+19 °С
Облачно
Сихәт
28 Июня 2021, 05:03

Бал - дауа

Бал – дауалау үҙенсәлектәре буйынса мөғжизәле бер хазина. Тәьҫирен көсәйтеү өсөн, уны төрлө өҫтәлмәләр менән ҡулланырға була.Инжирлы бал йөрәк ҡаҡҡанда, бронхиаль астмала, күкрәк ҡыҫҡанда файҙалы.

Бронхит менән ауырығанда, төнгөлөккә 2 балғалаҡ инжирлы бал менән бер стакан ҡайнар һөт эсеп ҡуйыу сихәт бирә.
Йөҙөмлө бал йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, инсульттан һуң, атересклероз, гипертония булғанда, нервы ҡаҡшағанда файҙалы.
Прополислы һәм муйыллы бал – көслө тәбиғи антибиотик. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ябыҡтыра.
Читайте нас