0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
14 Август 2019, 12:36

Түле һауҙың – иле һау

Уңдырышлы тупраҡта тамыр йәйгән үҫемлек тиҙ баш ҡалҡытып нығынған кеүек, баланың сәләмәт булып тыуыуында әсәнең түл биҙҙәре һаулығы ифрат оло әһәмиәткә эйә. «Һуңғы ваҡытта түллек шешенә дусар гүзәл заттар артыуы хафаға һала», – ти юғары категориялы акушер-гинеколог, «Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығы» клиникаһы табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы ЙӘНТИЛИНА. Ул был ауырыуҙың ни сәбәпле барлыҡҡа килеүе, унан нисек һаҡланыу, кемдәрҙең хәүеф төркөмөнә инеүе хаҡында һөйләй.

Түл биҙендәге шештәрҙең 80 проценты яман булмаған төргә ҡарай (яҙмала һүҙ тап улар хаҡында барасаҡ). Ләкин уның күбеһенең ракҡа әйләнеү ихтималлығы ҙур. Шуға күрә шештәрҙе ваҡытында асыҡлау, дауалау үтә мөһим.
Был ағзала шеш барлыҡҡа килеү сәбәптәре күп: гормондар эшмәкәр­легенең боҙолоуы, вируслы сирҙәр, нәҫелдән күскән әүәҫлек. Йыш ҡына һимереү ҙә сәбәпсе, сөнки был осраҡта организм өҫтәмә рәүештә май күҙәнәктәре менән бергә ҡатын-ҡыҙ гормондарын – эстрогендарҙы етештерә башлай. Түллек сәләмәт­легенә бала төшөртөү, бигерәк тә тәүге гоманды алдырыу ныҡ зарарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам.
Түл биҙенең яман булмаған шешенән айырыуса кемдәргә һаҡ булырға?
Йоғошло ауырыуҙар менән йыш сирләүселәр, күремде һуң күргән һәм күрем циклы боҙолған, ырыуҙан иртә ҡалған гүзәл заттарға үҙ һаулыҡтарына бик иғтибарлы булырға кәңәш итәм. Түл биҙе һәм түллек өҫтәмәһе йыш ялҡынһынып ауырыған, беренсел түлһеҙлектән интеккән, аналыҡ миомаһы асыҡланған, гоманын төшөрткән ҡатын-ҡыҙҙар, 16 йәшкә тиклем күремдәре булмаған һылыуҙар ҙа хәүеф төркөмөнә ҡарай. Йыш ҡына был сир нәҫелдән шәкәр диабеты, ҡалҡан биҙе ауырыуҙары менән сирләгән, папиллома вирусы һәм II төрҙәге герпес вирусын йөрөткән кешеләрҙә асыҡлана.
Ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацепцияны даими эсеү, бәпес табыу, уны имеҙеп үҫтереү түл биҙендә шеш үҫеүҙән һаҡлауын билдәләп үтергә кәрәк.
Сир билдәләре
Эстең аҫҡа тартып ауыртыуы һеҙҙе һағайтырға тейеш. Шеш бәүел ҡыуығына һәм эсәктәргә баҫыу һөҙөмтәһендә йыш кесе йомош менән йөрөү, эс ҡабарыу мөмкин. Шул арҡала ҡатын-ҡыҙға эсе ҙурай­ған һымаҡ тойола. Шеш үҫкән саҡта «аяҡтары» менән йәбешеп тамыр ебәрә – артериялар, лимфа тамыр­ҙары, нервылар уҡмашыуы шулай тарбаңлаған аяҡты хәтерләтә. Тамырҙар ҡыҫылыу һәм улар үлеү сәбәпле, эс киҫкен ауыртыуы ихтимал.
Шештең айырым төрҙәрендә аҙ ҡанлылыҡ күҙәтелә, эскә һыу йыйылыуы ихтимал.

Ауырыуҙы асыҡлау юлдары
Бөгөн түл биҙендәге шеште билдәләү ҡатмарлы түгел. Табип ауырыуҙы тикшергәндә үк шеш барлығын-юҡлығын асыҡлай. Бәләкәй генә шик тыуғанда ла ҡанға махсус анализ яһала. Ультратауыш тикшереүҙең иң заманса ысулдары 96 процент осраҡта шештең төрөн, күләмен теүәл билдәләргә булышлыҡ итә.
Компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы, гистероскопия, диагностик лапороскопия – ҡатмарлы осраҡтарҙа ошо алымдар ярҙамға килә һәм 100 процент тулы мәғлүмәт бирә.
Ниндәй осраҡта шеш түлһеҙлеккә килтерә?
Был һорауға яуап биреү өсөн шеш төрҙәрен барлайыҡ.
Функциональ (үтә торған) шеш. Гормондар эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәпле барлыҡҡа килеүсе был шеш иң таралғаны булып һанала. Ай һайын цикл башында түл биҙе өҫтөндә өлгөрөп етмәгән түл күҙәнәге менән тулы фолликул барлыҡҡа килә. Ул өлгөрөп, аналыҡ көпшәһенә сыҡҡас, йәғни овуляция ваҡытында фолликул үҙенән-үҙе шиңә. Ләкин гормондар эшмәкәрлеге боҙолғанда фолликул үҫеп, шеш хасил була.
Һары есем шеше. Был осраҡта түлдән бушаған фолликул прогестерон тигән гормон етештергән һары күҙәнәктәр менән тула. Ваҡыт үтеү менән ул шиңә. Шиңмәй икән, шеш барлыҡҡа килә.
Эндометриоидлы шеш (аналыҡ тышсаһы күҙәнәктәре менән зарарланған түл биҙе шеше). Был шеш иң зыянлыһы. Ул һирәк ракҡа әйләнә, ләкин биҙ туҡымаларын боҙоп, түлһеҙлеккә килтерә. Түл ныҡ көсһөҙләнеү арҡаһында ауырға ҡалыу тик заманса технологиялар (экстракорпораль аталандырыу) ярҙамында ғына мөмкин.
Ун шештең яҡынса етеһе үҙенән-үҙе үтә. Ләкин ул үҫеп, башҡа ағзаларҙы баҫҡан, күпмелер ваҡыттан һуң шартлап, ауыр эҙемтәләргә килтергән осраҡтар ҙа бар.
Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ, ошо сиргә тарыуын белгәс, үҙен яңғыҙ тойоп, төшөнкөлөккә бирелә. Бөгөн уны уңышлы дауалауҙың төрлө юлдары бар. Ваҡытты һуҙмайынса, табипҡа килеүегеҙ генә кәрәк.


Читайте нас: