+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
10 Март 2020, 17:05

Сир һымаҡ күренмәһә лә

«Бер йәш бейеүсенең күнекмәләр ваҡытында ҡапыл ғына табан һөйәктәре сатнай. Баҡһаң, ҡыҙҙа яҫы табанлылыҡ булған икән. Ә ул сир ваҡытында табан һөйәктәре, һеңер-тарамыштары, мускулдары бушай һәм баҫҡан һайын уға ҙур көс төшә», – тип һөйләй Өфө остеопорозды иҫкәртеү үҙәге етәксеһе, баш ҡаланың 21-се дауаханаһының юғары категориялы табип-ортопеды, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Радик НУРЛЫҒАЯНОВ. Ул күрер күҙгә һис тә сир кеүек тойолмаған, әммә ауыр эҙемтәләргә килтереүсе яҫы табанлылыҡ ауырыуы тураһында бәйән итә.

Күп кеше, үҙенең йәки балаһының табандары яҫы икәненә иғтибар итһә лә, табипҡа барыуҙы кәрәк тип һанамай, ғөмүмән, быны ауырыу тип тә ҡабул итмәй.
Табандарҙың тыумыштан яҫы булыуы мөмкин – әсә ҡарынында ятҡанда сабый үҫешендәге тайпылыштар шуға килтереүе ихтимал.
Ә табандар тәүҙә һау булып, шунан яҫыға әйләнеү сәбәптәре күп. Мәҫәлән, һөйәк төҙөлөшөн боҙоусы рахит, полиомиелит, шәкәр диабеты кеүек сирҙәр арҡаһында табандар ялпашыуы бар. Шулай уҡ сираҡ менән табан тоташҡан урын һыныу, һеңер-мускул тартылыуы, ғәҙәттә, яҫы табанлылыҡҡа килтереүсән.
Йыш ҡына аяҡҡа ҙур көс төшөү – спорт менән ныҡ шөғөлләнеү, ауыр йөк ташыу, оҙаҡ баҫып эшләү, кәүҙәнең артыҡ ауырлығы, йөклөлөк һөҙөмтәһендә табан үҙгәреш кисерә. Гел ултырып эшләү ҙә яҡшы түгел: аҙ хәрәкәтләнеүҙән уның мускулдары, һеңерҙәре йомшара. Даими рәүештә уңайһыҙ аяҡ кейемендә йөрөүҙән дә яҫы табанлылыҡ барлыҡҡа килә.
Сир яңы башланып торғанда бер нисек тә һиҙелмәй. Ләкин ул көсәйгән һайын зарланыуҙар ҙа арта. Әлбиттә, был кәйефтә, тормош сифатында сағыла. «Аяҡҡа таш аҫҡан кеүек, элек «һә» тигәнсе үткән араны әллә күпме атлайым, оҙаҡ баҫып тороп булмай», – ти күп ауырыуҙар.
Яҫы табанлылыҡ кәүҙәне лә, атлап йөрөүҙе лә үҙгәртә. Кеше бөгөлөбөрәк, сатанлабыраҡ йөрөй башлай.
Ләкин иң хәүефлеһе шул: ул күп ауырыуҙарға этәргес булып тора.
*Шуларҙың береһе – тубыҡ быуындары артрозы. Табан амортизациялау «бурысын» үтәмәгәс, ул эште тубыҡ йәки янбаш-бот быуындары башҡара. Был иһә быуындар араһындағы һеңерҙең ашалыуына килтерә.
*Яҫы табанлылыҡ умыртҡа бағанаһы сирҙәре үҫешеүенә йоғонто яһай. Киң таралған ауырыуҙарҙың береһе – умыртҡа быуындары араһындағы дискыларҙы һәм һеңерҙе зарарлаусы остеохондроз. Мәктәп уҡыусылары араһында умыртҡа һөйәге ҡыйшайған, йәғни сколиозлы балалар күп булыуына ла башлыса яҫы табанлылыҡ «ғәйепле». Шулай уҡ ул умыртҡа һөйәге янындағы артерияларҙың ҡыҫылыуына килтереп, мейене кислород менән туйындырыуға ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә йыш баш ауырта.
*Яҫы табанлылыҡ арҡаһында һөйәк туҡымалары үҙгәреү остеопороз үҫешенә булышлыҡ итә.
*Аяҡтағы баш бармаҡтың кәкрәйеп, уның һөйәге ситкә сығып үҫеүенә, «үксә тибенгеһе» («пяточная шпора») барлыҡҡа килеүенә лә яҫы табанлылыҡ сәбәпсе.
*Табанда бик күп биологик әүҙем нөктәләр урынлашҡан. Уның яҫылығы арҡаһында нервы епсәләре таушалып, күреү һәләте кәмеүе мөмкин.
*Аяҡ тырнағының эскә кереп үҫеүе, шешеп эренләүе ихтимал.
*Табан төҙөлөшө үҙгәреү арҡаһында ҡан йөрөшө боҙолоуҙың бер ҡасафаты – ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе.
Көсәйгән сирҙе дауалау ауыр. Шуға күрә уны башланып торған сағында асыҡларға кәрәк. Быны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Табанды һыулап йәки кремлап таҙа ҡағыҙ битенә баҫығыҙ. Ул сәләмәт икән, эске өлөшөнөң эҙе уйылып торорға һәм ҡағыҙға төшкән эҙҙең яртыһынан ҙурыраҡ булырға, ә бармаҡ менән табан бите араһында ара ҡалырға тейеш.
Шулай уҡ аяҡ кейеме үксәһенең нисек ашалыуына иғтибар итегеҙ. Бер яғы нығыраҡ тапалған икән, тимәк, табанға көс тигеҙ төшмәй.
Ҡарап тороуға бер ҙә ҡурҡыныс тойолмаған яҫы табанлылыҡ, шулай итеп, бик күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар.
Яҫы табанлылыҡты булдырмаҫ өсөн
Был сиргә әүәҫ кешеләргә аяҡҡа көс төшөрөүсе спорт төрөнән (мәҫәлән, еңел атлетиканан) баш тартырға кәрәк. Шулай уҡ аяғөҫтө оҙаҡ торорға тура килгән, ауыр йөк ташыу менән бәйле һөнәрҙәр һайларға түгел.
Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу мотлаҡ.
Йөҙөү менән шөғөлләнеү тәндең бөтә мускулдарын, шулай уҡ табандағыһын да нығыта.
Йәшел үләндә, ҡомда, тигеҙ ваҡ таш өҫтөндә йөрөү, аяҡ мускулдарын нығытыусы гимнастика яһау файҙалы.
Аяҡ кейеменә махсус олтораҡ, супинаторҙар ҡуйыу яҫы табанлылыҡ көсәйеүенән һаҡлар.
Аяҡ кейеменең ҡыҫып тормағанын, табаны һығылмалыһын, бейек булмағанын (өс-дүрт см бейеклектәгеһен) һайлағыҙ.
Кистәрен табан арыуын бөтөрөү өсөн массаж яһағыҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: