+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
31 Май 2019, 13:16

Һаулыҡ көсө

Саҡ ҡына ел иҫеү менән танауығыҙҙан һыу ағып, һалҡын тейергә торамы? Табиптың «иммунитетығыҙ ҡаҡшаған» тиеүенән ялҡып бөттөгөҙмө? Ә сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡ, йәғни иммунитет ҡайҙа һаҡланыуын беләһегеҙме икән?

Ашҡаҙан-эсәк юлында, тигән яуап күптәр өсөн сәйер яңғырар, моғайын. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы, юғары категориялы гастроэнтеролог Эльмира Мәрүән ҡыҙы Ҡаһарманова һаулығыбыҙ көсө ни өсөн туранан-тура эсәктәр эшмәкәрлегенә бәйле булыуы хаҡында һөйләй.
– Ашҡаҙан-эсәктәр, баҡһаң, ризыҡ һеңдереү бурысын үтәү менән генә сикләнмәй булып сыға?
– Эйе, улар – иммун системаһының бик мөһим өлөшө. Был система беҙҙе тыштан ингән ғәйәт күп микроорганизмдарҙан һәм ағыулы матдәләрҙән һаҡлай, ҡурсалаусы аҡһымдар – иммуноглобулин бүлеп сығара, лимфоциттарҙы әүҙемләштерә. Эсәктең һәр метрында 1000-дән ашыу лимфоцит – иммунитет хәтере өсөн яуаплы күҙәнәктәр бар. Уларҙың лайлалы тышсаһының 25 проценты иммун яҡтан әүҙем туҡымаларҙан тора, иммун күҙәнәктәренең 80 проценты эсәктәрҙә «йәшәй».
Эсәк сәләмәтлегенең мөһимлеген, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баһалап бөтмәйбеҙ. Иммунитет һаҡсыһы булыуҙан тыш, ул тағы ла әллә күпме бурыстар башҡара. Ундағы бактериялар мейе өсөн кәрәкле матдәләр, мәҫәлән, яңы нейрондар барлыҡҡа килеүенә ярҙам иткән аҡһымды етештерә. Бынан тыш, үҙәк нервы системаһы эшен тотороҡландырыусы аминокислотаның бер төрө тап унда хасил булып, стрестарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә. Шулай уҡ агрессия, ҡәнәғәтлек өсөн яуаплы матдәләрҙе эсәк бактериялары ла бүлә. Былар бөтәһе беҙҙең кәйефкә, хатта зиһен һәләтенә, мәғлүмәт ҡабул итеү сифатына йоғонто яһай.
– Эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуға, тимәк, иммунитет түбәнәйеүгә нимәләр сәбәпсе?
– Элек, һыу, һауа, ашаған ризы­ғыбыҙ таҙараҡ булғанда эсәктәрҙең микрофло­раһы үҙенән-үҙе көйләнеп, һаулыҡ көсөн бер кимәлдә тотҡан. Ләкин экологияның насарланыуы бөтә организмға, эсәктәр торошона ла кире йоғонто яһай. Антибиотиктарҙы күп ҡабул итеү ныҡ зарарлы. Көслө дарыуҙар зыянлы бактерияларҙы ғына түгел, файҙалыларын да үлтерә. Бигерәк тә укол менән яһалғандары ҡан аша үтеп, туп-тура нәҙек эсәктең лайлалы тышсаһын «ашай». Ә һаулыҡ көсөн күтәреүсе иммуноглобулин тап шунда барлыҡҡа килә бит. Антибиотиктар беҙ ашаған ит, һөт, йомортҡа, балыҡ аша ла инә: малсылыҡта, ҡошсолоҡта, балыҡсылыҡта улар киң ҡулланыла. Шулай уҡ емеш-еләк үҫтереү, һаҡлау ваҡытын оҙайтыу өсөн файҙаланылған химик матдәләр кәрәкле бактерияларҙы юҡҡа сығарыша. Бынан тыш, крандан аҡҡан һыу, дөрөҫөрәге, ундағы хлор һәм фтор микрофлораны яндыра. Автомобилдәр бүлеп сығарған газдар ҙа эсәктәргә үтә зарарлы. Ә стрестың, асығыуҙың емергес көсөн әйтеп тә торорға түгел.
– Ниндәй билдәләр эсәк эшмә­кәрлеге боҙолоуы тураһында һөйләй?
– Даими эс ҡатыу йә, киреһенсә, эс китеү, ауыртыныу, эстә артыҡ газ йыйылыуы ныҡ һағайтырға тейеш. Йыл дауамында туҡтауһыҙ һалҡын тейҙереп сирләүҙәр, тән сабыртыуы, экзема, биттәге һытҡылар, ниндәйҙер ризыҡҡа аллергия, герпес, кандидоз да йыш ҡына эсәктәрҙең сәләмәт булмауы хаҡында һөйләй. Хатта быуын һыҙлауына ла эсәктәге сир сәбәпсе булыуы бар.
– Ләкин күп кеше, был билдәләрҙең әллә нисәһен тойһа ла, табипҡа йүгерергә ғәҙәтләнмәгән...
– Әлбиттә, иң башта дөрөҫ туҡланыуҙы яйға һалырға кәрәк. Аҙ-аҙлап, йыш ашау мөһим. Өҫтәлдә төрлө ҡушымталар һалынған ризыҡтар, консерваланған аҙыҡ, ғөмүмән, зыянлы ризыҡ булмаһын. Ата-бабаларыбыҙ белеп быуаттар дауамында һөт ризыҡтарына ҙур өҫтөнлөк биргән – эсәктәге микрофлораны тап улар яҡшырта. Һөҙмә, ҡатыҡ, айран, ҡорот табындан төшмәһен, ҡымыҙ эсергә тырышығыҙ. Аҡ ҡалас урынына көрпәле икмәк ашағыҙ. Үҙебеҙҙә үҫкән ҡабаҡ, сөгөлдөр, кишер кеүек йәшелсәләрҙең файҙалы икәнен иҫтә тотоғоҙ. Көнөнә бер тырнаҡ һарымһаҡ ҡапһағыҙ, артыҡ газ барлыҡҡа килеүҙән яфаланмаҫ­һығыҙ.
Ләкин ауыртыныу йыш ҡабатланыуы, көсәйеүе, оло ярауҙа лайла, ҡан, эрен – бик хәүефле билдәләр. Эсәк эшмәкәрлеге боҙолоуын иғтибарһыҙ ҡалдырыу ауыр эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, унда кескенә полиптар бар икән, шешкә әүерелеүе, артабан яман шешкә әйләнеүе мөмкин. Шуға күрә бер сәбәп булмаһа ла, илле йәште уҙғандарға колоноскопия үтергә кәрәк. Эсәктәрҙең насар эшләүе арҡаһында дауалауға ауыр бирелгән, бөтә организмды ҡыйратҡан аутоиммун сирҙәр тыуыуы мөмкин. 1-се төр шәкәр диабеты, Крон ауырыуы, нәҙек эсәктең хроник ялҡынһыныуы шундайҙарҙан һанала. Һау ғүмер итергә теләһәгеҙ, эсәктәрҙең сәләмәт булыуын хәстәрләүҙе көндәлек ғәҙәткә әйләндерегеҙ.

Читайте нас: