Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, хиджама «һурыу» тигәнде аңлата. Был аңлашыла ла, сөнки процедура махсус банкалар менән башҡарыла, уның маҡсаты – бушлыҡ (вакуум) ярҙамында тирегә йоғонто яһау.
Өлкәнерәк йәштәгеләр бала саҡта сирләгәндә арҡаларына банка ҡуйыуҙарын яҡшы хәтерләйҙер. Был процедура ҡан сығармайынса эшләнгән, йәғни ҡоро хиджама тип атала.
Банкалар ярҙамында ҡан сығарыу иһә икенсе төрлөрәк башҡарыла. Сихәтләнергә килгән кеше менән бер аҙ һөйләшкәндән һуң, белгес уны кушеткаға ятҡыра һәм арҡаһына вакуумлы насос менән махсус банкалар ҡуя. Артабан банкаларҙы алалар һәм стериль лезвие менән шул урынды һаҡ ҡына сыймаҡлайҙар. Әлбиттә, унан алда тирене дезинфекциялайҙар. Шунан, банкаларҙы кире урынына ҡуйғас, уларҙың эсенә йомшаҡ туҡымаларҙа ҡуйырған ҡан сыға башлай. Күптәрҙе халыҡ медицинаһының был дауаһы ҡан менән бәйле булғаны өсөн шөрләтә. Әммә һуңғы медицина тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, ошо процедура ваҡытында үле ҡан аға, ул тулыһынса тиерлек иҫкергән, сафтан сыҡҡан күҙәнәктәрҙән тора. Һәм хиджаманы туҡымаларҙы туҡтап ҡалған ҡандан таҙартыу тип атарға мөмкин.
Әлбиттә, хиджамаға башлыса ҡатын-ҡыҙҙар килә, сөнки тап улар организм өсөн ҡан яңыртыуҙың кәрәклеген аңлай, туҡтап ҡалған ҡандың яҡшыға килтермәҫен тоя.
Гүзәл заттар хиджама ярҙамында ниндәй сирҙәрҙән ҡотолорға теләй? Нисек кенә сәйер яңғырамаһын – стрестан! Бөгөнгө заман тиҙлеге беҙҙе шул тиклем көсөргәнештә тота, хатта йоҡлағанда ла йомшарып ял итә алмайбыҙ. Стресс, тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп, беҙгә ата-бабаларыбыҙ бөтөнләй белмәгән әллә күпме сирҙәрҙе алып килә.
Беҙҙә йәш ҡыҙҙар ҙа, олпат ханымдар ҙа йыш була – ҡатын-ҡыҙ һаулығына хиджама ифрат килешә. Ауыртып килгән күрем, юғары ҡан баҫымы, арҡа, быуындар һыҙлау, баш ауыртыу – сәләмәтлекте тергеҙеү үҙәгенә ағылыусыларҙың зарҙары башлыса шулар. Уларҙың күбеһе артабан үҙҙәре менән әхирәттәрен, әсәйҙәрен, ҡыҙҙарын алып килә – берәү ҙә сирләргә теләмәй бит.
Процедуранан һуң кеше бөтә тәнендә, бигерәк тә башында бығаса булмаған ғәжәйеп еңеллек тоя. Ауыр уйҙар, көсөргәнеш юҡҡа сыға, биттәр алһыуланып, күҙҙәр янып китә, үҙеңә ышаныс арта, матурлығыңа яңы балҡыш өҫтәлә. Киҙеү осоронда иммунитеты түбән кешеләр бер нисә сеанстан һуң ауырыуҙы онота. Хиджаманы балаларға яһағанда ҡышҡы айҙарҙа уларҙың һаулығы өсөн борсолоуҙан туҡтарһығыҙ.
Был шифаны теләһә ниндәй көндә, ваҡытта алырға мөмкин. Мосолман китаптарында уны ай уртаһында яһарға кәңәш итәләр – был осорҙа ҡан нығыраҡ сыға.
Хиджаманың ирҙәргә файҙаһы айырыуса ҙур. Көслө зат уны йылына бер нисә тапҡыр эшләтә икән, ауырыуҙар кәмеүен, тәнгә көс тулыуын тойор. Спортсылар хиджаманы ярыштарҙан бер-ике көн алда осраҡлы ғына эшләтмәй: унан һуң үҙҙәрендә тылсымлы ҡеүәт һиҙеп, уңышлы сығыш яһайҙар.
Матурлыҡ өсөн яһалыусы хиджама тураһында айырым әйтеп үткем килә. Ул биттәге йыйырсыҡтарҙы шымарта, капиллярҙарҙы «ала», сабыртып торған урындарҙы тигеҙләй. Бер нисә сеанстан гүзәл зат тағы ла һылыуланып, әллә күпмегә йәшерәк күренә башлай.
«Наза» хиджама үҙәге етәксеһе.