексотерапия һәм башҡа һауыҡтырыу ысулдары файҙалы. Дауалау алымдары төрлө, улар һәр ауырыуға айырым, һаулығының торошон күҙ уңында тотоп билдәләнә.

– Ковидтан һуң быуындар һыҙлағанда традицион булмаған медицина, мәҫәлән, хиджама, һөлөк һалыу, үләндәр ярҙам итәме икән?

– Бәлки, ниндәйҙер осраҡтарҙа был алымдарҙы традицион медицинаға ярҙамсы рәүешендә ҡулланып булалыр. Ләкин уларҙың иҫбатланған тикшеренеүҙәргә нигеҙләнмәүен хәтерҙә тотоғоҙ. Халыҡ медицинаһынан файҙаланырға теләгәндә, мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Быуындарға көс төшөрөп эшләүҙең, ғөмүмән, ҙур физик көсөргәнештең, арыуҙың, стреслы хәлдәрҙең зыянлы икәнен иҫтән сығармағыҙ. Ковид кисергәндән һуң ярты йыл дауамында теләһә ниндәй планлы прививкалар яһатыуҙы кисектереп тороу мөһим.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: