0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
9 Ноябрь 2020, 16:38

Йөрәктә йөйҙәр ҡалмаһын

Йөрәктә йыйырсыҡтар юҡ, унда йөйҙәр генә ҡала, тигән бер әҙип. Был тап шулай. Донъяның бөтә илдәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үлемгә, инвалидлыҡҡа килтергән төп сир булып тора. Йыл һайын уларҙан Ер шарында 15 миллиондан ашыу кеше вафат була. Был үлемдәрҙең күбеһенә миокард инфаркты сәбәпсе. Инфарктты тәүге минуттарҙан нисек белергә, был ауырыуға ниндәй билдәләр хас, уны дауалау үҙенсәлектәре ниндәй? – мәҡәләлә ошо турала һөйләшербеҙ.

Миокард инфаркты – йөрәкте туҡландырыусы тамырҙарҙа ҡан йөрөшө боҙолоу арҡаһында йөрәк мускулы күҙәнәктәренең бер өлөшө үлеүе ул. Инфарктҡа килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – артерияларға ултырып, уларҙы тарайтҡан холестерин төйөрҙәренең өҙөлөүе һәм шул урында ҡан ойошоп, тамырҙа ҡан ағышын ҡаплауы.
Инфаркттың ғәҙәти билдәһе булып күкрәк ситлегендә тыуған ауыртыу тора. Күкрәк һөйәге тирәһендә ҡыҫып, яндырып алған ауыртыу бөтә күкрәк ситлегенә таралыуы, һул ҡулға, яурынға, муйынға, аҫҡы яңаҡҡа күсеүе ихтимал. Инфаркт ваҡытындағы ауыртыу 1 – 1,5 сәғәттән бер нисә сәғәткә тиклем дауам итә, уны нитроглицерин да баҫмай. Йыш ҡына кешене ҡапыл хәлһеҙлек солғай, һалҡын тир бәреп сыға, тән тиреһе ағарып китә.
Инфаркттың бик һирәк осраҡтарында ауыртыу аҙ ғына булырға йәки бөтөнләй һиҙелмәҫкә лә мөмкин. Ул шулай уҡ ҡайһы берҙә башҡа сир билдәләре аҫтында «йәшеренә». Мәҫәлән, был ауырыуҙың астманы хәтерләткән төрө лә осрай: ул тын быуылыуҙан башлана, артабан үпкә шешенеүе ихтимал. Киҫкен эс ауыртыу, уҡшыу, кикереү, ҡоҫоу менән хирургия бүлегенә килтерелгән ауырыуҙарҙа ла инфаркт асыҡланған осраҡтар бар.
Ул шулай уҡ йөрәк тибеше боҙолоу (йөрәктең йыш, күкрәк ситлегенән атылырҙай йәки, киреһенсә, үтә аҡрын, туҡталырҙай булып тибеүе) рәүешендә лә сағылырға мөмкин. Ауырыуҙың церебраль төрөнә инде һуштан яҙыу, баш әйләнеү, уҡшыу кеүек билдәләр хас.
Бөтөнләй беленмәгән йәки билдәләре аҙ инфарктты асыҡлау бигерәк тә ҡатмарлы, уны йышыраҡ медицина тикшереүҙәре ваҡытында электрокардиография үткәндә генә «тотоп» ҡалалар.
Шулай итеп, инфаркттың сағылышы төрлөсә булыуы мөмкин, һәм ауырыу кеше күп ваҡыт хәлен үҙе баһаларлыҡ торошта түгел. Шуға күрә юғарыла әйтеп үтелгән билдәләрҙең береһе булһа ла беленеү менән кисекмәҫтән медицина ярҙамы кәрәк. Сөнки тап тәүге сәғәттәр хәл иткес.
Дауалауҙы мөмкин тиклем иртәрәк башлау мөһим. Ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарыу ҙа, өҙлөгөүҙәр булмауы ла күп осраҡта шуға бәйле.
«Ашығыс ярҙам» килгәнсе сирлене ятҡырығыҙ йәки уңайлы итеп ултыртығыҙ, тел аҫтына нитроглицерин һалығыҙ һәм, сәйнәп йотһон тип, аспирин ҡаптырығыҙ.
Миокард инфарктына тарыған кешене дауалауҙа иң мөһиме – йөрәктең зыян күргән тамырында ҡан йөрөшөн яйға һалыу. Бының өсөн ҡан төйөрөн иретеүсе махсус препараттар ҡулланалар. Икенсе ысул – хирургик юл. Ул артерияны киңәйтеп, ҡан йөрөшөн тергеҙергә булышлыҡ иткән пружина кеүек стент ҡуйыуҙан ғибәрәт. Артабан яңынан төйөрҙәр барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын кәметеүсе, йөрәктең зарарланған өлөшөн бәләкәйләтеүсе, холестерин кимәлен көйләүсе, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һалыусы дарыуҙар тәғәйенләнә.
Әгәр 15 – 20 йыл элек миокард инфарктынан күптәрҙе инвалид булып ҡалыу көтһә, хәҙер иһә был сиргә дусар булғандар яңы дауалау алымдары, заманса дарыуҙар, сифатлы реабилитация һөҙөмтәһендә хеҙмәткә һәләтлелеген тергеҙеп, әүҙем тормошҡа ҡайта.

Ирина НИКОЛАЕВА,

Республика кардиология үҙәгенең баш табибы,

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, медицина фәндәре кандидаты.

Инфаркттан һаҡланыу өсөн
физик әүҙем булыу, тәмәкенән, алкоголдән баш тартыу, ҡан баҫымы юғары икән, уны көйләү, шәкәр, холестерин кимәлен тикшереп тороу, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу, стрестарҙы тынысыраҡ үткәрергә өйрәнеү мөһим.
Читайте нас: