-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
4 Май 2021, 15:50

Ҡартлыҡ шатлыҡ булһын өсөн

Йәмғиәттең оҙон ғүмерлелеккә йүнәлеш алыуын, асылда, өлкән быуын тураһында ҙурыраҡ хәстәрлек күрергә ынтылыу, йәштәрҙе ололар хаҡында нығыраҡ ҡайғыртырға саҡырыу тип баһаларға кәрәк. Ҡартлыҡ шатлыҡ булһын өсөн, иң беренсе сиратта сәләмәтлек мөһим: күҙең күреп, ҡолағың ишетеп, зиһенең – яҡты, аяҡ-ҡулың һау булыуы – бәхет, тиер өләсәй менән олатайҙар. Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла өлкән быуын сәләмәтлеге мәсьәләләренә иғтибар арта. Медицинаның яңы, әммә әүҙем үҫешеүсе тармағы – өлкән йәштәгеләр өсөн тәғәйен гериатрия ярҙамы мотлаҡ медицина страховкалауы программаһына индерелгән. Даими авторыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы Минһажева шул турала һөйләй.

Гериатрия – медицинаның өлкән йәштәге кешеләр ауырыуҙарын өйрәнеүсе, профилактикалаусы һәм дауалаусы өлкәһе ул. Кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо йылдан-йыл артыу менән ул торған һайын әһәмиәтлерәк була бара. Ни өсөн тигәндә, ҡайһы бер сирҙәр тап өлкән йәштә йышыраҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, Альцгеймер ауырыуы, ҡағиҙә булараҡ, 65-те уҙғандарҙа күберәк асыҡлана. Икенсенән, оло кешеләр бер нисә ауырыуға дусар булғанлыҡтан, бик ентекләп тәғәйенләнгән комплекслы дауаға мохтаж һәм уларҙы дауалау, әйтәйек, урта йәштәгеләрҙе һауыҡтырыуҙан һиҙелерлек айырыла.
Гериатрия хеҙмәтен үҫтереү – Рәсәй Федерацияһында 2025 йылға тиклем өлкән быуын мәнфәғәттәрендә эш итеү стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлеше. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2016 йылдың 29 ғинуарындағы 38н ҡарары (2019 йылдың 20 декабрендә уның яңы редакцияһы ҡабул ителде) менән «гериатрия» йүнәлеше буйынса медицина ярҙамын күрһәтеү тәртибен билдәләгән. Уға ярашлы, оло быуын пациенттары менән гериатрҙар ҙа, участка терапевтары ла, дөйөм практика табиптары ла эшләй.
Башҡортостанда гериатрия хеҙмәте 2016 йылдан башлап әүҙем үҫешә. Республикабыҙҙа 39 гериатрия кабинеты эшләй. Стационар ярҙам күрһәтеүсе бүлексәләре иһә – алтау.
Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса гериатрия ярҙамы, нигеҙҙә, 60 йәште уҙғандарға күрһәтелә. Өләсәй һәм олатайҙар, стационарға билдәләнгән планға ярашлы, гериатрия бүлеге мөдире менән алдан килешеү буйынса ебәрелә. Ул хаҡта гериатр йәки участка табибы хәстәрлек күрә. Стационарға ебәрелеүселәрҙең, башҡа ауырыуҙарынан тыш, ҡартлыҡ астенияһына дусар икәнлеген билдәләү мөһим. Уның төп билдәләре: дөйөм хәлһеҙлек, хәрәкәттәр һүлпәнәйеүе, хәтер һәм анализлау һәләте насарайыу, йыл эсендә 4,5 килограмдан артыҡҡа ябығыу (диетаһыҙ), депрессия, ишетеү, күреү һәләте кәмеү.
Дауаханаға йүнәлтмә стандарт формалағы бланкыға тултырыла, унда медицина ойошмаһының штампы һәм мисәте, табип-гериатрҙың шәхси мисәте һәм ҡултамғаһы, бүлек етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйыла. Йүнәлтмәгә түбәндәге тикшереү һөҙөмтәләре беркетелә: ЭКГ, ҡандың дөйөм клиник, бәүел анализдары, ҡандағы шәкәр күрһәткесе, ВИЧ, сифилис, гепатит анализдары, окулист, отоларинголог, гинеколог (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) консультацияһы, флюорография, төп диагнозды аныҡлаусы башҡа тикшереүҙәр, табип-гериатр һөҙөмтәһе.
Оло йәштәгеләргә шулай уҡ медицина тикшереүҙәре һәм диспансеризация үтеп тороу мөһимлеген аңлатырға кәрәк. Даими рәүештә участка терапевына күренеү, ҡатын-ҡыҙҙарға – гинекологта, ир-атҡа андрологта (урологта) булыу, күрһәтмәләр бар икән – башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Күҙҙәрҙең сәләмәтлеген тикшереү, флюорография яһатыу, ҡан һәм бәүел анализдары тапшырып тороу хаҡында оноторға түгел. Ҡартая килә һөйәктәрҙең тығыҙлығы кәмегәнлектән, ортопед кәңәше лә урынлы булыр.
Мотлаҡ медицина страховкалауы мөмкинлектәрен киң файҙаланып, әсәй һәм атайҙарығыҙҙың, өләсәй һәм олатайҙарығыҙҙың һаулыҡтарын ҡайғыртығыҙ, ғүмерҙәрен оҙонайтырға булышлыҡ итегеҙ, дуҫтарыбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: