+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
1 Июль 2021, 13:02

Ҡурай еләге

Ҡурай еләгенең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған. Элек, дарыуҙар бик һирәк ҡулланылған замандарҙа, һәр хужалыҡта ҡурай еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Ҡурай еләге Боронғо Грецияла косметикала киң файҙаланылған.

Киптергәненә ҡарағанда, һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы матдәләр бигерәк күп. Уның составында органик кислоталар, шул иҫәптән салицил кислотаһы бар. Шуға ла был еләк һалҡын тейеүгә ҡаршы ҡулланыла, тирҙе ҡыуа, тән температураһын төшөрә.
Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай.
Был еләктәге А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, ундағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен түбәнәйтә.
Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан – веналар киңәйеүҙән яфаланғандарға бигерәк тә шифалы.
Эшкәрткәндә лә был еләктәге файҙалы сифттар юғалмай.
Табиптар бөйөр һәм үт ҡыуығы сирлеләргә ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй, тип киҫәтә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштырыу үҙенсәлегенә эйә, ул ауырыуҙы таш ултырыу, тиҙәр.
Читайте нас: