+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
29 Март 2020, 13:55

Таҙартылған көкөрт

Бер таныш халыҡ шифасыһы тәҡдим иткәйне был тәбиғи дауаны. "Аптекаларҙа бәләкәй генә пакеттарҙа 0,05 гр һатыла, берәүһен ас ҡарынға бәләкәс кенә ҡара икмәк киҫәгенә һалып сәйнәйһең дә йотаһың.

Ярты сәғәт һыу эсергә ярамай. Көкөрт эскән көндә һыуҙан тыйылып торһаң да ярай. Сөнки көкөрт эстә вирустарҙы яндыра, тиҙ генә йыуылып сыҡмаһын. Диета тотоу ҙа мөһим, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу ҡырҡа тыйыла", -тигәйне ул. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Кешеләр менән кәңәшләштем. Ысынында был дауаны ла халҡыбыҙ борондан ҡулланған икән. "Ҡорт булғанда, өләсәй ишек башында ятҡан һары ташты ҡырып ҡына бирә ине", - тип хәтерләне бер оло ғына апай.

Тәүәкәлләнем һәм ғәжәпкә ҡалдым: тире таҙарҙы. Һөҙөмтә хаҡында халыҡ дауасыһына һөйләнем. Ваннаға бер нисә ҡабын һалып ятып ҡара. Тағы ла һөйөнөрһөң, тине. Ысын шулай булып сыҡты. Тәндәге ҡыҙыл таптар бөтәште, тик ҡарайып урындары ғына ҡалды. Асыҡлап китәйем, аллергия, нейродермит, псориаз, экзема, угри кеүек тире ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланырға була.

Бөгөн килеп көкөрт хаҡында етди биолог ғалимдарҙың тикшеренеүенә юлыҡтым. Улар рактың организмда көкөрт етмәүҙән килеүе, уның өсөн көндәлек туҡланғанда нимәләр ашарға икәнлеген дә әйтә. Был бәләләр ҙә, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы ла ошо мөһим элементҡа ҡытлыҡтан килеп сығыуы мөмкин.

Һуңғы ваҡытта таҙартылған көкөрт аптекаларҙан юғалды. Сәбәбен һорағас, уны етештереү табыш бирмәүе хаҡында әйттеләр. Шулай ҙа ул дарыуҙар, маздәр эшләгәндә ҡулланыла, бик теләгәндә, табып та булалыр. Ауырымағыҙ! Ә һеҙ тәбиғәттең ниндәй шифаларын ҡулланаһығыҙ? Яҙып ебәрегеҙ. Көтәм.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: