Яман шеш йоҡмай, тибеҙ, ләкин уны булдырыусы йоғошло вирустар барлығын беләһегеҙме икән? Кеше папилломаһы вирустары – енси юлдарҙағы инфекцияны тыуҙырыусы вирустар. Вирустың йөҙҙән ашыу төрө бар. Күбеһе һаулыҡ өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙырмай, дауаламайынса ла бер нисә айҙан юҡҡа сыға. Ләкин кәмендә ун дүрт төрө яман шеш тыуҙырыусыларҙан һанала. Рәүфә Йәнтилинаның “Яман шеште ниндәй вирус тыуҙыра?” тигән мәҡәләһе (
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/kho-ay-a-lar-a-lan-andy/yaman-sheshte-nind-y-virus-tyu-yra/) үҙ һаулығығыҙға иғтибарлы булырға саҡырыр.