Гортензия яҡты яратһа ла, артыҡ эҫелә күркәмлеген юғалтыуы бар. Шуға ла уның өсөн иртән һәм кис ҡояш төшкән, ә көндөҙгө эҫелә күләгә урынды һайлау яҡшы.
Сәскә үҫентеһен яҙ йәки көҙ ултыртыу – иң уңайлыһы. Тупрағы менән күсергәндә иһә үҫентене ҡайһы ваҡытта ултыртһағыҙ ҙа
ерегеп китер. Уны ботаҡтарынан үрсетеү еңел. Ҡырҡып алып, стимуляторға манып алалар ҙа ғәҙәттәгесә тамырландыралар. Ҡыуаҡты бүлеү ысулы менән дә яҡшы үрсей. Орлоҡтан үҫтереү иһә оҙағыраҡ ваҡытты ала.
Гортензия ултыртыу өсөн һәр яҡлап ярты метрлап соҡор ҡаҙыла. Әлбиттә, уның ҙурлығы тамыр системаһына, тупраҡ үҙенсәлектәренә ҡарап үҙгәрергә лә мөмкин.
Был сәскә 4,5 – 5 рН әселектәге тупраҡты ярата. Баҡсалағы тупраҡтың әселеге аҙ булһа, ылыҫлы ағастар аҫтынан алынған тупраҡ йәки шундай уҡ ағастың бысҡы вағын, ҡыҙыл торф һалырға мөмкин. Ә инде ауыр, уңдырышһыҙ тупраҡ өсөн ошондай ҡатнашма әҙерләргә була: 2 өлөш тупраҡҡа 2 өлөш серетмә, 1 өлөш йылға ҡомо, 1 өлөш ҡыҙыл торф ҡушалар. Көл, эзбиз һалыу һис кенә ярамай.
Үҫентене ултыртҡандан һуң тирә-яғын 5 – 7 сантиметр ҡалынлығында торф, бысҡы вағы йәки ваҡланған ағас ҡайыры менән ҡапларға мөмкин. Мульча, дымдың юғалыуынан һаҡлап, тупраҡҡа ла әселек өҫтәп торор.
Гортензия һыу ярата. Даими, аҙнаһына бер тапҡыр биҙрә ярым һыу һибеү килешә.
Уңдырышлы тупраҡҡа ултыртылған сәскәләр бер нисә йыл туҡландырмайынса ла яҡшы үҫә. Ниндәйҙер матдәләр етмәгәнен иһә сәскәләренең ваҡланыуына ҡарап белеп була. Туҡландырыу өсөн махсус препараттар алырға мөмкин. Яҙ көнө ошондай иретмә менән туҡландырырға мөмкин: 15 литр һыуға 10 грамм мочевина, 15 грамм суперфосфат, 15 грамм калий сульфаты һалып иретәләр.
2-3 йәштән гортензияның ботаҡтарын ҡырҡып матурлап торорға кәрәк. Быны яҙ үҫемлек буйлап һут йөрөшө башланғансы йәки сентябрь айында башҡарыу яҡшы. Ошо ботаҡтарҙан яңы ҡыуаҡтар үрсетергә мөмкин.
Ағас һымаҡ һәм һепертке башлы төрҙәре һыуыҡҡа сыҙамлы тип һаналһа ла, ҡышҡылыҡҡа ҡаплап ҡуйыу ышаныслыраҡ.
Гортензия төҫөн үҙгәртеү һәләтенә лә эйә. Алһыу сәскәле ҡыуаҡтың төбөнә ҡыҙыл торф, лимон кислотаһы йәки башҡа тупраҡты әсетә торған нәмә һипһәгеҙ, сәскәләре күкһелләнеп китер. Уларҙы ҡыуаҡтың бер яғына ғына һибеп, бер үк үҫемлектә бер нисә төҫмөрҙәге сәскә үҫтереү ихтималлығы ла бар. Аҡ сәскәләр йөҙөн үҙгәртмәй.