+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
2 Октябрь 2020, 14:36

Һиҙҙермәйенсә, өнһөҙ генә сирләй...

Сабырҙарҙан-сабыр кеше кеүек, шым ғына, өндәшмәй-белдермәй генә сирләй беҙҙең был ағзабыҙ. Тәнебеҙҙе зарарлы матдәләрҙән таҙартыусы һәм һанап бөткөһөҙ башҡа бурыстар башҡарыусы бөйөр ул. Халҡыбыҙ былай ҙа һаулығын ҡайғыртып бармай, шунлыҡтан түҙемле ул ағзаның сафтан сығыуын һиҙмәй ҙә ҡалыусылар байтаҡ. Бөйөр эшмәкәрлеге тамам боҙолғанда Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса ҙур медицина ярҙамы бушлай күрһәтелеүен барыһы ла беләме икән? Даими авторыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА шул турала һөйләй.

Әгәр бөйөр борсомай икән, ул сәләмәт, тип уйлай күптәр. Ысынлап та, был ағза ғәйәт ҙур ныҡлыҡҡа эйә. Тәүге проблемалар ул 70 процентҡа эшлектән сыҡҡас башлана. Ауырыуҙарҙың яҡынса 50 проценты үҙ сире хаҡында реанимацияға ингәс кенә белә. Был саҡта инде уларға бөйөрҙәрҙе алмаштырыусы терапия – гемодиализ талап ителә.
Гемодиализ – бөйөрө боҙолған ауырыуҙың организмын артыҡ шыйыҡлыҡтан һәм зыянлы матдәләрҙән таҙартыусы процедура. Эшмәкәрлеге киҫкен йәки даими боҙолған бөйөр һыуҙы, аҡһым алмашыныуы матдәләрен – мочевина һәм креатининды сығарырға, калий, фосфор кимәлен тотороҡло кимәлдә тоторға һәләтһеҙ. Халыҡта гемодиализ ҡорамалын «яһалма бөйөр» тип тә атайҙар. Ул – бик ҡиммәтле процедура. Хроник бөйөр етмәүсәнлеге менән интегеүсегә уны, ҡағиҙә булараҡ, аҙнаһына өс мәртәбә яһайҙар. Йылына, яҡынса алғанда, был ярҙамдың хаҡы 900 мең һумдан артып китә. Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса, дәүләт программаларына ярашлы, ул тулыһынса бушлай күрһәтелә.
Бөйөр һалҡын тейеү арҡаһында эшлектән сыға, тиеүселәр бар. Ләкин был сир шәкәр диабетынан, юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан, туберкулездан, аутоиммун сирҙәрҙән (ҡыҙыл сөсө, ревматоидлы артрит) һәм башҡа ауырыуҙарҙан да үҫешеүе ихтимал.
Ләкин гемодиализ ашығыс рәүештә үткәрелергә лә мөмкин. Мәҫәлән, ныҡ итеп ағыуланғанда (дарыуҙар, ағыу, хәмер менән), бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләгәндә, ағзалар оҙайлы баҫым аҫтында ҡалғанда, бик ныҡ шешенгәндә, ҡанда электролит балансы боҙолғанда (йәғни һыу һәм калий, кальций, магний, натрий кеүек матдәләр йә аҙ, йә, киреһенсә, күп булғанда) хәл үтә насарайып, бөйөр эшләмәй башлаһа, гемодиализ яһала.
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә Башҡортостандың беренсе урынды «биләүен», уның ғүмер өсөн ҡурҡыныс өҙлөгөүҙәргә килтереүен, иң элек бөйөрҙө ҡыйратыуын әйткем килә.
Республикала дауалауҙың был төрөнә мохтаждар күп булһа ла, уға сират юҡ. Дәүләт дауаханаларынан тыш, был ярҙамды дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә эшләүсе ойошмалар ҙа күрһәтә. Ауырыуҙарҙың йәшәү урынына яҡыныраҡ булһын тип, был үҙәктәр иҫәбенә район-ҡалаларҙа диализ селтәрҙәре киңәйтелә. Улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Барыһы ла Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды менән килешеүҙәр төҙөгән, тимәк, бушлай дауалай.
Хроник бөйөр етмәүсәнлегенән яфаланған ауырыуҙарҙы йәшәгән урындарынан гемодиализ яһай торған ергә тиклем республика бюджеты иҫәбенә бушлай алып баралар һәм алып ҡайталар.
Бөйөр эшмәкәрлеге тамам боҙолған ауырыуҙарға Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса төп дарыуҙар ҙа бушлай бирелә. Шулай итеп, был ҡатмарлы сирҙе дауалау бик етди, ҡиммәтле һәм дәүләт ул сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Был иһә ауырыуҙарҙың тормош сифатын һиҙелерлек яҡшыртыу һәм ғүмерҙәрен оҙонайтыу мөмкинлеген бирә.
Бөйөр сирҙәренә тарымаҫ, уларҙы уҙындырмаҫ өсөн табипта ҡаралып, анализдар биреп торорға кәрәк. Коронавирус эпидемияһы арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылып торған диспансеризацияның 7 сен­тябрҙән дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрәм һәм һаулығығыҙҙы ныҡлап тикшерергә саҡырам.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: