– Һөнәри эшмәкәрлегемдең төп йүнәлеше булған колоректаль хирургия йыуан эсәк ауырыуҙарының операция һәм башҡа ысулдар менән дауаланыусы бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, ауырыуҙарымдың өстән бер өлөшө – йыуан эсәктең яман шешенән яфаланыусылар булһа, өстән бере – шештең яман булмаған, әммә етди операция талап иткән төрөнә тарыусылар, ҡалғандары иһә – геморрой кеүек сирҙәрҙән интегеүселәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бөтә донъяла йыуан эсәктең яман шеше онкология ауырыуҙары араһында иң таралғанына әйләнә бара. Был хәл Рәсәйҙәге ҡайһы бер төбәктәрҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла күҙәтелә.
– Уны иртә асыҡлау алымдары хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине?
– Республикала өс йыл инде махсус скрининг программаһы эшләй. Тикшереү сир билдәһен – оло ярауҙа «йәшерен» ҡан барлығын-юҡлығын асыҡлауға йүнәлтелгән. Әлегә ул, бәлки, бөтә төбәгебеҙҙе солғап алмағандыр. Ләкин һаулыҡ һаҡлау ойошмалары был йүнәлештә эш алып бара.
49–50 йәштән һәр кешегә, хафаланырлыҡ сәбәп булмаһа ла, эндоскопия тикшеренеүе – колоноскопия үтергә кәрәк. Бер ниндәй тайпылыштар юҡ икән, артабанғы тикшереүҙе, әйтәйек, биш йылдан уҙырға мөмкин. Әгәр полиптар, бәләкәй аденомалар асыҡлана ҡалһа, уларҙы кесе инвазив алымдар менән алып ташлап, 90 процент осраҡта яман шеш үҫешенә кәртә ҡуйырға мөмкин.
Шундай ҡапма-ҡаршылыҡты билдәләп үткем килә: бер яҡтан, табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итмәү арҡаһында һуң диагноз ҡуйылыу, һөҙөмтәлә сир көсәйгәс килеү осраҡтары бихисап. Икенсе яҡтан, Яндекс системаһын асып ҡараһаҡ, меңдәрсә кешеләрҙең йыуан эсәк, геморрой сирҙәрен нисек дауалау хаҡында эҙләнеүен күрербеҙ – был проблемаға иғтибар ҙур икән, тимәк, ул көнүҙәк. Кешеләр, интернеттан алған мәғлүмәт нигеҙендә үҙҙәренә диагноз ҡуйып, үҙ белдеге менән дауаланырға тырыша. Бының бик күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Сөнки геморрой һымаҡ күренгән сир артында йыш ҡына күпкә ҡатмарлы ауырыу, шул уҡ яман шеш торорға мөмкин.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.