-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сихәт
15 Декабрь 2018, 00:16

Ә һеҙ диспансеризация үттегеҙме?

“Диспансеризация үтегеҙ!” – һуңғы йылдарҙа табиптарҙың шулай тип саҡырыуын йыш ишетәбеҙ. Аҙна аҙағында журналистар менән осрашыуҙа Өфө ҡалаһының 32-се поликлиникаһы баш табибы Нәүфәл Юрий улы Ҡудашев һәм профилактика бүлеге мөдире Альмира Марат ҡыҙы Шубина диспансеризацияның нимәнән ғибәрәт булыуын, ни өсөн уны уҙыу мотлаҡ икәнен һөйләне. Был осрашыуҙан һуң уҡыусыларыбыҙҙан да һорағы килә: ә һеҙ диспансеризация үттегеҙме?

Дөйөм диспансеризация илебеҙҙә 2013 йылда башланды. 2019 йылда уны 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуған кешеләр уҙа.
Уның маҡсаты — халыҡтың һаулығын тикшереп, ауырыуҙар асыҡлана ҡалһа, ваҡытында дауалау. Сирҙе иртә билдәләгәндә, кешене һауыҡтырыу ҙа еңелерәк бит. Сөнки күп ауырыуҙар бик оҙаҡ бер нисек тә һиҙелмәйенсә тамыр йәйергә мөмкин. Улар тап диспансеризацияла тикшерелгәндә беленә лә инде.
Һәр кемгә үҙ поликлиникаһында өс йыл һайын ошолай бушлай ҡаралып тороу фарыз. Поликлиникаға килгәс, кеше үҙ йәшенә тура килгән маршрут картаһы буйынса ҡандың дөйөм һәм клиник анализдарын, бәүел анализы тапшыра, флюорография, ЭКГ, ультратауыш тикшереүе үтә. Терапевт, һөҙөмтәләрҙе барлап, хәүефләнергә нигеҙ булыу-булмауын баһалай, кәңәштәр бирә, кәрәк икән, дауаһын тәғәйенләй. Һөҙөмтәләрҙә берәй тайпылыш булып, шик тыуһа, артабан махсус белгестәр йәлеп ителеп, тәрәнерәк тикшереүҙәр уҙғарыла.
Диспансеризацияға яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлаусы саралар, мәҫәлән, аналыҡ муйынтығы рагын билдәләүсе цитологик тикшереү инеүе айырыуса әһәмиәтле.
Читайте нас: