– Ҡәҙимге пневмония тигәндә, был сирҙең айырыуса йыш осрай торғанын – бактериялар барлыҡҡа килтергәнен күҙ уңында тотҡанһығыҙҙыр. Ләкин уны һис кенә лә ябай тип әйтеп булмай. Ауырыуға, ҡағиҙә булараҡ, организмдағы бактериялар сәбәпсе. Улар билдәле бер ваҡытҡа тиклем тыныс ҡына «йәшәп» килә лә, кеше өшөп, йә йонсоп, йә көсөргәнештә йөрөп, йә башҡа сәбәптән иммунитетын ҡаҡшатһа, дәррәү рәүештә үпкә туҡымаларына һөжүмен башлай. Сирҙең ауыр үтә торғаны һәм сағыштырмаса еңел уҙғаны бар. Ауыр төрө менән сирләүселәрҙең, реанимация шарттарында дауаланған хәлдә лә, 20–50 проценты вафат була. Был иҫ китмәле ҙур юғалтыу! Еңел үткәргән ауырыуҙарҙың 1 процент тирәһе донъя ҡуя. Бактериялар тыуҙырған пневмонияны дәһшәтле инсульт кеүек сирҙәр менән бер рәттән ҡуйырға мөмкин. Үлемгә килтергән сәбәптәр араһында, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, онкология, имгәнеүҙәрҙән ҡала, ул дүртенсе урынды биләй.
Ә вируслы пневмония (грипп, коронавирус барлыҡҡа килтергәне – шул рәттә) тағы ла хәтәрерәк.
Үпкә коронавирустан шешкән саҡта компьютер томографияһы уны, ҡағиҙә булараҡ, «тоноҡ быяла» һымаҡ итеп күрһәтә. Газ алмашыныуы ваҡ ҡына күпереп торған ҡыуыҡсаларҙа – альвеолаларҙа барыуын билдәләп үткем килә. Коронавируслы пневмония башланғанда ҡыуыҡсалар араһындағы туҡымалар ҡалыная, был газ алмашыныуын әкренәйтә. Ялҡынһыныу үпкәнең ҙур өлөшөн яулай икән, тын алыуы ауырлашып, ғүмер ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Бактериаль пневмония ваҡытында ҡыуыҡсалар зарарланыуы ул хәтлем үк киң булмай.
COVID-19 нигеҙҙә үпкәнең икеһен дә зарарлай. Бактериаль пневмония ла ике яҡлы булыуы мөмкин, ләкин йышыраҡ бер генә үпкә шешә торған.
– Коронавирустың үҙенсәлеген атап китһәгеҙ ине?
– Үпкәне коронавирус ҡыйратҡанда туҡымаларҙағы бик ваҡ ҡан тамырҙары тығылып, эштән сыға. Быны сирҙең төп үҙенсәлеге тип атарға мөмкин. Шуға күрә ауырыуҙарға ҡанды шыйыҡлатыусы дарыуҙар бирәләр.
Сир ҡапма-ҡаршы «холоҡло» булыуы менән айырылып тора: йә бөтөнләй бер билдәһеҙ үтеүе, йә үтә ауыр уҙыуы ихтимал – ҡайһы берҙә хатта ҡеүәтле технологиялар ҙа ярҙам итмәй. Әле генә үҙен һин дә мин тойған ауырыуҙың хәле, күҙ асып йомғансы тигәндәй, ҡырҡа насарайыуы мөмкин. Шуға күрә был ауырыуҙы кемдең нисек уҙғарасағын алдан әйтеп булмай. Даими сирҙәрҙән яфаланыусыларҙың, оло йәштәгеләрҙең уны ныҡ ҡыйын кисереүен, балаларҙың иһә еңел үткәреүен генә билдәләйбеҙ.
– Эпидемия башында, вирус төп һөжүмен «хәүеф» төркөмөндәге өлкәндәргә, хроник сирҙәре булғандарға йүнәлтә, тиһәк, хәҙер уны йоҡтороусылар араһында типһә тимер өҙөрлөк йәштәгеләр бихисап булыуын күрәбеҙ. Һеҙҙеңсә, был нимә менән бәйле?
– Эпидемия, пандемиялар шулай уҙа: иң башта сирҙең ауыр осраҡтары күпләп теркәлә һәм беренсе сиратта тап хәүеф төркөмөндәгеләр тиҙ бирешеп, ҡаты ауырый. Артабан вирус йоғошлораҡ була бара, торған һайын күберәк кешеләрҙе солғай. Шул уҡ ваҡытта зәһәре лә кәмей, ауырыуҙы еңел үткәреүселәр арта. Ләкин уның беленмәгән төрөн йөрөтөүселәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, инфекцияны ғаиләләге өләсәй һәм олатайҙарына күсерә. Республикала һуңғы ваҡытта ғаилә менән сирләү осраҡтарының артыуы шуның менән аңлатыла. Ғүмер буйы «йыйылған» йөрәк, бөйөр, һулыш юлдары, быуын ауырыуҙары, шәкәр диабеты, һимереү, аритмия, юғары ҡан баҫымы кеүек сирҙәре уларға мәкерле вирусҡа ҡаршы торорға ҡамасаулай. Иң заманса алымдар (шул иҫәптән яһалма һулыш аппараты) ҡулланылһа ла, коронавирус сиренә тарыған ҡарттар йыш ҡына йәшәү менән үлем араһында ҡала. Шуға күрә, эпидемия бөтә башланы тип, уяулыҡты кәметергә ярамай, ҡурсаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе мотлаҡ дауам итергә кәрәк.
– Ә бактериялы һәм коронавируслы пневмония менән сирләгәндәргә бер үк төрлө дауа тәғәйенләнәме?
– Үпкәнең бактериялар арҡаһында ялҡынһыныуы тиҫтәләрсә йылдар буйы һыналған алымдар, ҡеүәтле антибиотиктар менән дауалана. Улар барыһы ла Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан раҫланған. Бынан тыш, пневмококҡа ҡаршы вакцина көслө ярҙамсы булып тора. Уны хәҙер, Прививкаларҙың милли календарына индереп, балаларға яһайҙар, шулай уҡ хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәргә эшләйҙәр, хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға (мәҫәлән, тын юлдары ауырыуҙары менән интегеүселәргә) тәҡдим итәләр.
Ә COVID-19 – таныш булмаған һәм көтмәгәндә һөжүм иткән «дошман». Был көрәштә ҙур ҡорал – карантин, үҙҡурсаланыу саралары, гигиенаны күҙәтеү. Дауалауҙа, башлыса, организмға ярҙам итеүсе, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланыла. Әле яңыраҡ илебеҙҙә унан һөҙөмтәле дарыу сығарҙылар. Тик вакцина булмай тороп, бәйһеҙләнгән вирусты тулыһынса «ауыҙлыҡлау» мөмкин түгел.
– COVID-19-ҙан вакцина тураһында ҡапма-ҡаршы фекерле бәхәстәр ҡыҙа. Был хаҡта һеҙҙең ҡарашты ла белге килә. Һеҙ үҙегеҙ вакцина яһатасаҡһығыҙмы?
– Әлбиттә. Мин үҙем дә, ғаиләм дә нәҡ прививкалар ярҙамында күп йылдар инде грипҡа бирешмәйенсә ҡыш сығабыҙ. Тап вакциналарҙың донъяны ҡот осҡос йоғошло ауырыуҙарҙан ҡотолдороуын онотмайыҡ. Улар булмаһа, Ер шары халҡының кәмендә 20 проценты ҡырылыр ине.
– Тимәк, коронавирус менән сирләмәҫкә теләүселәргә вакцина яһатырға кәңәш итәһегеҙ?
– Эйе. Әгәр һаулыҡ торошо буйынса ҡаршылыҡтар юҡ икән, вакцинанан баш тартырға түгел.
– Был шәфҡәтһеҙ сиргә бирешмәҫ өсөн, үпкәләрҙе нисек нығытырға мөмкин?
– Үпкә һаулығын тәмәке тартыу ныҡ бөтөрә. Тәмәке быҫҡытыусыларҙың үпкәләре, коронавирус эләккән осраҡта, тиҙ арала селтәргә әйләнергә тора.
Бынан тыш, гиподинамия – аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында матдәләр алмашыныу боҙолоуҙан килгән зыян тәмәке зарарынан һис кәм түгел. Үпкәләрҙең генә түгел, башҡа ағзаларҙың ла сәләмәтлеге өсөн әүҙем хәрәкәт кәрәк, көн һайын кәмендә 3,5 мең аҙым үтеү мотлаҡ. Көнөнә 10 мең аҙым атлау иһә үҙегеҙҙе яҡшы физик хәлдә тотоп, матур кәйефтә, сирҙәргә бирешмәйенсә йәшәргә ярҙам итер. Аҙымдарҙы заманса телефондағы яйланма ярҙамында һанарға мөмкин. Күкрәк тултырып, иркен һулыш алыуҙарҙың ҙур бәхет икәнен иҫтәренән сығармаһын ине «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырыусылар ҙа.
Журнал баҫырға әҙерләнгән көндәрҙә профессор Зөлҡәрнәев COVID-госпиталгә вахтаға инде. Рөстәм Хәлит улына һәм, уның һымаҡ, үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүсе фиҙакәр табиптарҙың барыһына ла сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ һәм рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!