-11 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
30 Апрель 2019, 13:38

Йоҡо – дауа

Мең мәшәҡәт менән тулы оҙон көн артта. Төн ҡараңғылығына сумған донъя менән бергә әүен баҙарына китергә ине лә бит! Йоҡо яҫтыҡ һорамай, тиһәләр ҙә, төндәрен керпек ҡаҡмай үткәреүселәр бихисап. «Нисә тапҡыр йөҙгә хәтлем һанағанмындыр – файҙаһыҙ. Хан заманындағы ваҡиғаларға ҡайтып, уларҙы яңынан кисерәм. Тороп йөрөп алам, сәғәтте ҡарайым, яңынан барып ятам, әйләнәм-тулғанам. Иртән тау-таш аҡтарғандай ватылып, эшкә китәм. Шунан көнө буйы иҫерек кеше һымаҡ йөрөйөм», – тип зарлана йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыусы бер ханым.

Һалҡын тейеүҙән, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, баш ауыртыуҙан ҡала, йоҡоһоҙ­лоҡтан интегеү табипҡа килтергән сәбәптәр араһында дүртенсе булып тора. Кешеләрҙең кәмендә 15 проценты даими йоҡоһоҙлоҡтан, йә төнөн уянып, яңынан йоҡоға тала алмайынса ғазаплана.
Элек табиптар төнгөлөккә бер-ике төймә дарыу ярҙамында йоҡоһоҙ­лоҡтан арынырға кәңәш итһә, хәҙер был проблемаға ҡараш үҙгәрә. Ул йылдан-йыл тәрәнерәк өйрәнелә һәм һәр осраҡ айырым ҡаралып, ярҙам итеү мөмкинлектәре арта бара.
Башта шуны әйтеп китеү кәрәк: күп осраҡта йоҡоһон кеше үҙе яйға һала ала. Мәҫәлән, төнөн серем дә итмәй сығыуға йыш ҡына йоҡо гигиенаһын күҙәтмәү сәбәпсе. Карауат та, матрас та уңайлы һәм иркен, түшәк-йәймәләр – тирҙе яҡшы һеңдерерлек тәбиғи туҡыманан, тотоп ҡарауға ла рәхәт булырға тейеш. Юрған-мендәрҙәрҙең иһә аллергия сығармаҫлыҡ материалдан эшләнгәнен һайлағыҙ. Ортопедик мендәр алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ, әммә яртышар быуат файҙаланылып, өләсәйҙәрҙән мираҫҡа күскән, ҡаҙ мымығы тыңҡыслап тултырылған ауыр яҫтыҡтарҙы ташлағыҙ – улар саң талпандары менән мыжғып тора.
Элек һалҡын бүлмәлә йоҡлау һәйбәт, тиһәләр, хәҙер һәр кем йоҡо өсөн ҡулай температураны үҙе билдәләй, тип иҫәпләнә. Бүлмәләге һауа артыҡ ҡоро булмаһын, бынан тире кибә, танау тығыла, тамаҡ ялҡынһына.
Шулай уҡ туҙан йыйыусы келәмдәрҙән баш тартығыҙ. Тәҙрәләргә яҡты ай нуры төшмәҫлек ҡалын пәрҙәләр элегеҙ. Төнгө кейем тән ял итерлек тәбиғи туҡыманан, иркен булһын. Тәҙрәләрҙе асып, өйөгөҙгә саф һауа индерергә онотмағыҙ.
Йоҡо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙан тыш, тағы ла бер нисә төп кәңәште тоторға тыры­шығыҙ. Үтә ябай күренгән дөйөм был тәҡдимдәр ғәмәлдә иһә йоҡоно көйләү өсөн бик мөһим.
1. Йоҡо режимын күҙәтегеҙ. Биологик сәғәттәрегеҙ теүәл «йөрөһөн» тиһәгеҙ, бер үк ваҡытта ятығыҙ һәм тороғоҙ.
2. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә түшәктә булыу ваҡытын аҙайтыу йоҡоно тәрәнәйтә.
3. Етди мәсьәләләрҙе ятыр алдынан хәл итмәгеҙ.
4. Даими рәүештә физик күнекмәләр менән шөғөлләнегеҙ. Аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр 30 – 60-ар минут физик әүҙемлек – стресҡа, тимәк, йоҡоһоҙлоҡҡа ҡаршы иң яҡшы сара.
5. Кофеинлы эсемлектәрҙе – сәй, ҡәһүәне кәметегеҙ, ә йоҡларға ятҡансы алты сәғәт ҡала уларҙы эсмәҫкә тырышығыҙ.
6. Тәмәкене ташлағыҙ, мөмкин түгел икән, аҙыраҡ тартығыҙ. Һис юғында йоҡлар алдынан ике сәғәт тартмағыҙ. Никотин йоҡоно кофеинға ҡарағанда ла нығыраҡ ҡасыра. Хәмер менән дуҫ булмағыҙ.
7. Ас килеш йәки, киреһенсә, тулы ҡорһаҡ менән ятырға ярамай.
8. Йоҡларға әҙерләнеү йолаһын булдырығыҙ. Тән дә, йән дә тынысланһын өсөн йылы ванна инәһегеҙме, шунан йомшаҡ крем һөртәһегеҙме, талғын музыка тыңлайһығыҙмы – кисен матур ғәҙәткә әйләнһен.
Ләкин бөтә шарттар булдырып, барлыҡ кәңәштәрҙе тотоуға ҡарамаҫтан, төнөн әллә нисә уянаһығыҙ, йәки күҙ ҙә йоммай сығаһығыҙ икән, ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Йоҡоһоҙлоҡ ҡайһы бер осраҡта әкрен генә үҫешеүсе сир билдәһе лә булырға мөмкин.
Элек, электр уты булмағанда, телевизорҙан тәүлек әйләнәһенә йөҙләгән канал һөйләп тормағанда, кешеләр график буйынса эшләмә­гәндә йоҡоһоҙлоҡтоң ни икәнен белмәгәндәр. Халыҡ ҡояш байығас ятҡан, уның тәүге нурҙары менән уянған. Тәүлек буйына биологик сәғәттәр күҙәтелгән, йоҡлау, ял итеү, эшләү ритмы һаҡланған.
Йәшәү эшмәкәрлегенең тәүлек ритмын яйлаусы гормондарҙың береһе – «йоҡо гормоны» мелатонин. Ул кисен һәм төнөн – күп итеп, иртән һәм көндөҙ бик аҙ бүленә. Төнөн шулай уҡ тағы бер гормон – бала­ларҙың үҫеүен һәм өлкәндәрҙә майҙың энергияға әйләнеүен һәм мускулдарҙың ныҡлығын тәьмин итеүсе үҫеш гормоны барлыҡҡа килә. Ирҙәрҙә иһә енси гормон – тестос­терон бүленә. Шулай итеп, әгәр йоҡо туймай икән, балалар насар үҫә, өлкәндәр, матдәләр алмашыныу боҙолоп, һимерә башлай, ә көслө заттың ирлек ғәйрәте кәмей. Былар – йоҡоһоҙлоҡ тыуҙырған проблема­ларҙың бик аҙы ғына.
Көсөргәнешле осорҙа тынысландырыусы үләндәр – бөтнөк, мелисса сәйҙәре, бесәй үләне (валериана), арыҫлан ҡойроғо (пустырник) препараттары файҙалы булыр. Улар нервы системаһын тотороҡландыра (был иһә йоҡоно яҡшырта), әммә көндөҙ йоҡом­һоратмай. Ике-өс аҙна дауамында көнөнә өсәр тапҡыр эскәндә, шифаһын тоймай ҡалмаҫһығыҙ.
Ләкин йоҡоһоҙлоҡ ике аҙнанан ашыу дауам итә икән, мотлаҡ табипҡа барырға кәрәк.
...Кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Бәхеткә күрә, йоҡоно боҙған күпселек медицина проблемаларын бөгөн табиптар уңышлы хәл итә.

Резеда НАГАЕВА,

юғары категориялы табип-психотерапевт.