-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
8 Июль 2019, 17:18

Дәүер сире

Бөгөн – Бөтә донъя аллергияға ҡаршы көрәш көнө 8 июль Бөтә донъя аллергия буйынса һәм иммунопатология буйынса ойошмалар ҡарары менән Аллергияға ҡаршы көрәш көнө булараҡ билдәләнә. “Был көндөң маҡсаты – халыҡҡа аллергия билдәләре һәм уны профилактикалау хаҡында мәғлүмәт еткереү”, – ти Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар аллергологы, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Резеда Мансаф ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА. Ул аллергияның сәбәптәре, билдәләре, был сирҙән нисек һаҡланыу хаҡында һөйләй.

Аллергия менән яфаланыусы кешеләр барлыҡ донъяла артҡандан-арта һәм ул бик етди сирҙәрҙең сәбәбе булып тора. Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ер йөҙөндәге кешеләрҙең 40 процентҡа яҡыны ошо сиргә дусар. Рәсәйҙә өлкәндәрҙең һәр өсөнсөһө һәм һәр дүртенсе бала аллергия ауырыуҙары менән интегә. Ошо ойошма, XXI быуат аллергия дәүере буласаҡ, тип фараз итә.
“Аллергия” тигән һүҙҙе 1906 йылда балалар табибы Клеменс Фон Пирке индерә. Ул организмдың өйҙәге саң, хайуандар йөнө, ағас һәм сәскә һеркәһе, дарыуҙар, химик матдәләр кеүек ҡайһы бер аллергендарға үтә ныҡ һиҙгерлеген аңлата. Күп осраҡта аллергия шулай сағыла башлай: бәләкәйҙән кемгәлер ниндәйҙер аҙыҡ килешмәй. Йомортҡа, һөт, арахис, урман сәтләүеге, диңгеҙ ризыҡтары, соя, бойҙай, балыҡ – аҙыҡ аллергияһының 90 процент осрағына ошо ризыҡтар сәбәпсе икәнлеге раҫланған. Иң көслө аллергендар – арахис, һөт һәм диңгеҙ ризыҡтары
Мин түбәндәге билдәләргә бик иғтибарлы булырға кәңәш итәм:
тән сабыртып, шешмәкләнеп тороуы, экзема сығыуына;
  • йылдың бер үк осоронда тымаулау, күҙҙән йәш ағыуға;
  • бер аҙнанан ашыу танау тоноп, тымаулап йөрөүгә;
  • даими рәүештә ҡабатланған төнгө ҡоро йүтәл, ауыр тын алыу.
    Әгәр был билдәләрҙе тойһағыҙ, өҫтәүенә нәҫелегеҙҙә берәйһе аллергиянан интегә икән, кисекмәҫтән аллерголог-иммунологҡа мәрәжәғәт итегеҙ. Аллергияны булдырмау хаҡында хәстәрлек бала ҡарында ятҡан саҡта уҡ башланырға тейеш. Бәпес көткән әсәгә дөрөҫ туҡланыу мөһим. Әлбиттә, уға тәмәке тартыу, эсеү кеүек яман ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға икәнен әйтеү ҙә кәрәкмәйҙер. Вируслы сирҙәрҙе йоҡтормаҫҡа тырышырға кәрәк. Ә сабый тыуғас, уны күкрәк һөтө имеҙеп үҫтереү, сыныҡтырыу, прививкалар яһатыу, киҫкен вируслы сирҙәрҙән мөмкин тиклем һаҡлау зарур.
    Аллергия менән ауырып киткән осраҡта, тикшерелеп, уның нилектән икәнен асыҡлағыҙ. Сир туҙандан барлыҡҡа килһә, донъяғыҙҙы йыш йыуып-таҙартып тороғоҙ. Ауырыуға йорт хайуандары сәбәпсе икән, өй эсендә уларҙы йәшәтмәгеҙ. Шулай уҡ табип билдәләмәйенсә дарыу эсергә ярамауын иҫтә тотоғоҙ. Көслө аллергия тыуҙырыусы ризыҡтарҙан баш тартығыҙ.
    Табип менән кәңәшләшеп, үҙегеҙгә йәки яҡындарығыҙға сир киҫкенләшеп киткәндә ярҙам итергә өйрәнегеҙ. Үҫемлек һеркәһе килешмәй икән, көн уртаһында, эҫе саҡта, тышта йөрөмәҫкә, урамда битлек кейергә кәңәш ителә. Бөжәктәр тешләүенә аллергия бар икән, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡул осоғоҙҙа дарыуҙар булһын.
    Бөгөнгө медицинала аллергия уңышлы асыҡлана һәм дауалана. Кисектергеһеҙ ярҙамды күрһәтеү, шулай уҡ өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау өсөн заманса, зыянһыҙ дарыуҙар бар, махсус иммунотерапия бик көслө. Республикабыҙҙа юғары әҙерлекле аллергологтар-иммунологтар эшләй һәм ауырыуҙар махсус медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.

    Альмира Кирәева әҙерләне.
    Читайте нас: