+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
31 Март 2020, 18:50

Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын. Өйҙә ҡалайыҡ!

Һаумыһығыҙ, яҡташтар! Барыбыҙ өсөн дә аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды беҙҙең бөгөнгө көндәге хәлебеҙ. Әммә ләкин ҡурҡып өйөңдә бикләнеп ултырыу, маскалар тегеп кейеүҙәр янына үҙебеҙҙең яҡтың теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ ризыҡтарын, үләндәрен дә ҡулланһаҡ, шәп булыр ине. Шулай уҡ үҙебеҙҙең эске хәләтебеҙҙе лә иммунитетты ҡаҡшатмаҫлыҡ дәрәжәлә тотһаҡ ине.

Иң беренсе – йәй буйына аяҡ аҫтында тапап йөрөгән әремебеҙ иҫ киткес көскә эйә. Ул тәбиғи антибиотик. Ошо көндәрҙә әремде киң ҡулланырға тырышығыҙ. Вирустарға үрсергә бирмәһәк, үрсемәҫ. Ыңғай шарттар булһа, теләһә ҡайһы вирус та рәхәтләнеп ишәйә. Ә бына әрем уларҙы үрсеүҙән шартлатып туҡтата. Көн үҙәгендә ауыҙығыҙға әҙ генә, сәскәһе хәтлем генә бер-ике бөртөк кенә әремде ҡабып сәйнәп алығыҙ. Ашағандан һуң, бер ярты сәғәт үткәс. КӨНГӘ ӨС-ДҮРТ ТАПҠЫР. Ә БЫНА КИС ЙОҠЛАРҒА ЯРТЫ СӘҒӘТ ҠАЛА, СӘЙ ҠАЛАҒЫНЫҢ ОСОНДА СЕМЕТЕП КЕНӘ ЯРТЫ СТАКАН ҠАЙНАР ҺЫУҘА ТӨНӘТЕГЕҘ, ШУНАН УНБИШ МИНУТТАН ҺӨҘӨП ЭСЕГЕҘ. Бик көслө булһа, әҙерәк эсегеҙ.Ғаиләгеҙҙә нисә кеше бар, балалар булһа – уларға ла эсерегеҙ. Ул үпкәне таҙартып, тын юлдарындағы лайлаларҙы киптереп тора. Төнө буйы эсегеҙҙе таҙа тота. Хатта ниндәй генә вирус инһәлә, ул күкәй һалып, үрсеп китә алмай.Сөнки әрем быға юл ҡуймай. Лайла – вирустар өсөн уңайлы шарт.
Әрем булмаһа, усаҡ ҡайырыһы ла шундай көскә эйә.Имән ҡайырыһы, ҡарағас ылыҫы.Һарымһаҡты турап, йылы һыу менән йотоғоҙ.Бер юлы бер нисәне йоторлоҡ итеп, ваҡ ҡына турағыҙ.Көн үҙәгендә әҙ генә ҡырҡып алып, сәйнәгеҙ, теләһәгеҙ йотоғоҙ. Ҡайын бөрөһө, ерек тубырсығы ла шундай көскә эйә. Уларҙы араҡы һалып төнәтмә яһап эсергә була.Уны көтөп торорға кәрәк тимәгеҙ, бөгөн һалһағыҙ, ике көндән эсә лә башлағыҙ.
Ә беҙҙең яҡтың ниндәй ризыҡтары вирусҡа ҡаршы тора ала тигән һорау тыуһа, мин ошондай яуап бирәм. Бик күп!!!Алайыҡ ҡымыҙҙы. Һуғыш ваҡытында партизандар уның хатта гангреналарҙы дауалағандар. Яраларҙы йыуғандар. Кәзә һөтөнән дә, бейә һөтөнән дә ярай. Әсетеберәк эсергә тырышығыҙ. Әсегән ҡымыҙҙа зарарлы вирус-бактерияларға, ҡорттарға ҡаршы торорлоҡ файҙалы бактериялар барлыҡҡа килә. Хатта һуңғы стадияға еткән туберкулез таяҡсаларын юҡҡа сығара. Уйлап ҡарағыҙ! Коронавирус уға сүпкенә. Әсе ҡороттан һурпа яһап ашағыҙ. Күберәк ҡыҙыл әсе борос һалығыҙ, туңдырылған, киптерелгән зелень бик әйбәт була. Ваҡ ҡына итеп турап һуған һалығыҙ. Көн һайын ашап тороғоҙ.
Прополис та бик көслө антисептик. Уны ла көн үҙәгендә ауыҙығыҙҙа һурып йөрөгөҙ. Бер ҡапҡанда шырпы башы ҡәҙәрҙе. Сәйнәп бөткәс төкөрөгөҙ. Көнгә бер нисә тапҡыр сәйнәргә була. Әсе ҡатыҡ та көслө антибиотик.
Ниндәй ризыҡтан тыйылып торорға? Вирусҡа үҫергә ярҙам итә торған ризыҡтарҙан. Иң беренсе – магазин сөпрәһендә бешкән ҡамыр ризыҡтарынан ҡәтғи тыйылығыҙ. Ҡомалаҡтан сөпрәгеҙ булмаһа, сөсө икмәк ашап тороғоҙ. Сөнки синтетик сөпрәләр – барыһы ла вирустарға ризыҡ. Быны һуғышҡа хәтле утыҙ алтынсы йылда уҡ иҫбатлағандар. Шәкәрле ризыҡты ныҡ ҡына кәметегеҙ. Бигерәк тә балаларға бирмәй тороғоҙ. Хатта шәкәр ҡушылып бешкән печенье, конфеттарҙан. Берҙә бирмәҫлек форсат ҡалдырмайҙар икән, сей кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә салаттары ашатырға тырышығыҙ. Улар ошо татлы ризыҡтар арҡаһында барлыҡҡа килгән зыянлы шарттарҙы һепереп сығара, ашҡаҙанды, эсәктәрҙе лайланан таҙарта. Хатта вирус эсәккә хәтле төшһә лә, үрсей алмай.
Шәкәр шулай уҡ вирустарға ризыҡ. Ит ризығын салаттар менән йәки күберәк һуған ҡушып ашағыҙ. Эсегеҙҙә ит оҙаҡ ятмаһын, ит күп ашаһағыҙ, физик эш эшләргә тырышығыҙ, ул тарҡалып сығып бөтә, эстә сереп ятмай. Ана шул сереп ятҡан ҡалдыҡтарҙа бар сирҙәр ҙә үрсей. Күберәк сей кишер, сөгөлдөрҙе ваҡ ҡырғыс аша ҡырып ашағыҙ.Шәкәр, ҡаймаҡ һалмағыҙ, үҫемлек майы ғына. Көн үҙәгендә ҡайнарыраҡ һыу эсергә тырышығыҙ. Сәй кеүек. Әммә ләкин сәйҙән башҡа.
Бал, кипкән емештәр файҙалы.Үлән сәйҙәре.Бутҡалар. Картуфты ла бик күп ашарға тырышмағыҙ. Картуф шулай уҡ эсәктәргә йәбешеп оҙаҡ ята, серей. Мейестә тәгәрәтеп ашағыҙ. Кәбеҫтә аштарына, йәки сөгөлдөр аштарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Эс ҡатыу, ваҡытында туалетҡа йөрө мәү күренештәре булырға тейеш түгел. Эстә ҡатып ятҡан ризыҡ ҡалдыҡтары вирустар өсөн бик уңайлы, тиҙ үрсергә этәргес. Ризыҡтарға приправалар ҡушып ашау мөһим. Бигерәк тә әсе борос. Һуған салаты ашарға тырышығыҙ. Ҡыҫҡаһы, ашаған-эскән ризығыбыҙ тулыһынса теләһә ҡайһы вирусты һәләк итерлек һәм организмдың иммунитетын күтәреп торорлоҡ булырға тейеш. Эсегеҙгә ҡурҡыу индермәгеҙ, тыныс булығыҙ, матур кинолар ҡарағыҙ, китап уҡығыҙ, музыка тыңлағыҙ. Ҡурҡыу кешене көсһөҙләндерә, телеһә ҡайһы дошман алдында бирешеүсән итә.
Сәләмәт булығыҙ. Аллаһы Тәғәләбеҙ үҙенең ярлыҡауынан ҡалдырмаһын, был көндәрҙе юғалтыуһыҙ, иҫән-аман үтергә яҙһын.

Зәүхиә Ҡәҙербәҡова.

Читайте нас в