+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
24 Ғинуар 2019, 13:43

«Һеҙҙең бәпесегеҙ буласаҡ!»

Ғаилә ҡороу менән байтаҡ ваҡыт ауырға ҡала алмай яфаланыусыларҙы йыш осратырға мөмкин. Бының сәбәптәре күп, айырыуса күҙәтелгәндәрен һанап үтәйек:
енси ағзаларҙың хроник ялҡынһыныу ауырыуҙары. Аналыҡ көпшәһе ялҡынһыныу арҡаһында уның аша үтеү ауырлашҡанға күрә, түл күҙәнәге сперматозоид менән «осраша алмай»;
  • аналыҡ ҡыуышлығы ауырыуы. Яралғыны «ҡабул итеүсе» аналыҡ тышсаһының ҡатламы әҙер булмау арҡаһында, аналыҡ ҡыуышлығы уны «кире ҡаға»;
  • ир-аттың орлоғо сифаты насарайыуға килтергән сирҙәр. Был ауырыуҙар ваҡытында сперматозоидтар йәшәүгә һәләтһеҙ, йә хәлһеҙ – түл күҙәнәген аталандырыуға яраҡһыҙ булып сыға;
  • халыҡта бындай осраҡтарҙы ир менән ҡатын бер-береһенә «тап килмәү» тип атайҙар – аналыҡ еңсәһендәге лайлала сперматозоидтарҙы үлтереүсе матдә булыу арҡаһында, улар түл күҙәнәген аталандырыу өсөн аналыҡ ҡыуышлығына үтә алмай.
    Әлбиттә, түлһеҙлеккә килтергән сәбәптәр юғарыла әйтеп үтелгәндәр менән генә сикләнмәй. Әгәр контрацепция ҡулланмайынса, даими енси тормош менән йәшәгән 25-35 йәшлек пар бер йыл дауамында йөклөлөккә өлгәшә алмай икән, табип-репродуктологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кем ул репродуктолог? Ул – ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың репродуктив системаһы тураһында өҫтәмә белемгә эйә булған акушер-гинеколог.
    Был проблеманы хәл итеү өсөн йәш ғаиләгә ни эшләргә? Иң мөһиме – ҡурҡыуға бирелергә ярамай. Бөгөнгө заман медицинаһы бөтә һорауҙарға яуап бирергә һәләтле. Ваҡытты һуҙмағыҙ. Өфө ҡалаһындағы «Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһы табиптары һеҙгә был үтә мөһим һәм бик нескә мәсьәләлә ихлас ярҙам итергә әҙер.
    Консультацияға ирегеҙ менән икәүләп килергә кәрәк. Сөнки табип икегеҙ өсөн дә тикшеренеүҙәр планын бирәсәк. Анализдарҙы йәшәү урынындағы поликлиникала тапшырырға мөмкин. Табиптың анализ бирер алдынан ҡушҡан бөтә күрһәтмәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Тикшерелеп бөткәс, яңынан беҙҙең клиниканың репродуктологына килергә кәрәк буласаҡ. Табип һеҙҙең анализдарҙы ҡарағас: «Һеҙ оҙаҡ теләгән бәхеткә – буйға ҡалыуға нисек өлгәшергә?» – тигән һорауға яуап табып, төплө бер фекергә килерһегеҙ.
    Көтөп алынған йөклөлөккә өлгәшеү өсөн дауалау алымдарының береһе – экстракорпораль аталандырыу (ЭКО). Халыҡта был ысул буйынса тыуған сабыйҙарҙы «пробирканан сыҡҡан бала» тип йөрөтәләр. ЭКО бөгөн иң һөҙөмтәле дауалау алымы тип һанала.
    Беҙҙең клиника ЭКО уҙғарыу менән ун йылға яҡын шөғөлләнә, бөгөн иһә республикабыҙ ауыл-ҡалаларында ошо ысулды ҡулланып беҙҙең ярҙам менән донъяға килгән меңдән ашыу бала үҫә.
    ЭКО ярҙамында түлһеҙлекте дауалау медицина страховкалауы полисы булған бөтә кешеләргә квота буйынса уҙғарыла. Йәғни дәүләт гарантиялары программаһы был дауалау сығымдарын (медицина препараттарын да индереп) тулыһынса ҡаплай.
    Башҡортостанда йәшәүсе һәр ғаилә, бала һөйөү бәхетен үҙ аллы татыуҙан мәхрүм икән, йылына бер тапҡыр бушлай ЭКО яһатырға хоҡуҡлы. Бының өсөн ваҡытында репродуктологҡа мөрәжәғәт итеү һәм квота бүлеүгә ғариза яҙыу зарур. Артабан, бушлай ЭКО үткәреүгә йүнәлтмә алғас, «Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһының репродуктологына килеп, уның бөтә күрһәтмәләрен теүәл үтәргә кәрәк буласаҡ. Һәм, оҙаҡ та үтмәҫ, «Һеҙҙең бәпесегеҙ буласаҡ!» тигән зарығып көткән һүҙҙәрҙе ишетерһегеҙ!
    Табип-репродуктологҡа 8-800-775-69-69 телефоны буйынса яҙылырға була. Әгәр һеҙгә клиникаға консультацияға килеү яйһыҙ икән, табип менән Skype аша һөйләшеп кәңәшләшә алаһығыҙ. Квота буйынса ЭКО хаҡындағы консультация бушлай. Сайтта оnline консультантҡа www.eko-rb.ru һылтанмаһы аша сығырға мөмкин.
    Беҙҙең адрестар:
    Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 52 (ҡала үҙәгендә),
    Г. Кусимов урамы, 15/1 (Дим биҫтәһендә),
    Зорге урамы, 75 (Ғафури паркы янында).

    Сикләүҙәр бар. Белгес кәңәше мотлаҡ

    Читайте нас: