+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
9 Ғинуар 2020, 16:53

Һынмағыҙ, бөгөлмәгеҙ!

Сатанлап атлаған Бибинур өләсәһен йәлләп, эй, үҙәге өҙөлә бәләкәй малайҙың. «Их, уның һөйәктәренең ауыртыуын баҫырға, һауыҡтырырға ине!» – тип талпына бала. Кескәй йөрәктән урғылып сыҡҡан изге теләк, күрәһең, күктәргә ашып, шул ваҡытта уҡ уның яҙмышын билдәләй. Үҫеп еткәс, табип-ортопед булыу менән генә сикләнмәй, өләсәһен һыҙландырған сирҙе ныҡлап өйрәнеп, Башҡортостанда һөйәк муртлығы – остеопороз темаһына тәүге диссертацияны яҡлай. Оҙаҡ йылдар юллап, остеопорозды профилактикалау буйынса бер түгел, ике үҙәк асылыуы өсөн ҙур тырышлыҡ һала.Өфө остеопорозды иҫкәртеү үҙәге етәксеһе, баш ҡаланың 21-се дауаханаһының юғары категориялы травматолог-ортопеды, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, медицина фәндәре кандидаты Радик Зөфәр улы НУРЛЫҒАЯНОВ менән әңгәмәбеҙ «өнһөҙ эпидемия» тип аталған остеопороз сире хаҡында.

– Ауырыуҙың нимәнән ғибәрәт булыуы тураһында аңлатып китһәгеҙ ине.
– Остеопороз – һөйәк тығыҙлығы кәмеү сәбәпле, йыш ҡына уның һыныуы менән тамамланған бик етди сир. Инвалидлыҡҡа, үлемгә килтергән ауырыуҙар араһында ул, йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урында тора.
Һөйәге мурт кешенең йығылыу түгел, саҡ ҡына бәрелгәндә, тайпылғанда, хатта сөскөргәндә лә (!) берәй ере һынырға мөмкин. Ә һөйәк бер һына икән, бының ҡабатланыуын көт тә тор.
Йыл һайын меңдәрсә кеше бот муйынтығы һыныуҙан түшәккә ятырға мәжбүр. Оло йәштәгеләрҙең байтағы һауыға алмай яфалана. Күпме кешенең ҡулбаш, янбаш, умыртҡа, терһәк, аяҡ-ҡулын һындырыуын һөйләп тә тормайым. 70 процент осраҡта һөйәк һынып имгәнеүҙәргә остеопороз «ғәйепле».
– Сиргә ниндәй сәбәптәр килтереүе хаҡында һөйләһәгеҙ ине?
– Беҙ йыл әйләнәһенә ҡояшлы көндәр аҙ булған төбәктә йәшәйбеҙ. Шул арҡала организмда ҡояш нуры аҫтында барлыҡҡа килгән, һөйәк өсөн ныҡ мөһим Д витаминына ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Илеш, Асҡын, Бөрйән, Күгәрсен райондары һәм Өфө ҡалаһы халҡы араһында үткәрелгән тикшереүҙәр шуны күрһәтте: ауылда йәшәүселәрҙең 98 процентында, өфөләрҙең 70 процентында Д витамины етешмәй. Тимәк, ҡала кешеләре ризыҡты аҙмы-күпме байытып ашаһа, ауылдыҡылар нигеҙҙә бер төрлө аҙыҡ менән туҡлана.
Әлеге заманда күпселек алып барған йәшәү рәүеше һөйәктең ныҡлығы кәмеүгә килтерә. Аҙ хәрәкәтләнеү, тәмәке тартыу, араҡы-шарап эсеү, гормондар, антибиотиктар ҡаҙап үҫтерелгән мал итен ашау, һөтөн эсеү, ғөмүмән, химик матдәләр ҡушылған аҙыҡҡа күсеү һөйәккә үтә зыянлы.
– Остеопороз – өлкән йәштәгеләр сире, тип әйтеп буламы?
– Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеге – өлкәндәр. Ләкин һуңғы йылдарҙа остеопороздың «йәшәреүе» күҙәтелә. Ул йәштәр, үҫмерҙәр, хатта балалар араһында ла осрай.
Хәүеф төркөмөнә бигерәк тә иллене уҙған ҡатын-ҡыҙҙар ҡарай. Сөнки ул йәштә һөйәктең яңы туҡымалары өсөн мөһим кальцийҙы тотоусы эстрогендар кәмей. Тәмәке тартыусыларға, гел ултырып эшләүселәргә, даими дарыу эсеүселәргә, гормональ препараттар ҡабул итеүселәргә, шәкәр диабеты һәм башҡа эндокрин сирҙәр, ревматоидлы артрит менән ауырыусыларға ла һағыраҡ йөрөргә кәңәш итәм.
– Һеҙҙән «Һөйәкте йәштән һаҡла!» тигән саҡырыуҙы йыш ишетергә була...
– Сөнки һөлдәгә бала саҡта һәм үҫмер ваҡытта нигеҙ һалына. Ошо осорҙа һөйәк үҫә, уның күләме арта, тығыҙлана, шуға күрә был йылдарҙа ғүмергә етерлек һөйәк туҡымаһын «туплап» ҡалыу мотлаҡ. Балаларҙың спорт менән шөғөлләнеүен, тейешлесә туҡланыуын, витаминдар эсеүен хәстәрләргә кәрәк.
Был тәңгәлдә аңлатыу эшен йәштән үк алып барыу зарур, тип, беҙ балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрәбеҙ. Бәләкәстәр менән уйын рәүешендә ойошторолған дәрес сценарийҙарын үҙем яҙҙым. Улар башта – Рәсәй, унан Бөтә донъя остеопорозға ҡаршы көрәш ассоциацияларының юғары баһаһын алды.
– Уҡыусыларыбыҙға ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?
– Өҫтәлдә кальцийға бай һөт аҙыҡтары, аҡһымлы ризыҡтар: ит, балыҡ, йомортҡа, фасоль, һөйәк ныҡлығын тәьмин итеүсе микроэлементтар инһен өсөн көрпәле икмәк, йәшелсә-емеш булыуын ҡайғыртығыҙ.
Йоҡо, ял режимын күҙәтеү, спорт, йәйәү йөрөү үтә мөһим.
Көндөҙ берәй сәғәт ҡояш нуры аҫтында йөрөү ҡағиҙәгә әйләнһен.
Анализ ярҙамында организмда Д витамины миҡдарын билдәләп, уны эсеп алыу ҙа һөйәктәр өсөн ныҡ файҙалы булыр.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: