-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
4 Сентябрь 2020, 14:08

Өҙлөкмәй генә һауығам тиһәң

Сир кисергәндән һуң ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыр өсөн, яҡшылап, өҙлөкмәйенсә генә аяҡҡа баҫырға кәрәк. Реабилитация – дауалауҙың ифрат етди өлөшө. Ул тейешенсә уҙғарылмаған икән, бөтә тырышлыҡ юҡҡа сығырға мөмкин.

Республикабыҙҙа был тәңгәлдә эштең юғары кимәлгә ҡуйылыуын, реабилитация ярҙамының Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса бушлай күрһәтелеүен әйтеп үткем килә. Страховкаланыусыларҙың уны алыу хоҡуғы тейешле доку­менттар (РФ Хөкүмәтенең 2019 йылдың 7 декабрендәге – 1610-сы, БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 декабрендәге 780-се ҡарар­ҙары) менән билдәләнгән.
Башҡортостан «Рәсәй Федерацияһында медицина реабилитацияһы системаһын үҫтереү» бөтә Рәсәй пилот проекты ғәмәлгә ашырылған ете субъекттың береһе булып тора. Ул яҡшы һөҙөмтәләр бирә: мәҫәлән, инсульт үткәргән сирлеләр араһында өҙлөгөүҙәр 18 процентҡа кәмегән.
2020 йылда Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса реабили­тация ярҙамын республикала стационар шарттарында 21 медицина ойошмаһы, көндөҙгө стационарҙа 22 дауахана күрһәтә. Уларҙа иң заманса алымдар, шулай уҡ йылдар буйы һыналып, үҙен аҡлаған ысулдар файҙаланыла. Йыл һайын ММС буйынса был дауаны беҙҙә тиҫтәләрсә мең кеше ала.
Баш мейеһендә ҡан йөрөшө боҙолған ауырыуҙарҙы, медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң, нигеҙҙә, Ҡан тамырҙарын дауалау үҙәктәренә ебәрәләр. Улар, мәҫәлән, Өфөлә 18-се, 21-се клиникаларҙа, Тиҙ ярҙам дауаханаһында, кардиология үҙәгендә урынлашҡан. Инсульт йылдан-йыл «йәшәрә» бара. Баштарына ҡан һауған ауырыуҙар араһында элекке тормоштарына ҡайтыусылар бик аҙ һәм улар был бәхеткә ярҙамды ваҡытында алыу һәм сифатлы реабилитация үтеү һөҙөмтәһендә өлгәшкән.
Эшләп йөрөүсе кешеләр инсульт, инфаркт уҙғарған осраҡта, ММС полисы буйынса бушлай реабилитацияны махсуслашҡан дауаханаларҙа ғына түгел, был йүнәлештәге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ла үтергә мөмкин.
Миокард инфаркты ла дәһшәтлеге буйынса инсульттан ҡалышмай һәм бик һирәк эҙһеҙ уҙа. Сирҙең киҫкен осоро стационарҙа дауалана. Өҙлөгөүҙәр ғүмерҙе ҡыҫҡартмаһын өсөн, артабанғы реабилитация кәрәк. Йөрәккә, ҡан тамырҙарына операциянан һуң да ул мотлаҡ. Беҙҙә реабилитация программалары Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарттарға ярашлы ғәмәлгә ашырыла. «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының был тәңгәлдәге тәжрибәһе бөтә илдә дан ҡаҙанған.
Йыш осраусы сир менән яфаланған – үт ҡыуығына таш йыйылып, уға операция яһатҡан ауырыуҙарға ла ҡәҙимге йәшәү рәүешенә ҡайтыу өсөн реабили­тация зарур. Эшләүсе кешеләр был операциянан һуң, ҡағиҙә булараҡ, билдәле «Йоматау» шифаханаһында бушлай тергеҙеү программаһын үтә.
Реабилитацияның тағы бер төрө – терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарынан һуң тергеҙеү ҙә республикала иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, янбаш-бот быуындарын эндопротез менән алмаштырыу операцияларын эшләтеүселәрҙе «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәтенең Тергеҙеү медицинаһы һәм реабилитация үҙәгенә, һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә махсус нығыныу курсы үтергә ебәрәләр.
Был яҙмала тергеҙеү ҡәтғи рәүештә талап ителгән бер нисә ауырыу ғына һанап үтелде. Күп сирҙәр буйынса реабилитация Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса бушлай булыуын иҫтә тотоғоҙ һәм үҙегеҙ йәки яҡын кешегеҙ етди ауырыуға тарыһа, дауаланғандан һуң аяҡҡа баҫыу осорон нисек үтеү хаҡында табип менән кәңәшләшегеҙ.

Светлана МИНҺАЖЕВА,

БР Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының

Үҙәк филиалы эксперты.

Читайте нас: