-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
26 Июнь 2019, 14:16

Кендек ҡаны тылсымы

Кендек борон халҡыбыҙҙа тәндең кешене һаҡлаусы мифологик өлөшө тип ҡабул ителгән.

Бәпес тыуғанда киҫеп алынған кендек өлөшөн киптереп, бетеү итеп йөрөткәндәр, ғаиләлә балалар ишле булһын, кәртәлә мал үрсеһен тип, уны өй түшәменә, ҡура эсенә элеп ҡуйғандар. «Кендегемде киҫкән ер», «Кендек ҡаны тамған ер», – тип әйткәндә халҡыбыҙ, һис шикһеҙ, уның тылсымлы көсөн күҙ уңында тотҡан. Тыуым менән бәйле был ҡандың йәшәү һәм үлемгә лә бәйле икәненә инанғандар. Ғөмүмән, «кендек сиселеү», «кендек өҙөлөү», «кендеге бәйле булыу» кеүек һүҙбәйләнештәр ябай төшөнсә түгел, ғәйәт ҙур мәғәнәгә эйә. Бөгөнгө медицинала кендек ҡанының мөғжизәгә тиң һауыҡтырыу серен асыуҙа, бәлки, ата-бабаларыбыҙға билдәле булған мәғлүмәтте быуаттар аша тергеҙеүҙер? Журналыбыҙҙың даими авторы, Өфө ҡалаһы 22-се клиник дауаханаһының гинекология бүлеге табибы Гөлназ Ниәтша ҡыҙы НУРҒӘЛИНА ошо ҡеүәтле дауалау сараһы тураһында һөйләй.


Кендек ҡаны – ҡандың йәш, өлгөрөп етмәгән күҙәнәктәренең (стволовые клетки) бай сығанағы. Был күҙәнәктәр ҡан һәм иммун системаһы өсөн төҙөлөш материалы булып тора, туҡымаларҙы, ағзаларҙы, ҡан тамырҙарын яңыртыу, тергеҙеү һәләтенә эйә һәм бихисап сирҙәрҙән дауалай. Яманшеш, ҡансирҙәре, лейкемия, ревматоидлы артрит, ҡыҙыл сөсө (красная волчанка), үҙәк нервы системаһының етди сирҙәрен, мәҫәлән, Паркинсон, Альцгеймер, балалар фалижы, шәкәр диабеты һәм башҡа сырхауҙарҙан һауыҡтырғанда кендек ҡаны уңышлы ҡулланыла.


Йәш күҙәнәктәр беҙҙе ғүмер буйы ҡурсалаусы һалдаттар кеүек. Улар електә, ҡанда, балаларҙың һөт тештәрендә, сәс тамырҙарында ла бар. Берәй ағза зарарланыу хаҡында «хәбәралыу» менән улар шунда «йүнәлә» һәм тап яҡлауға мохтаж туҡымаларға әүерелә. Ләкин ваҡыт үтеү менән уларҙың күләме, «хеҙмәткә һәләтлелеге» кәмей. Организмға етди ауырыуҙарҙы еңеү генә түгел, көндәлек көсөргәнеште күтәреүҙә ҡыйын булла башлай. Шуға күрә бәпес донъяға килеү менән кендек ҡанын алып, һаҡлауҙы ҡайғыртыу – бала өсөн ғүмерлеккә «биологик страховка» булдырыу тип әйтергәмөмкин. Яңы тыуған сабыйҙың кендекҡанын үҙен дауалау өсөн генә түгел, ғаиләнең башҡа ағзаларын һауыҡтырыуға ла файҙаланырға мөмкин. Был юл менән сабыйҙың атаһын, әсәһен, бер туғандарын, олатаһын, өләсәһен, хата ике туған апайҙарын, ағайҙарын ҡотҡарған осраҡтарҙа билдәле. Кендек ҡаны ярҙамында элек дауалап булмай торған сирҙәрҙән ҡотолоусылар күп. Косметологияла уны ҡартлыҡты сигендереүсе сара итеп тә ҡулланырға мөмкин.


Бала тыуған саҡта кендек ҡанын һаҡлауға алыуҙың кәрәкме-юҡмы икәнен һәр ата-әсә үҙе хәл итә. Әммә ауыр ҡан сирҙәре менән яфаланыусылар булған йәки һеңлеһе һәм ҡустыһының кендек ҡаны менән дауаларлыҡ ауырыу балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә уның ҙур мөмкинлек биреүен онотмау зарур. Шулай уҡ ярашлы донор табыу ауыр булған аҙ һанлы халыҡтар вәкилдәренә лә был мәғлүмәтте иҫтә тотоу мөһим.


Кендек ҡаны бәпес тыуғандың тәүге минуттарында алына. Сабый кендеге әсәнән киҫелгәс, бәйләп эшкәртелгәс, махсус энә ярҙамында ҡанды тамырҙан бәләкәй контейнерға йыялар. Уны әсә баланы үҙе донъяға килтергәндә лә, операция (кесарево киҫеүе) менән тыуҙырғанда ла алырға мөмкин. Был процедура бәпескә лә, әсәһенә лә һис ҡурҡыныс түгел, уға ете-ун минут самаһы ваҡыт китә. Йыйылған ҡан күләме лә бик бәләкәй – 80-100 грамм тәшкил итә. Ләкин ошо миҡдарҙың һәр миллилитры баһалап бөткөһөҙ хазинаға тиң – ғүмерҙе, һаулыҡты һаҡлап ҡалыу ҡеүәтенә эйә.


Бөгөн ҡайһы бер дәүләт медицина учреждениелары ла, шәхси клиникаларҙа йәш күҙәнәктәр һаҡлау банкыһын булдырған. Алдан төҙөлгән килешеүбуйынса, һеҙ һайлаған учреждениеға кендек ҡаны һалынған контейнер тәүлек эсендә алып барып еткерелергә тейеш. Ныҡ түбән температурала ул оҙаҡ йылдар дауамында ҡиммәтле сифаттарын юғалтмайынса һаҡлана. Әлбиттә, һәр йыл һайын бының өсөн күпмелер түләп торорға кәрәк. Ләкин был хаҡ эшләп йөрөүсе ҡәҙимге ғаиләләр ҡулынан килерлек.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйтер инем: кендек ҡанының мөғжизәүи мөмкинлектәре әле тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, табиптар был йүнәлештәге тикшеренеүҙәргә ҙур өмөттәр бағлай.


Читайте нас: