– Йыл һайын уҙғарылып, йолаға әйләнгән октябрь сараларына, үкенескә күрә, коронавирус пандемияһы үҙгәрештәр индерҙе. Әйтәйек, элеккесә, алдан иғлан итеп, бөтә теләүселәрҙе тикшереү көндәрен ойоштора алмайбыҙ – күмәк ҡабул итеүҙәр ярамай. Ләкин район-ҡала дауаханаларында онкологтар түш һаулығын асыҡларға килгән һәр кемде ҡарап, шик тыуа ҡалһа, артабан тикшереүгә ебәрергә әҙер.
Күптәр, вирус йоҡтороуҙан ҡурҡып, әле поликлиникаға барыуҙы кисектереп килә һәм ҙур хата яһай. Ковид арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылып торған диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәрҙең яңыртылыуын иҫкә төшөрәм һәм табипҡа күренеүҙе һуҙмаҫҡа саҡырам. Сөнки түштәге яман шештәрҙең 40 проценты тап шул тикшереүҙәр ваҡытында табыла. 70 процент осраҡта шештәр әле аҙмағанда – 1-се һәм 2-се стадияла асыҡлана һәм был дауалауҙы уңышлы үткәрергә ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың 30 проценты сир ныҡлап тамыр йәйеп өлгөргәс – 3-сө йәки 4-се стадияларҙа мөрәжәғәт итә.
Ләкин медицинаның ҡеүәтле ҡаҙаныштары, белгестәрҙең юғары квалификацияһы бик ҡатмарлы хәлдәрҙә лә ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу, сирҙе сигендереү мөмкинлеген бирә. Түш яман шешенән дауаланыуҙың ауыр көрәш икәнен, әммә был көрәштән бер ауырыуыбыҙҙың да баш тартмауын, ҡаһарманлыҡ менән алышыуын билдәләйем. Табиптарға, үҙҙәренә сикһеҙ ышаныу һәм йәшәүгә ғәжәйеп оло ынтылыш уларҙы көслө итә. Операция үткәрергә ярамағанда (ә ундай осраҡтар бик һирәк), химия, нурҙар менән дауалау, гормондар киң ҡулланыла. Дөйөм һаулығы ҡаҡшаған өлкән йәштәге өләсәйҙәр өсөн дә ҡулай дауалау алымдары бар бөгөн. Мәҫәлән, былтыр беҙҙә һикһәнде үткән 41 ханым дауа алған.
Ауырыуҙарҙың иң аҙы – 0,6 проценты – 30 йәшкә тиклемге, 7,2 проценты – 40 йәшкә ҡәҙәрге гүзәл зат. Ә иң күбе – 50-69 йәшлек, йәғни ырыуҙан ҡалған осорҙағы ҡатындар. Уларға түштәрен айырыуса йыш тикшереп торорға, төйөрҙәр, тығыҙ урындар булыу-булмауға, башҡа үҙгәрештәргә ҙур иғтибар итергә кәрәк.
Түште һаҡлау, туҡымаларға мөмкин тиклем зыян килтермәү эшебеҙҙә төп өҫтөнлөк булып тора. Ләкин түш алынған хәлдә лә артабан уны тәндең үҙ туҡымалары йәки сифатлы имплант ярҙамында тергеҙергә булышлыҡ итәбеҙ. Был ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошо, тормош сифаты өсөн бик мөһим. Бүлектәге заманса микроскоп үтә нескәлек талап иткән микрохирургик операцияларҙы ла уңышлы үткәреү мөмкинлеген бирә.
Һуңғы йылдарҙа эшебеҙҙең мөһим йүнәлеше – түш яман шеше нәҫелдән күсеү ихтималлығы янаған осраҡтарҙы алдан асыҡлап, сирләү ҡурҡынысын кәметеү сараларын күреү. Нәҫел күҙәнәгендә шундай үҙгәреш кисергән ген бар икән, хәүеф 75 процентҡа арта. Шештең был төрө ҡәҙимге рактан яһиллығы менән айырыла, шуға дауалау алымы ла башҡаса. Яман шеш асыҡланған ханымдарҙан ҡан анализы алып, боҙолған ген бармы-юҡмы икәнен билдәләйбеҙ: ул була ҡалһа, артабан ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре һаулығын тикшереүҙә тоторға кәрәк. Үҙенең генә түгел, нәҫеленең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр ҡатын-ҡыҙға был анализды биреү зарур.
Республикабыҙҙың түш яман шешенә тарыған ауырыуҙарҙың тиҙерәк һауығыуы хаҡында етди хәстәрләүен әйтеп үтергә теләйем. Дауахананан һуң уларға «Йоматау» шифаханаһында реабилитация үтеү мөмкинлеге бирелә. Ике аҙналыҡ курс массаж, йөҙөү, гимнастика, физиотерапия, психолог ярҙамы, ҡымыҙ нигеҙендәге махсус диета, башҡа сирҙәрҙе дауалауҙан ғибәрәт.
Һүҙемде тамамлап, барса ҡатын-ҡыҙҙарҙы был айҙа ғына түгел, һәр даим түштәрҙең сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға өндәйем. Егерме йәштән һуң һәр гүзәл затҡа йыл һайын маммологҡа күренеү, 35–40 йәшкә тиклем йылына бер тапҡыр түш биҙҙәренә ультратауыш тикшереүе үтеү, 35–40 йәштән һуң ике йылға бер маммография яһау, күрем бөткәндән һуң билдәле бер көндә ай һайын көҙгө алдында түштәрҙе тикшереү, бәләкәй генә үҙгәреш һиҙгәндә лә табипҡа барыу – ошо талаптар ҡағиҙәгә әйләнһен ине.