+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
1 Июнь 2021, 10:53

Өҙлөгөүҙәр һәләкәткә илтә

Коронавирус, белеүебеҙсә, үпкәләргә генә түгел, бөтә ағзаларға емергес һөжүм яһай. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы, Өфө ҡалаһы 21-се клиник дауаханаһының гастроэнтерология бүлексәһе мөдире, юғары категориялы гастроэнтеролог Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА мәкерле сирҙең нисек итеп ашҡаҙан-эсәктәрҙе зарарлауы хаҡында бәйән итә. Ул, пандемия ваҡытында туплаған тәжрибәһенән сығып, үҙенең кәңәштәрен еткерә.

Вирус ашҡаҙанға төшә
Пандемия осоронда беҙ шундай күренеш менән осраштыҡ: коронавирус йоҡтороусыларҙа сир йыш ҡына тәүҙә ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуҙан башланды, шунан ғына тын юлына, үпкәләргә күсте. Бындай ауырыуҙарҙың бөтәһенең дә ковидтан башҡа сирҙәре лә булыуын билдәләп китәм. Улар ашҡаҙан ауыртыу, эс ҡабарыу, эс китеү, уҡшыу һәм ҡоҫоу, ныҡ итеп үҙәк көйөү, ауыҙҙан әсе тәм килеү, аппетит юғалыуға зарланды. Тап ошо билдәләр менән башланған саҡта сирҙең ауыр йәки уртаса ауырлыҡта уҙыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Еҫ һиҙмәү, тәм тоймау – коронавирустың киң таралған билдәләре, тип ҡабул ителә. Ләкин тәүҙән үк еҫ һиҙмәүселәр, тәм тоймаусылар иһә инфекцияны, киреһенсә, байтаҡҡа еңелерәк үткәрҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр нигеҙҙә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуға әллә ни иғтибар бирмәйенсә, вирус үпкәләргә үткәс, сир көсәйеп алҡымдарҙан алғас, йәғни яҡынса ике аҙнанан һуң ғына табипҡа мөрәжәғәт итте. Компьютер томографияһы үпкәләрҙең теткеләнеүен асыҡлап, диагноз ҡуйылғанда күптәрҙең инде хәлдәре ҡатмарлашып өлгөрҙө.
Бынан тыш, һауыҡҡан һәм ПЦР анализдарында коронавирус ҡалмаған кешеләрҙең ашҡаҙан-эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре киҫкен көсәйеү осраҡтары бик күп булыуын әйтеп үтер инем.
«Суперинфекция»
Ковид инфекцияһы эсәк микрофлораһын сафтан сығарыуы менән бик хәүефле. Вирус, ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы тышсаһын йоҡартып, уның төҙөлөшөн ҡырҡа үҙгәртеү һәләтенә эйә. Һөҙөмтәлә эсәктәрҙә энә күҙендәй тишектәр хасил була. Ул тишектәр аша төрлө зарарлы бактериялар бик еңел үтеп инә.
Шулай итеп, беҙ уларҙың зәһәр «һөжүм яһап», ҡотороп үҫеүенә – «суперинфекцияға» тап булдыҡ. Бигерәк тә клостридия тигән бактерия һәм кандида бәшмәге арҡаһында барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәр ауырыуҙар һаулығы өсөн ҡурҡыныс. Өҫтәүенә, ҡәҙимге микроорга­низмдарҙың да, иммунитет ныҡ ҡаҡшауын тойоп, «баш күтәреүе» һәм бер төрлөһө генә түгел, бер нисәүһе ҡушылып, йәшен тиҙле­гендә үрсей башлауы сыр­хауҙар хәленең ауырлашыуына килтерҙе.
Ковидты еңеүгә өлгәшкән, әммә ошоноң һымаҡ өҙлөгөү­ҙәргә тарыған, йә хроник сирҙәре көсәйгән кешеләрҙе артабан стационарҙа дауаларға кәрәк. Юғиһә уларҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡаласаҡ.
Коронавирустың бауырға ифрат ҙур зыян килтереүенә айырым туҡталып китергә теләйем. Ковид үткәреүсе һәр икенсе ауырыуҙың анализдарында бауыр ферменттары юғары булыуы асыҡлана. Улар сирҙе ауырыраҡ кисерә. Сөнки иммунитетты көйләүҙә, дошман-вирусты юҡ итеүсе антиесемдәр етештереүҙә ҡатнашыусы ағза­ның сәләмәтлеге үтә мөһим әһәмиәткә эйә.
Бынан тыш, бауырҙың көслө дарыуҙар арҡаһында зарарланыу осраҡтары ла бихисап. Шәф­ҡәтһеҙ инфекциянан дауа­лауҙа ҡеүәтле бер нисә препарат ҡулла­ныла һәм бауыр, уларҙы үҙе аша үткәреп нейтралләштереүсе булараҡ, ярайһы уҡ таушала.
Бигерәк тә пандемия башында үҙ белдеге менән дауаланып, бауырҙарын эштән сығарыусылар күп булды. Сир беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт иткән, ул тәғәйенләгәнде аныҡ үтәгән ауырыуҙарҙың тиҙерәк, уңышлыраҡ һауығыуын билдәләгем килә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: