-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
16 Июнь 2021, 15:47

Бәрхәттер бәпес тәне

Баланың тән тиреһен бәләкәйҙән, тәүге көндәре­нән үк, дөрөҫ тәрбиәләү зарур. Сөнки уның матур һәм сәләмәт булыуы өсөн нигеҙ тап шул осорҙан һалына бит.Сабый тиреһе өлкән кеше­некенән бер нисә тапҡыр йоҡараҡ, ул 12 йәштәргә генә нығына. Тир биҙҙәре лә әле өлгөрөп етмәгән була. Бәпес тиреһендә һыу күп, һаҡлаусы ҡатламы юҡ тиерлек һәм инфекцияға, тышҡы тәьҫиргә бирешеп барыусан. Шуға күрә сабыйҙың наҙлы, йомшаҡ тиреһен бик яҡшы­лап тәрбиәләргә кәрәк. Йыуғыс менән саҡ ҡына ышҡыуҙан, йүргәктән, яһалма туҡыманан тегелгән кейемдән тәндең ҡыҙарыуы, ҡысытыуы, ялҡынһыныуы ихтимал. Һеҙгә бала тиреһен тәрбиәләүҙең мөһим ҡағиҙәләре хаҡында һөйләп үтмәксемен.

Бер тапҡыр ҡуйыла
торған бала аҫлығын (подгузниктарҙы) файҙаланыу
Улар яҡшы сифатлы булһа ла, бер аҫлыҡты көндөҙ өс сәғәттән артыҡ тоторға ярамай. Төндә бала йоҡла­ғанда 8 – 10 сәғәткә ҡалдырырға мөмкин. Иҫкеһен систергәс, шунда уҡ яңыһын кейҙермәгеҙ. Тәне 10 – 15 минут тын алһын, был ваҡытта тире ҡоро булырға тейеш. Яңы аҫлыҡ ҡуйыр алдынан баланы йылы ағым һыуҙа йыуындырып алығыҙ.
Баланың кейемен тәрбиәләү
Бәләкәстең кейеме һауа үткәрә торған тәбиғи туҡыманан булырға тейеш. Уның әйберҙәре өлкәндәрҙе­кенән айырым йыуыла. Бәпескә өс ай тулғансы, эске кейемен 90 градус эҫелек­тәге һыуҙа йыуы­ғыҙ, был ҡайна­тыуҙы алмаштыра, ике тапҡыр сайҡатығыҙ. Сабый әй­бере өсөн махсус порошок, һа­бын алығыҙ.

Йыуындырыу
Йылы һыу бәлә­кәсте тынысландыра, тиҙерәк йоҡлап китер­гә булышлыҡ итә. Балаларҙы көн дә, бер үк ваҡытта йыуындырырға кәңәш ителә. Быны ашатыу алдынан эшләү һәй­бәтерәк. Бәпестең температура­һы күтәрелһә, тиреһе эренләп торһа, йыуындырыр­ға ярамай. Ваннаны алдан ентекләп таҙартыу зарур. Баланы йыуын­дырғанда бүлмәләге һауаның 22 – 24 градус, һыуҙың 36 – 37 градус булыуы ҡулай. Хуш еҫле йыуыныу саралары һәм күбек ҡулланмағыҙ. Сабыйығыҙ тәне­нән һабынды йә гелде шунда уҡ сай­ҡа­тып төшөрөргә, тәнен йомшаҡ таҫтамал менән ышҡыма­йынса ғына һөртөргә кәрәк.
Бала косметикаһын (һабын, шампунь, крем) һайлау
Сабыйға өлкән кеше космети­каһы ярамай. Уның тиреһе бик йоҡа, шуға күрә косметиканы һәм тирегә һөртә торған дарыуҙарҙы һаҡ ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, яңы маркалы крем һатып алһағыҙ, башта тәндең бәләкәй генә өлөшөнә һөртөп, һынап ҡарағыҙ: килешерме? Бер ни тиклем ваҡыттан тире ҡыҙа­рып сыҡһа, ундай кремдан, шулай уҡ шампундән, һабындан баш тарты­ғыҙ. Мотлаҡ рәүештә етештереү­сегә, косметик сараға нәмә ҡушылыуына, яраҡлы­лыҡ ваҡытына иғтибар итегеҙ.
Ҡулай температура режимын һаҡлау
Бәләкәс тәүге айҙарҙа йыш тир­ләй, температура көйләү һәләте әле ныҡлап үҫешмәү сәбәпле, тәне тиҙ генә йә ҡыҙып, йә өшөп барыусан. Тирә-яҡ мөхиттә температура үҙгәр­гәндә сабый тиреһе әле йылылыҡты гел бер кимәлдә тота, йәғни тәндең даими температура­һын һаҡлай ал­май. Шуның өсөн бала булған бүл­мәлә һауа температура­һын даи­ми 22 градус тирәһендә тоторға кә­рәк. Тәнгә эҫе ҡабыу зыянлы булған кеүек, һыуытыу ҙа ярамай. Мәҫәлән, эҫенән сабый тиреһе тирләп, йәһәт кенә боҙолоп китергә тора.
Дөрөҫ туҡланыу
Бәпес өсөн иң шифалыһы – күкрәк һөтө. Туҡлыҡлылыҡ ҡиммәте, иммунитетты күтәреү һәм баланың үҙенә психологик йоғонтоһо буйынса уға еткән ризыҡ юҡ. Бәпесте мөмкин тиклем оҙағыраҡ, кәмендә ярты йәшкәсә имеҙергә кәңәш ителә. Сабый ал­лергияға әүәҫ икән, имеҙеүсе әсә өҫтәлендә йомортҡа, һыйыр һөтө, арахис, цитрус, шоколад кеүек аллергия тыуҙырыусы ризыҡтар бул­маҫҡа тейеш.
Ҡояш нурынан һаҡлау
Йәйге осорҙа бәләкәсте ҡояштан ныҡ һаҡлау мөһим. Балаларҙа ҡояш нурынан һаҡланыу системаһы бик оҙаҡ үҫешә. Зыянлы нурҙан һаҡлай торған пигмент бүлеп сығарыусы күҙәнәктәр 2 йәштән һуң ғына һөҙөмтәле эшләй башлай. Шуға тиклем ҡояш нурынан тиренең ҡыҙарып сабыртып сығыуы, таптар барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ҡояшта йөрөүҙе бөтөнләй ты­йырға ла ярамай. Сөнки уның тәьҫи­рендә барлыҡҡа килгән Д витамины һөйәк системаһы үҫешенә булышлыҡ итә. Бынан тыш, ҡояштың бактерия­ларға ҡаршы йоғонтоһо ҡеүәтле, ул иммун системаһын да нығыта. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрҙә тире яман шеше барлыҡҡа килеүе­нең бала саҡта ҡояшта яныу менән бәйле булырға мөмкинлеген дә иҫтән сығарырға ярамай.

Алһыу ХАММАТОВА,
табип-дерматолог.

Читайте нас: