-2 °С
Ясно
Шәп баҡса
13 Марта 2025, 06:43

Помидор үҫтереү серҙәре.

Томатың күп булһын тиһәгеҙ, эште уның орлоҡтарын сәскәндә үк башлар кәрәк. 2025 йылда томаттарҙы ҡасан сәсергә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Помидор үҫтереү серҙәре.Помидор үҫтереү серҙәре.
Помидор үҫтереү серҙәре.

Был томат сортынан һәм региондан тора.

🔹 Иртә өлгөрә торған сорттар: ергә ултыртырған  45-50 көн алда (март аҙағы –апрель башы).
🔹 Уртаса өлгөргән сорттар:  55-60 көн алда (маарт уртаһы – аҙағы).
🔹 Һуң өлгөргән сорттар: 65-70 көн алда (март уртаһы - аҙағы).

Регионға ҡарай:

-Рәсәйҙең көньяғы: 15 февралдән 15 мартҡа тиклем

-Рәсәйҙең урта һыҙаты:  1 марттан 15 мартҡа тиклем.

-Рәсәйҙең төньәяҡ төбәктәре, Урал һәм Себер: 10 – 30 март

Ай календары буйынса: 1, 4, 5, 8, 18, 19, 27, 31 март сәсергә ярай.

14 март (тулған ай )һәм 28-29 март (яңы ай) сәсергә ярамай – үҫентеләр насар сығасаҡ.

Үҫентеләрҙе нисек тәрбиәләргә?

  • Яҡтылыҡ. Махсус фитолампаларҙы 90 см ьейеклектә ҡуйыр кәрәк. 20 апрелдән һуң яҡтыртмаҫҡа.
  • Һыу һибеү. 2-3 көнгә бер тапҡыр иртән һәм ҡояшлы көндәрҙә һибергә.
  • Ашлама. 10-12 көнгә бер тапҡыр ашларға. Томат өсөн әҙер минераль комплекс ҡулланырға.

 

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас