-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
25 Сентябрь 2025, 13:31

КҮҢЕЛ ЙӘМЕ

Иглин районының Верный ауылынан Рита Яҡупованың баҡсаһы ысын мәғәнәһендә гөл-сәскәгә күмелгән. Унда раузаның ғына 200-ләгән төрө үҫә. Яҙ етеү менән ләлә, нәркәстәр күренә, артабан пиондар, раузалар, клематистар сәскә ата, көҙ баҡсаны гортензиялар биҙәй.

КҮҢЕЛ ЙӘМЕ
КҮҢЕЛ ЙӘМЕ

«Бөтә сәскәләр ҙә матур, әммә минең күңелемә раузалар яҡын, – ти Рита апай. – Таждарының төҙөлөшө, еҫе, төҫө... бар яҡлап оҡшай. Иң яратҡан сорттарым – Ангела, Чандос Бьюти, Амадеус, Динки, Монако принцының юбилейы, Омаж Барбара, Вивьен Вествуд. Наҙлыҡайҙарҙы ҡарауы мәшәҡәтлерәк, әлбиттә, әммә ялҡытмай». 

Был хәтлем сәскәне табыш өсөн үҫтерәһеңме, тип һораусылар ҙа бар. Юҡ, Рита апай уларҙы һатмай. Ер  эшләү тынысландыра, күңелгә рәхәтлек бирә, ауыр уйҙан арындыра. Оҙаҡ йылдар себерҙә йәшәү дәүерендә баҡса үҫтереү мөмкинлеге булмай, тыуған яғына ҡайтҡас иһә был танһыҡ шөғөлгә бар буш ваҡытын арнай.

 

А. Королев фото8ы

Автор: Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас