+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
2 Июль 2019, 19:08

Имле ҡуллы инәйҙәр

– Бисмиллаһир-рахманир-рәхиим… Әйҙә, балаҡайым, үтеп кит. Юғалып ҡалдым. Эстән генә: «Собханаллаһ! Әкиәттәге, һүрәттәге матур әбекәй. Күҙҙәре ҡайһылай йыуаш, һөйкөмлө», – тием. – Ә мин Өфөнән үк килеп еттем һеҙгә. Мәғүҙә инәй кеткелдәп кенә көлөп ҡуйҙы: – Өфө аръяғынан да килеүселәр бар. Юлдары яҙһа, алыҫ тип тормайҙар. Килеүемдең сәбәбен әйтеүемде көтмәй, инәй иркен урындығына ултыртты ла, шыбырлап уҡынып, йомшаҡ ҡулдары менән башымдан, унан арҡамдан һыйпаны.

– Башың ауыртамы?
Шунан башымдың һул яғын ҡулы менән тотоп:
– Бына ошо яғы, эйе бит?
Ирекһеҙҙән күҙҙәрем йәшләнде. Баш ауыртыуҙарым үҙәккә үткәнгәлерме, яуап бирергә тауышым сыҡмай, йәш­тәремә быуылып ҡалды, тешектем1, бары башымды һелктем.
– Хәл алдың, баш ауыртыуҙарың да үтеп китте. Тимер тракторҙың да арыҡланыуы бар, әҙәм балаһы уның эргәһендә нимә генә. Һис юғында, ошолай, юл ыңғайы булһа ла, беҙҙең ауылға һуғылып, һыланып, өшкөрөлөп йөрө.

...Шыжлап ҡына йырлап ултырған самауыр төбөндә бағымсы Мәғүҙә инәй йылмайып бик аҡыллы хәбәрҙәр һөй­ләүен дауам итте. Уның күҙҙәренән йылылыҡ бөркөлә. Ошо мәлде нисек тотоп, туҡтатып алып ҡалырға була икән? Әллә ниндәй ләззәттерме, әллә баяғы балалыҡты, тынлыҡты һағы­ныуым шул тиклеммелер, бөтәһен дә иҫемдә ҡалдырғым килеп, тотлоғоп тыңланым, рәхәтлектә йөҙҙөм.
...Һыуы тәмле яҡта әҙәмдең йөҙө йәмле була икән. Мәғүҙә инәй, Маһира апай, уның ҡыҙҙары Миңһылыу апай һәм Нәсимә менән генә күрешеп, тормошомда тағы яҡшы кешеләрҙең артыуын һиҙҙем. Донъя матур! Эскерһеҙ, ихлас кешеләр менән аралашһаң, ул зәңгәргә лә әйләнә икән!..
– Нәсимәне бит миңә Хоҙай бүләк итеп кенә ебәрҙе, – тип серен асты Маһира апай. – Шуға Хоҙай бүләген үтә ҡәҙерләп үҫтерәбеҙ.
– Иркә генә шул. Ҡыҙ бала шулай булалыр.
– Билдәле Нурия бағымсының балалары беҙ…
Әллә ҡасан ҡыҙыҡһынып та, нисегерәк һүҙ башларға белмәй ыҙалап йөрөүем, ошо мәлдә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Маһира апай, уйҙарымды һиҙгәндәй, яйлап ҡына һөйләргә кереште.
…Мөжәүир хәҙрәттең фатихаһы менән халыҡты дауалай башлай Нурия инәй Байгилдина.
– Нурия ҡыҙым, һиңә Хоҙайҙан табиплыҡ ҡөҙрәте бирелгән. Быуын төшөрөү, умыртҡа, умрау һөйәген ҡарау, кендек инәһе булыу һинең ҡулыңдан килә, – тип әйтеп ҡалдыра Мөжәүир хәҙрәт.
Үҙендә был һәләттәр барлығын һиҙгән Нурия инәй бөтә ғүмерен шулай кеше ҡарауға бағышлай. Иманы, ҡото менән тирә-йүндә генә түгел, алыҫтарға ла даны ишетелә уның. Дауаланырға килеүселәр һәр ваҡыт оло рәхмәттәр менән генә ҡайтып китә. Хатта дауаха­наларҙа һауыға алмағандар Нурия инәйгә килә.
Бәләкәй саҡтарынан Нурия инәйҙең шөғөлөнә ихтирам менән үҫкән Маһира ҡыҙы, Миңһылыу ейәнсәре лә хәҙер килгәндәрҙе кире бормай, барыһына ла хәлдәренән килгәнсе ярҙам итә. Хатта тиктормаҫ Нәсимә лә сыҡҡан быуын­дарҙы төшөрә белә. Fәжәбе шунда: Нәсимә массажды дөрөҫ эшләү, быуын­дарҙы ни рәүешле дөрөҫ кенә урынына ултыртыу буйынса бер ҡайҙа ла уҡымаған. Уның был һәләте нәҫелдән – Нурия инәйҙең көсө балаларына күскән. Улар менән һөйләшеп ултырып ҡына ла үҙеңде яҡшы тоя башлайһың, быға үҙем ышандым.

...Осо-ҡырыйы күренмәгән киң Хәйбулла далаһы, әллә ҡайҙарҙан күренеп ятҡан Ташкүл, уң яҡтан Йоморткүл, һул яҡтан Аҡҡош күле оҙатып ҡалды. Быға тиклем күпме юл үтеп тә, юлдарҙың ошо тиклем дә йомшаҡлығын тойғаным булмағайны. Гүйә, ирәүән2 күңелле, ҡеүәтле шифалы Мәғүҙә Иҫәнгилдина менән Маһира Шайморатова инәйҙәр минең юлыма мамыҡ юрған йәйеп һалған. Ауылды сығып ҡына барғанда күҙ алдымда йәйғор түшәлде. Аҙашма, тигәндәй, уның нурҙары бик оҙаҡ йәйелеп барҙы әле. Изге тупраҡтан фатиха, илһам алып, мөлдөрәмә тулы күңел менән юлымды дауам иттем…

Рәзилә Ырыҫҡужина.

Хәйбулла районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: