– Быйыл май айынан диспансеризация үтеү тәртибенә индерелгән яңылыҡтар менән таныштырып китһәгеҙ ине?
– Диспансеризацияны ошоға тиклем бөтәһе лә өс йылға бер тапҡыр үтһә, әле 40 йәше тулғандар йыл да уҙа ала, ә 40 йәшкә тиклемгеләр өсөн был ваҡыт элеккесә ҡалды. Өҫтәмә рәүештә улар, диспансеризациянан тыш, ҡәҙимге профилактик тикшереүҙе йыл да үтергә хаҡлы (элек ике йылға бер ине).
Программала хәҙер онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, башҡа етди ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға ифрат ҙур иғтибар бирелә.
Диспансеризацияға килеүселәрҙең барыһы ла беренсе этапта мотлаҡ рәүештә анкета тултыра, ҡан баҫымын үлсәтә, флюорография эшләтә, ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен билдәләү өсөн анализ бирә. Анкета тултырыу табипҡа кешенең теге йәки был сиргә әүәҫлеген белергә ярҙам итһә, ҡан баҫымын үлсәү гипертония, йөрәк ишемияһы кеүек сирҙәр хәүефен күрһәтә. Ҡанда шәкәр кимәле буйынса диабет ҡурҡынысын аныҡлайҙар, холестерин күрһәткесе иһә – ҡан тамырҙары сәләмәтлеге хаҡында тәүге мәғлүмәт. Флюорография үпкәләр торошо хаҡында асыҡ һөйләй. Ҡалған бөтә тикшереүҙәр кешенең йәше һәм енесенә ҡарап уҙғарыла.
– Онкологияны иртә асыҡлауға йүнәлтелгән беренсе этаптағы тикшереүҙәргә нимәләр инә?
– Яман шештең бер төрө йәшерәк кешеләрҙә, икенсеһе өлкәнәйә барыусыларҙа йышыраҡ осрауын иҫәпкә алып, уны тикшереү ҙә йәш буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, аналыҡ муйынтығы рагы «йәшәреү» сәбәпле, ун һигеҙе тулған ҡыҙҙарҙы ла етди тикшерәләр. Ә эсәк яман шеше башлыса олпатыраҡ уҙамандарҙа һәм ханымдарҙа асыҡланға күрә, 40 йәштән һуң махсус анализ алына.
Журнал уҡыусыбыҙ яҡшыраҡ күҙ алдына килтерһен өсөн, беренсе этаптағы онкоскрининг таблицаһын бирәбеҙ.
Әгәр беренсе этаптағы тикшереүҙәр буйынса һорауҙар бар икән, табип тәрәнерәк тикшерелеүгә йүнәлтмә бирә. Диагнозды асыҡлау өсөн невролог, хирург, уролог, колопроктолог, отоларинголог, окулист кеүек махсус белгестәр ярҙамға килә.
Шуны әйтергә теләйем: һәр тикшереү өсөн нигеҙ – медицина күрһәтмәләре булырға тейеш. Үпкә шешенә шик бар икән – компьютер томографияһына, ҡанда ПСА анализы насар булһа, урологҡа ебәрергә тейештәр.
– Әгәр диспансеризацияға килеүсенең теге йәки был ере ауырта, ләкин ул тикшереүҙе үтергә йәше тура килмәй икән, ни эшләргә? Халҡыбыҙ былай ҙа зарланып, сир һөйләп ултырырға яратмай бит.
– Диспансеризация ваҡытында баҙнатһыҙланып, ауырыуыңды йәшереп торорға түгел, бәләкәй генә шигең булһа ла, табипҡа әйтергә кәрәк. Әлбиттә, был осраҡта табип бер һүҙһеҙ тейешле тикшереүгә ебәрә. Мәҫәлән, түшендә төйөрҙәр тойоп хафаланған ҡатынға мотлаҡ маммография яһаласаҡ – был тикшереү әле йәше буйынса тейеш булмаһа ла.
Программа буйынса бөтә тикшереүҙәрҙе үткәндән һуң табип һаулыҡ торошона тура килгән төркөмдө билдәләй. Бөтәһе лә һәйбәт икән, артабан сәләмәтлекте һаҡлау буйынса кәңәштәр бирә. Ә берәй сир асыҡлана ҡалһа, кеше иҫәпкә алына, уның дауаланыуын, аяҡҡа баҫыуын даими күҙәтеү аҫтында тотасаҡтар.
– Рәсми рәүештә эшләмәүселәр йәки бөтөнләй эшләмәүселәр араһында, моғайын, диспансеризация үтә аламмы икән, тип икеләнеүселәр барҙыр.
– Ундай кешеләр өсөн Мотлаҡ медицина страховкалауы фондына взнос бюджеттан түләнә. Полистары бар икән, тимәк, диспансеризация үтергә хаҡлылар. Иң мөһим шарт – полис булыуы һәм поликлиникаға беркетелеү.
Журналды алдырыусыларға: «Программаға ингән күп тикшереүҙәр ҡиммәтле, сараһыҙҙан үҙең түләп үтә башлаһаң, әллә ни саҡлыға барып төшә. Диспансеризация биргән мөмкинлектән, һис шикһеҙ, файҙаланығыҙ. Һаулығыңды тикшереүҙән күрәләтә ситләшеү – битарафлыҡ ҡына түгел, яуапһыҙлыҡ та», – тип әйткем килә.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.