Һырғанаҡ беҙҙең тәбиғәт шарттарында яҡшы үҫә. Ул ҡояш ярата, шул уҡ ваҡытта 40 градус һалҡынды ла еңел үткәрә, ҡоролоҡҡа ла бирешеп бармай. Емеш бирһен өсөн мотлаҡ инә һәм ата ҡыуаҡтарҙы ултыртырға кәрәк.
Ҡыуаҡ сәнскеле, шуға ла ҡыҙғылт һары емештәрен йыйыу ҡатмарлыраҡ. Уны тәүге ҡырауҙарҙан һуң йыйыу уңайлы, тип һанай ҡайһы бер уңған баҡсасылар. Ҡыуаҡтың төбөнә туҡыма йәйеп, туңған емештәрҙе сепрәк (йә йомшаҡ нәмә) уралған таяҡ менән һуҡҡылап төшөрәләр. Хәҙер уның сәнскеһеҙ сорттары ла сығарыла.
Емештәрендә каротин, В төркөмө, С, Е, К һәм башҡа витаминдар, минераль матдәләр күп. Шуға ла уны көнөнә 50–100 грамдан күберәк ашарға кәңәш ителмәй.
Һырғанаҡ ашҡаҙан, йөрәк, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, күҙҙәргә, тән тиреһе менән сәстәрҙең торошона яҡшы тәьҫир итә.
Һырғанаҡ майы Е витаминына, каротиноидтарға, фитостиролдарға, май кислоталарына бай. Йөрәк, тире ауырыуҙарынан, быуындар ауыртҡанда, депрессиянан ҡулланыла. Тире янғанда, яраларҙы уңалтыусы булараҡ та билдәле.
Япраҡтары ла – вирустарға ҡаршы яҡшы сара. Унда булған матдәләр интерферон барлыҡҡа килеүгә, насар матдәләрҙе организмдан сығарыуға булышлыҡ итә, грипп вирустары артыуына ҡамасаулай. Япраҡтарының төнәтмәһен шулай уҡ сәс ҡойолғанда ла файҙаланалар, быуындар һыҙлағанда компресс ҡуялар. Һырғанаҡ япраҡтарынан сәй тынысландыра, иғтибарҙы арттыра, ҡанда шәкәр кимәлен кәметә.
Ҡан баҫымы түбән булғанда, эс киткәндә, панкреатит, холецистит, ашҡаҙан сей яраһы кеүек ауырыуҙар мәлендә был емеште ҡулланыу ярамай. Һырғанаҡты ҡанды шыйығайтыусы препараттар менән бер юлы ашау ҙа кәңәш ителмәй. Шулай уҡ аллергия булғанда ла иғтибарлы булырға кәрәк.
Был сағыу төҫтәге емештең үҙенсәлекле тәме һәр кемдең күңеленә ятмаҫҡа ла мөмкин. Емештәренән һырғанаҡ майы әҙерләйҙәр, һутын һығалар. Һуты һөт коктейлдәренә үҙенсәлекле тәм һәм төҫ бирә. Төрлө турамаларға һалыу ҙа килешә. Ит янына соустар эшләргә лә була. Компот, ҡайнатма, желе, джем, кеҫәл кеүек ризыҡтар әҙерләгәндә ҡулай. Һәр илдә был емеште төрлөсә файҙаланалар. Мәҫәлән, Һиндостанда кәнфит эшләйҙәр, Ҡытайҙа һөт менән ҡушып файҙалы эсемлек, һеркә әҙерләйҙәр.
Һырғанаҡ япрағынан сәй
1 ҡалаҡ сей (киптерелгән булһа, 2 тапҡыр кәмерәк) һырғанаҡ япрағына 1 стакан һыу, 1 балғалаҡ бал, ярты балғалаҡ йәшел сәй, тәменсә имбир алына.
Һырғанаҡ япрағы, сәй, имбир киҫәктәре ҡатнашмаһына ҡайнар һыу һалып, 15 – 20 минут ҡаплап торабыҙ. Бал һалып эсәбеҙ.
Шулай уҡ сәйгә йүкә сәскәһе, бөтнөк, лимон тышы, аҡ сәскә ҡушырға мөмкин.
Әфлисунлы сәй
300 грамм һырғанаҡ емеше, 1 әфлисун, тәменсә бөтнөк үләне, дәрсен (корица), кардамон, имбир тәмләткестәрен алабыҙ.
Барыһын бергә блендерҙа иҙәбеҙ һәм ваҡ боҙ һауыттарына һалып туңдырабыҙ. Ҡышын алып ҡайнар һыу менән ғәҙәттәгесә сәй бешереп эсәбеҙ.
Витаминлы эсемлек
150 грамм таҙартылған ҡабаҡ, 100 грамм һырғанаҡ, 1 банан, ярты стакан һыу, 1–2 ҡалаҡ бал, тәменсә дәрсен тәмләткесе кәрәк.
Һырғанаҡ емештәрен, бер аҙ һыу ҡушып, блендерҙа иҙәбеҙ ҙә иләктән үткәрәбеҙ. Ҡабаҡты быуҙа бешереп алабыҙ. Һырғанаҡ һутына банан, ҡабаҡ, бал һалып блендер менән яҡшылап болғатабыҙ. Өҫтөнә дәрсен һибеп табынға бирәбеҙ.
Имбирлы ҡайнатма
300 грамм һырғанаҡҡа 400 грамм шәкәр, ярты балғалаҡ имбир, 150 миллилитр һыу алабыҙ.
Шәкәрҙе һыу менән ҡайнатып иретеп алабыҙ. Имбир ҡушабыҙ. Емештәрҙе ҡайнар сиропҡа һалып, 15 минуттай ҡайнатабыҙ һәм утты һүндерәбеҙ. Тулыһынса һыуынғас, тағы утҡа ҡуябыҙ һәм бер сәғәт самаһы, әҙер булғансы тотабыҙ. Был ҡайнатма оҙаҡ һаҡлана.
Печенье
100 грамм аҡ май, 100 грамм шәкәр, 50 грамм һырғанаҡ һуты, 2 стакан он, яртышар балғалаҡ тоҙ, аш содаһы кәрәк.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны йәйеп, бәләкәс түңәрәктәр итеп киҫәбеҙ. Майлы табаға теҙеп, ҡыҙыу мейестә бешерәбеҙ.
Мармелад
650 грамм һырғанаҡ һутына (йомшағы менән) 350 грамм алма пюреһы алына.
Барыһын бергә ҡушып, өстән бер өлөшө ҡалғансы ҡайнатабыҙ ҙа тигеҙ һауытҡа йоҡа итеп һалып һыуытабыҙ.