0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
1 Декабрь 2020, 13:41

«Тажлы» вирус һәм шәкәр сире

Донъяны баҫҡан COVID-19 вирусы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланыусылар менән бер рәттән шәкәр ауырыуына дусарҙарға айырыуса аяуһыҙлыҡ күрһәтә. «Коронавирус инфекцияһына тарыған шәкәр сирлеләргә үлем ҡурҡынысы 12 тапҡырға ҙурыраҡ янай, улар дауаханаға алты мәртәбә күберәк эләгә. Ковидты хатта ҡырҡты саҡ уҙған диабетиктарға ла еңеү бик ауыр», – тип һөйләй юғары категориялы эндокринолог, медицина фәндәре кандидаты Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы ӘБҮШАХМАНОВА. Коронавирус ни сәбәпле нәҡ уларға һөжүм яһай? Афәттән һаҡланыу өсөн ни эшләргә? Татлы сирҙән дауалау өлкәһендә өс тиҫтәләп йыл тәжрибәгә эйә табиптың кәңәштәре шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә генә түгел, был ҡатмарлы осорҙа сәләмәт ҡалырға теләгән һәр кемгә файҙалы булыр.

– Шәкәр сирле кешеләрҙең инфекцияға, сирҙәргә ҡаршы тороу ҡеүәте ҡәҙимге, йәғни эпидемиологик яҡтан имен осорҙа ла үтә түбән. Мәҫәлән, үксәгә сүп ингәндә сәләмәт кеше, тартып алып, уны шунда уҡ онотһа, беҙҙең ауырыуҙарҙың күбе­һендә сүп урыны аҙып, уңалмаҫ яраға, туҡымалар сереп тарҡалыуына, йыш ҡына үксәһеҙ ҡалыуға килтерә. Үксә ҡырҡыу операцияларының 70 проценты тап «диабет үксәһенә» эшләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матдәләр алмашыныуы боҙолған ауырыуҙары­быҙҙың өҫтәмә сирҙәре лә етерлек. Беренсе сиратта тамыр-капилляр­ҙарҙы ҡыйратыусы коронавируслы пневмонияның күҙ асып йомғансы инсульт йәки инфарктҡа килтереүе ихтимал. Ковид ялмағанда ҡан юлдарында төйөрҙәр барлыҡҡа килеү, цитокин өйөрмәһе (файҙалы матдәләрҙең, «боларып», организмға һөжүм итеүе) уларҙа ундарса тапҡыр яһилыраҡ бара.
Иммунитеты юҡ кимәлдәге ауырыу­ҙарға ажғырып торған вирустан һаҡланыу өсөн ни эшләргә? Иң мөһиме – ҡандағы шәкәрҙе тикшереп тороу ғына түгел, ә тәүлегенә 24 сәғәт дауамында уның үҙе өсөн идеаль кимәлен тәьмин итеү. Ас ҡарынға ул – 6-8, ашағандан һуң ике сәғәт үткәс 9-10 кимәленән артмаҫҡа тейеш. Физик әүҙемлек, саф һауала булыу, һулыш гимнастикаһы мотлаҡ. Көн һайын кәм тигәндә өс-дүрт километр йәйәү үтегеҙ – матдәләр алмашыныу, ҡан йүгереү өсөн был мөһим. Һимеҙлек диагнозы ҡуйылған икән, уның һәр дәрәжәһе өсөн өсәр километр өҫтәгеҙ. Ҡан баҫымы, холестерин кимәлен тикшерергә, ҡан ҡуйырыуын булдырмаҫ өсөн табип ҡушҡан препараттарҙы эсергә онотмағыҙ.
Көн тәртибен күҙәтеү, һигеҙ сәғәт йоҡлау тайпылышһыҙ ҡанунға әйләнһен. Иң яҡшы йоҡо – киске ундан төнгө бергә тиклем. Тыныслыҡҡа көйләнеү өсөн телевизор, телефонды, хатта вайфайҙы һүндерегеҙ. Тик төндә йоҡлағанда ағзаларыбыҙ ял итә, көс йыябыҙ, яңырабыҙ, көндөҙ, хатта бер нәмә эшләмәгән хәлдә лә, шул көстө тотонабыҙ ғына.
Туҡланыу – диабет сирлеләрҙең йәшәү рәүешенең төп өлөшө. Вирус ҡурҡынысы янаған ваҡытта өҫтәле­геҙҙән еңел үҙләшеүсе углеводтар, шәрбәт, зыянлы, һимеҙ тәғәм, мал майы, ҡамыр аштары юҡҡа сыҡһын. Табында аҡһымға, файҙалы микроэ­лементтарға бай сифатлы ит, һөт һыйҙары, йәшелсә-емеш, тупаҫ күҙә­нәкле үҫемлек ризығы урын алһын.
Үҙегеҙҙе стрестан, ҙур бурыстарҙы хәл итеүҙән һаҡлағыҙ – һәр мыҫҡал көс ошо ябай булмаған осорҙо имен-аман уҙғарыу өсөн ҡәҙерле. Эшләйһегеҙ икән, йонсомау маҡсатын ҡуйығыҙ, төш мәлендә ҡояш нуры аҫтында йөрөп керегеҙ.
Шәкәр сирлеләрҙә, коронавирус йоға ҡалһа, тромбоз тиҙ барлыҡҡа килеү хәүефен күҙ уңында тотоп, аяҡ-ҡулдарҙың аҙ ғына һыҙлауына ла, уларҙың төҫө саҡ ҡына үҙгәреүенә лә иғтибар итергә кәңәш бирәм. Был кәңәш атеросклероз, йөрәк сирҙәре менән интегеүселәргә, артыҡ ауыр­лыҡлы кешеләргә лә урынлы. Тулы кәүҙәлеләрҙең, диагноз ҡуйылмаһа ла, нигеҙҙә диабет алдында тороуын билдәләгем килә. Бөгөнгө көндә ҙур килограмдарҙың ғүмер өсөн ҡурҡыныс икәнен иҫтә тотоғоҙ, зинһар.
Татлы ауырыуға дусарҙарға, әлбиттә, халыҡ араһында булыуҙы мөмкин тиклем сикләү зарурлығын әйтеү артыҡтыр, сөнки уларҙың ҡайһы береһен вируслы кеше менән биш минут осрашыу ҙа аяҡтан йығырға мөмкин.
Пандемия мәлендә диабет менән сирләүселәрҙең сәләмәт йәшәү рәүеше ҡағиҙәләрен үтәүе иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә булыуын онот­маһағыҙ ине.
Диабет менән ауырыусыларға COVID-19 пандемияһы ваҡытында
шәкәрҙе яҡшы кимәлдә тотоу,
шәхси һәм торлаҡ гигиенаһы ҡағиҙәләренә, һаҡланыу сараларына икеләтә иғтибар биреү,
1-2 айлыҡ курс менән иң юғары тәүлеклек миҡдарҙа (аңлатмаларҙа күрһәтелә) Д, С витаминдары, Омега-3, цинк препараттары эсеү мөһим.
Урамдан ингән һайын, шулай уҡ кисен танауҙың һәр ҡыуышлығын, тамаҡты бер балғалаҡ тоҙ һәм сода һалынған берәр стакан йылы һыу менән кәмендә берәр минут сайҡатыу мотлаҡ.
Халыҡ сараһы – керән файҙалы. Ҡырғыста ҡырылған бер аш ҡалағы керәнде көнөнә өс тапҡыр – ашағандан һуң ҡабып, артынса мул ғына һыу эсергә кәрәк. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре киҫкенләшкән осорҙа керән ярамай.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: