Емештәрен йыйып алғас, ағастарҙың һәм ҡыуаҡтарҙың һынған, ҡороған, зарарланған ботаҡтарын ҡырҡабыҙ, яраларын һылайбыҙ. Төптәренә фосфор һәм калий ашламаһы һибеү яҡшы. Бының өсөн көл, суперфосфат, калий сульфаты, хлорлы калий ҡулланалар йәки кибеттән махсус көҙ көнө һибә торған ашлама һатып алырға мөмкин. Ҡойолған емештәрҙе компосҡа һалабыҙ. Ағас-ҡыуаҡтар тирәләй ҡырҡыу еҫле әрем, бәрхәт гөлө, перилла үләндәре, һуған йәки һарымһаҡ ҡабығы һалып сығыу ҡоротҡостарҙы ҡыш сығыу өсөн икенсе урын эҙләргә мәжбүр итер. Ҡурай еләгенең быйыл емеш биргән ботаҡтарын (улар көрән төҫтә була) ҡырҡабыҙ.
Яңы үҫентеләрҙе ағастарҙың япрағы ҡойолғандан һуң ултыртыу яҡшы. Ҡыш бик һыуыҡ булғанда, үҫентене яҙға тиклем күмеп һаҡларға мөмкин.
Башҡа йәшелсәләр йыйылып бөтһә лә, ҡышҡы сортлы кәбеҫтәләр үҫеүен дауам итә әле. Ямғыр артыҡ күп яуғанда ярылмаһын өсөн уларҙы күсәненән тотоп, саҡ ҡына борғолап алырға кәңәш итәләр, былай иткәндә ваҡ ҡына тамырҙары өҙөлөп, һыуҙы һурыуы кәмей.
Георгин, хризантема, рауза, гортензия, йондоҙ сәскә (астра), рудбекия, флокс ҡырау төшкәнсе күркәмлеген юғалтмай. Күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең сәскәләрен әле ҡырҡыу кәрәкмәй – улар яңыһын үҫтереү өсөн көсөн сарыф итмәһен, ә ҡышҡа әҙерләнһен. Уларҙың төбөнә көл һибәләр (1 квадрат метрға
1 стакан), мульчалайҙар. Тик был гортензия, рододендрон, вереск кеүек әсе тупраҡты яратҡан сәскәләргә ҡағылмай.
Сөмбөл (гиацинт), ләлә, лилиә, нәркәс, крокус, умырзая кеүек һуғанбашлыларҙы сентябрҙә йә октябрҙә ултырталар. Көндәр йылы көтөлһә, ашығыу кәрәкмәй.
Көҙгө монар, һыуыҡ ысыҡ бәшмәкле ауырыуҙарҙың ҡотороуына килтерә. Шуға ла фунгицидтар менән эшкәртеү ҡамасауламай. Бигерәк тә раузаларға ҡышҡылыҡҡа көс туплап инеү өсөн был мөһим.
Ә ҡышҡы һалҡынға сыҙамаған георгин, гладиолус, ацидантера, гальтония, монтбрецияларҙың бүлбеләрен ҡаҙып алып, киптерәбеҙ ҙә һаҡларға һалабыҙ.
Сентябрь – күп үҫемлектәрҙең орлоҡтарын йыйып алыу осоро ла. Стратификация талап иткән орлоҡтарҙы ҡар аҫтына сәсеп ҡалдырырға онотмайбыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа адонис, астра, алиссум, тырнаҡ гөлө, космея, эшшольция кеүек сәскәләрҙе сәсеп ҡалдырһағыҙ, улар яҙын бер нисә аҙнаға алдараҡ шытып сығыр һәм иртәрәк сәскә атып ҡыуандырыр. Һыуыҡҡа сыҙамлы булһалар ҙа, орлоҡтарҙың бер өлөшө юҡҡа сығыу ихтималлығына әҙер булыу кәрәк, шуға ла йышыраҡ сәсергә кәңәш ителә.
Йылытманы таҙартып, дезинфекциялайҙар, яҡшылап елләтәләр. Тупрағын да эшкәртеп ҡаҙыйҙар йәки алмаштыралар.
Быйылғы уңышлы осорҙарҙы һәм, киреһенсә, уңышһыҙ тәжрибәне теркәп ҡуйып, анализлау, киләһе йылға ниәттәр ҡороу ваҡыты ла ул көҙ һәм ҡыш айҙары.