Ырыуҙан ҡалырҙан алда йәки унан һуңғы осорҙа байтаҡ ҡатын-ҡыҙҙың аналыҡ туҡымаһында үҙгәрештәр барлыҡҡа килә һәм яман булмаған шештәр килеп сыға. Аналыҡ тышсаһы полибын йышыраҡ осраҡлы рәүештә, ультратауыш тикшереүе үткәндә асыҡлайҙар. Был сир күберәк 40 йәште уҙған ханымдарҙа осрай, ләкин йәш ҡатындарҙа һәм ҡыҙҙарҙа ла булыуы ихтимал.
Аналыҡтың лайлалы тышсаһында ҡатланып, унда яман булмаған шеш барлыҡҡа килеүе полип тип атала. Диаметры 5-10 миллиметрға, ҡайһы берҙә 10 сантиметрға тиклем етеүе мөмкин. Полиптың берәү генә, шулай уҡ күмәк булыуы ихтимал. Улар, ҡағиҙә булараҡ, әкренләп арта. Сир шештең ҙурлығы менән түгел, ракҡа әйләнеү ихтималлығы менән ҡурҡыныс.
Бәпес тапҡанда, аборт яһатҡанда, диагностика һәм операция ваҡытында туҡымаларҙың зарарланыуы ялҡынһыныуға, унан шешкә килтереүе мөмкин.
Сир йөклөлөк мәлендә, күремдән ҡалғанда һәм эндокрин система ҡаҡшағанда гормондар эшмәкәрлеге боҙолоу арҡаһында тыуыуы ихтимал. Аналыҡ тышсаһында ҡатлам үҫеүенә эстрогендарҙың күпләп етештерелеүе һәм прогестерондың кәмеүе лә йоғонто яһай.
Аналыҡ эсенә, түл биҙҙәренә енси юл менән күсеүсе зыянлы бактерияларҙың инеүе арҡаһында ла полип хасил булыуы бар.
Һимереү, юғары ҡан баҫымы, нәҫелдән был сиргә әүәҫлек – былар барыһы ла ауырып китеү ҡурҡынысын арттыра.
Ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы спиралде оҙаҡ ваҡыт тотоу, иммунитет ҡаҡшауы, депрессия, организмдың эстрогендар күплегенән арына алмауы, аденомиоз, фибромиома һәм башҡа сәбәптәр ҙә сир ҡалҡыуға этәргес булыусан.
Ауырыу ҡайһы яҡлап ҡурҡыныс?
Ваҡытында асыҡланмаған, дауаланмаған полиптар етди өҙлөгөүҙәргә килтерә. Мәҫәлән, был сиргә дусар булыусыларҙың ҡан юғалтыу арҡаһында башы әйләнә, улар һуштан яҙа, аҙ ҡанлылыҡтан яфалана. Ялҡынһыныу көсәйеүе, эндометриоз, аденомиоз кеүек сирҙәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ауырға ҡалыу һәм бәпес табыу мөмкинлеге кәмей. Полип туҡымалары тарҡалып, үлеүе үҙе үк ҙур хәүеф уята. Ә яман шешкә әйләнә икән, һаулыҡ, ғүмер ҡурҡыныс аҫтында ҡала.
Хафалы билдәләр тойоу менән шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөгөн был ауырыуҙы һис ауырлыҡһыҙ асыҡлап, уңышлы дауалайҙар. Ультратауыш тикшереүе ярҙамында шеш бармы-юҡмы икәнен, уның ҙурлығын билдәләйҙәр. Ҡайһы бер осраҡта аналыҡ эсенә махсус шыйыҡса индереп, рентген төшөрәләр. Шулай уҡ гистероскопия алымы, гистология тикшереүе лә киң ҡулланыла.
Полип ҙур булмаһа, киң таралмаһа һәм әсә артабан бәпес табырға ниәтләһә, дарыуҙар менән дауалайҙар. Ҡатын-ҡыҙ 40 йәштән уҙған һәм күп ҡан юғалтыуҙан яфалана икән, хирургик ысул ҡулланыла: шештәрҙе башлыса гистероскопия, лазер ярҙамында алып ташлайҙар.
Бигерәк тә ырыуҙан ҡалыр алдынан һәм унан һуң полиптарҙың яман шешкә әйләнеү ҡурҡынысы ҙур булыуын иҫтә тоторға кәрәк. Полиптары булған йәш ҡатындар һимереүҙән, шәкәр сиренән интеккәндә, был хәүеф уларға ла янай. Полип ракҡа әүерелгән осраҡтарҙы әленән-әле асыҡлайбыҙ, уның аҙмаған осорҙа беленеүе тулыһынса һауығыуға оло өмөт уята.
Полип диагнозы ҡуйылһа, һис оҙаҡ һуҙырға ярамай. Ике күрем циклы дауамында күҙәтелгәндән һуң уны хирургик юл менән алырға тәҡдим ителә. Операциянан һуң табип һәр ҡатын-ҡыҙға шәхсән гормондар менән дауалау билдәләй.
Тағы бер мөһим кәңәшем: организмда гормондар нисбәтен тикшереп торорға кәрәк. Шулай уҡ ярты йылға бер тапҡыр күремдең 5-8-се көндәрендә кесе оса ағзаларына ультратауыш тикшереүе үткәреү мотлаҡ.