Йәйен айырыуса ҡояшта бешеп яфаланыусылар күп. Тәндең асыҡ өлөшөнә нурҙар самаһыҙ төшһә, тире ҡыҙарып сыға, ҡысыта, «яна», сабырта. Ғәҙәттә, тиренең ҡояшта еңелсә яныуы етди эҙемтәләрһеҙ үтә, был осраҡта махсус дауаланыу талап ителмәй. Бешеп сыҡҡан урындарҙы һалҡын һыуға мансылған сепрәк менән һыуытырға кәрәк. Алоэ һуты һөртөү, һалҡын ҡара сәй менән боҙ киҫәктәрен ҡуйыу килешә, ҡыяр һуты ла файҙалы. Һыуытылған тәнде дымландырыу мотлаҡ – бының өсөн ҡыҙынғандан һуң һөртә торған крем, ҡояшта бешеүгә ҡаршы медицина аэрозолдәре һәйбәт. «Өләсәй дарыуҙары» – ҡатыҡ, ҡаймаҡ, һөт тә ярҙам итер. Уларҙағы протеиндар тәндәге дымды һаҡлай, тиренең яңырыуына булышлыҡ итә.
Ҡояшта ныҡ бешкәндә тире өрөлөп-күпереп сыға, температура күтәрелә – был осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Бәләкәй саҡта ҡояшта ныҡ яныу, ғөмүмән, тиренең ҡат-ҡат бешеүе киләсәктә тире яман шеше барлыҡҡа килеү ихтималлығы менән ҡурҡыныс. Ә тире яман шеше (күп осраҡта – меланома) иң ҡатмарлы рак ауырыуҙарынан һанала, сөнки ул тиҙ үҫешә һәм бик иртә метастазалар бирә.
Һуңғы йылдарҙа, бөтә донъялағы кеүек, илебеҙҙә меланома менән сирләүселәр артты. Бигерәк тә был ауырыуға зәңгәр күҙле, аҡһыл сәсле кешеләр бирешеүсән. Әгәр кешенең йәшәү рәүеше һәм һөнәре ҡояш нуры аҫтында булыу менән бәйле икән, был хәүеф бермә-бер арта. Меланоманы иртә асыҡлау мөһим. Шуға күрә миңдәргә иғтибарлы булырға кәрәк. Миң төҫөн, формаһын үҙгәртһә, ҙурайһа, ҡанай башлаһа, ашығыс рәүештә табипҡа күренегеҙ.
Йәйен тиренең ҡояш нурына үтә һиҙгерлеге сәбәпле барлыҡҡа килеүсе тағы бер сир – фотодерматит. Уға әүәҫһегеҙ икән, тиренең сабыртып сығыуы өсөн ҡояшта саҡ ҡына булыу ҙа етә. Тәндең асыҡ өлөшөнөң ҡыҙарыуы, ялҡынһыныуы, ҡысып, янып тороуы, төләүе, ҡайҙы берҙә тиренең өрөлөп сығыуы – уның төп билдәләре. Уларҙың шунда уҡ түгел, әкренләп барлыҡҡа килеүе ихтимал. Йышыраҡ ҡояшҡа ундай һиҙгерлек аҡ тәнле кешеләрҙә, балаларҙа булыусан.
Фотодерматит барлыҡҡа килеүгә эске ағзаларҙың, эндокрин системаның ауырыуы, ҡайһы бер дарыуҙар йоғонто яһауы мөмкин. Сульфаниламидтар, барбитураттар, аминазин, ҡайҙы бер антибиотиктар һәм йөрәк дарыуҙары, шулай уҡ ялҡынһыныуҙы баҫыусы препараттар, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы дарыуҙар тиренең ҡояшҡа һиҙгерлеген арттыра. Шуға күрә йәйен дарыу эсергә тура килһә, аңлатмаһы менән танышығыҙ – ҡояшҡа һиҙгерлекте көсәйтмәйме икән?
Йәйен ялан үҫемлектәре сәскә атҡан осорҙа уларҙан бүленеп сыҡҡан фурокумарин тигән матдәнең дә фотодерматитҡа килтереүе бар. Үләндән бүленгән ошо матдә тейгән урын ҡояш нуры тәьҫирендә сабыртып сығыуы ихтимал.
Крем, хушбуй, дезодорант, ирен буяуындағы ҡатнашмаларҙың да, килешмәйенсә, һеҙ көн битендә булғандан һуң фотодерматитҡа сәбәп итеүе мөмкин. Бергамот, һары мәтрүшкә, рауза, мисек (мускус), һандал майҙары, укроп, шәфәри һуттары, бор һәм салицил кислоталары ла шундай уҡ йоғонтоға эйә. Татуаж, химик пилинг яһап матурланыусыларҙың да, ҡояшта йөрөһәләр, тиреһе боҙолоуы бар. Шуға күрә был процедураларҙы көҙгә ҡалдырыу хәйерлерәк.
Тән тиреһе матурлығын ҡайғыртыусылар шуны хәтерендә тотһон ине: ультрашәмәхә нурҙар аҫтында артыҡ оҙаҡ һәм ҡат-ҡат булыу (шул иҫәптән солярийҙа) тиренең ҡороуына, ваҡытынан алда ҡартайыуына, тимгелдәр ҡалҡыуына килтерә.