-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
3 Август 2020, 12:53

Аҡ халатлы фәрештә

Кисәге студентканы хәтерләтеүсе тал сыбығылай нескә был һылыу – йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау буйынса баһалап бөткөһөҙ тәжрибәгә эйә табип Валентина Андреевна Харченко.

Табиптарҙың күбеһе кеүек үк, ул матур һүҙҙәр һөйләп өйрәнмәгән. Валентина кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара, әжәлгә бер аҙым ҡалған ауырыу менән бергә һулыш алып, уға йән өрә. Һәм ҡыл өҫтөндәге сырхауы тәү тапҡыр күҙен асҡанда үҙен сикһеҙ бәхетле тоя. Уны ғазраилдан тартып алыуын да, ғөмүмән, хеҙмәтенең ни тиклем мөһим икәнлеген билдәләүҙе лә ул кәрәк тип һанамай. Хәйер, был хаҡта уйланып ултырырға ваҡыты ла юҡтыр: коронавирус эпидемияһының тәүге көндәренән ҡыҙ алғы һыҙыҡта – «ҡыҙыл зона»ла көрәшә.
– Ғинуар аҙағында–февраль башында беҙҙә коронавирус инфекцияһы юҡ ине әле, әммә сит илдәрҙән ҡайтҡас ауырып киткән кешеләрҙә был сирҙекенә оҡшаш билдәләр күрһәк, һаҡланыу йөҙөнән айырым бокстарға һалып дауаланыҡ. Шулай булғас, бүлексәлә махсус «скафандрҙа» йөрөү – минең өсөн күнегелгән эш. Уны кейеү-сисеү күҙ йомоп тигәндәй, автоматик рәүештә башҡарыла. Был кейем баштараҡ ҡына уңайһыҙ ине, өйрәндек инде, – ти табип. «Скафандр» аша тын алыуы бик ауыр булыуы, уны кейгәс, биш минуттан шыбыр тиргә батып, смена дауамында шул килеш йөрөүе, махсус күҙлектән тәрән эҙҙәр ҡалыуы хаҡында, исмаһам, бер өн сыҡһасы! Әле, түҙеп торғоһоҙ июль селләһендә, махсус был кейемдәге табиптарҙың башы әйләнеүе, организмда һыу миҡдары кәмеүе, сменанан сыҡҡас бер литр һыуҙы шунда уҡ түңкәреп ҡуйыуҙары һәм саҡ-саҡ баҫып тороуҙары хаҡында – ләм-мим. Уның урынына аҙ һүҙле Валентина, асылып китеп, бик ауыр хәлдә килгән бер ауырыуының, ниһайәт, үҙ аллы тын ала башлауы хаҡында шатланып уртаҡлашты:
– Өфөлә йәшәүсе 65 йәшлек ағай ул. Онкологияға ҡаршы оҙаҡ йылдар көрәшеп йонсоған булған, ә коронавирус бөтөнләй аяҡтан йыҡҡан. Ашығыс консилиум йыйҙыҡ, реанимацияға һалдыҡ, яһалма һулыш аппаратына тоташтырҙыҡ. Уның һауыға башлауы – ҙур еңеү. Ғөмүмән, сырхауыңдың хәле ни тиклем ауырыраҡ булһа, шул тиклем ҙурыраҡ көс һалаһың, һәм үҙең дә һиҙмәҫтән, ул һинең өсөн ҡәҙерле кешегә әйләнә.
Эпидемия иғлан ителгән марттан башлап июль уртаһына тиклем Валентина бер тапҡыр ҙа өйөнә ҡайтмаған, яҡындарын күрмәгән, улар менән телефон аша ғына һөйләшеп торған. Өфөнөң 4-се йоғошло сирҙәр дауаханаһы табибы булараҡ, коронавирусҡа ҡаршы көрәш уртаһында ҡайнаған ул. Дауахана территорияһында хеҙмәткәрҙәр өсөн асылған дөйөм ятаҡта йәшәгән. Ә 6 июлдә Өфө ситендә яңы төҙөлгән йоғошло сирҙәрҙән дауалау үҙәгенә күсерелгән...
Сәхнә артындағы тормошто тамашасы күрмәгән кеүек, табип­тарҙың донъяһын белмәйбеҙ. Һәр ғүмер өсөн уларҙың ниндәй фиҙакәрлек менән көрәшеүен күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был һөнәр эйәләренең көндәлек эше, асылда, изгенән-изге һәм бөйөк хеҙмәт икәнен һуңғы осорҙарҙа кешеләр тамам хәтеренән сығарҙы. Коронавирус тигән афәт беҙгә уларҙың, өнһөҙ генә бурыстарын үтәп, әҙәм балаларын ҡотҡарыусы аҡ халатлы фәрештәләр икәнен иҫкә төшөрҙө. Был турала башҡаса онотмаһаҡ ине.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: