-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
29 Декабрь 2020, 16:58

Сирҙән һуң шәбәйәм тиһәң

Ҡитғалар буйлап ҡырғын булып таралған коронавирус инфекцияһы бөгөн-иртәгә генә китергә ашыҡмай. Һәм был ауыр сирҙе үткәреүселәр яҡшылап һауығыу һәм ныҡлап аяҡҡа баҫыуҙың үтә лә мөһим икәнен белергә тейеш. Ковидтан һуң реабилитация программалары нимәнән ғибәрәт? Уны медицина полисы буйынса ҡайҙа бушлай уҙырға була? Реабилитация үтергә теләүселәргә нимәләр шарт? Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА шул турала һөйләй.

Коронавирусты үткәреүселәрҙә иң йыш осраусы өҙлөгөү – үпкә туҡымаһы фиброзы, кислород һәм углекислый газдың ҡыуыҡсалар (альвеолалар) аша үтеүе ҡатмарлашыуы. Ләкин сир үпкәне генә түгел, бөтә организмды зарарлай. Нервы системаһының ҡыйралыуы арҡаһында күптәрҙең еҫ һиҙеүе юғала, башы ауырта, йоҡоһо ҡаса, хәтере, зиһен эшмәкәрлеге насарая. Күңелгә даими хәүеф тойғоһо инеүе, тәрән төшөнкөлөк солғауы ихтимал. Үпкә, йөрәк, бөйөр һәм ҡан сирҙәренә дусар кешеләрҙә ауырыу байтаҡҡа ҡатмарлы үтә. Уларҙа миокардит, аритмия, инсульт, инфаркт үҫешеүе бар.
Мәкерле сирҙе кисергән һәр кем, уның нисек үтеүенә ҡарамаҫтан, һуңынан һаулығын нығытыуға мохтаж. Инфекцияны ауыр, йәки уртаса ауырлыҡта уҙғарыусыларға иһә мотлаҡ рәүештә комплекслы реабилитация кәрәк.
Реабилитация ни тиклем иртәрәк башланһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Сөнки ауырыуҙан һуң үпкәлә барлыҡҡа килгән фиброз уңалмай.
Реабилитацияның маҡсаты – үпкәлә фиброз барлыҡҡа килеүен, тын етмәүҙән интегеүҙе булдырмау, зарарланған туҡымаларҙың төҙәлеүен, һулыш мускулатураһын тергеҙеүҙе, көс ҡайтыуын һәм эшкә һәләтлелекте яңыртыуҙы тиҙләтеү. Дауалау оҙайлылығын терапевт билдәләй, был көндәргә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә.
Реабилитацияның тәүге осоро интенсив терапия һәм йоғошло сирҙәр (терапия) бүлектәрендә үк уҙғарыла башлай. Ауырыуҙар янына беренсе көндәрҙә үк дауалау физкультураһы инструкторҙары, реабилитологтар килә.
Икенсе осорон иһә эске ағзалар сирҙәренә дусар пациенттар өсөн медицина реабилитацияһы бүлектәрендә уҙырға кәңәш ителә. Өсөнсө осорон көндөҙгө стационарҙа, амбулатор шарттарҙа, шулай уҡ, телемедицина мөмкинлектәрен файҙаланып, өйҙә үтергә була. Ғөмүмән, телемедицина һәм мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк дистанцион шөғөлләнергә кәңәш ителә. Реабилитация дәүләт медицина ойошмаларында Мотлаҡ медицина страховкалауы системаһы буйынса бушлай уҙғарыла.
Өфөләге Республика табип-физкультура диспансеры, «Рәсәй тимер юлдары-Медицина» клиникаһы коронавирусты кисергән кешеләр өсөн махсус реабилитация программаһы тәҡдим итә. Уларҙа дауаланыу өсөн ковид-госпиталдән сыҡҡандан һуң 14 көн карантинда булыу, өс көн элек коронавирусҡа ПЦР анализы биреп, уның кире һөҙөмтә, йәғни сирләмәүегеҙҙе күрһәтеүе шарт. Дауаланыу ваҡытын аныҡлау өсөн уларҙа консультация үтергә кәрәк. Үҙең менән поликлиника терапевының реабилитацияға йүнәлтмәһен, паспорт, медицина полисын алып килеү талап ителә. Ҡулығыҙҙа сирегеҙ хаҡында мәғлүмәт тупланған ҡағыҙ ҙа (дауахананан сыҡҡанда бирелеүсе выписка) булһын.
Белгестәр командаһы һәр кем өсөн сәләмәтлекте тергеҙеүҙең айырым программаһын төҙөй. Уға, ҡағиҙә булараҡ, дауалау гимнастикаһы, респиратор тренажерҙарын ҡулланып, һулыш гимнастикаһы, массаж, психотерапия, физиотерапия, шул иҫәптән ингаляциялар, электро- һәм магнитотерапия һәм башҡа һауыҡтырыу саралары инә.
Республика табип-физкультура диспансерында ковидтан һуң һаулыҡты тергеҙеүгә мохтаждар, шулай уҡ 65-те үткәндәр өсөн дистанцион телеконсультациялар ойошторолған. Дауалау гимнастикаһы буйынса инструктор-методист етәкселегендә, шулай уҡ психолог менән онлайн-дәрестәр уҙғарыла. Телефоны: +7 (3472) 87-70-33. Уның Стәрлетамаҡ ҡалаһында филиалы ла бар (тел. +7 (3473) 4-36-48).
«Рәсәй тимер юлдары-Медицина» клиникаһында дауалау көндөҙгө стационарҙа терапевт, пульмонолог, реабилитолог, кәрәк булғанда психолог күҙәтеүе аҫтында уҙғарыла. Госпитализацияға терапевт һайлап ала. Программаға, юғарыла һанап үтелгән сараларҙан тыш, лаборатор тикшереүҙәр, медикаменттар менән дауалау ҙа ингән. Call-үҙәк телефоны: +7 (347) 292-70-07.
Киләһе йылда коронавирус сирен үткәргәндәрҙе реабилитациялау буйынса медицина ярҙамы күләмен арттырыу, ҡайһы бер дауаханаларҙа был маҡсатта стационар койкалар булдырыу күҙ уңында тотола.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: