Вермикулит – минерал, экологик яҡтан таҙа, тәбиғи материал. Үҫемлектәргә яҡшы үҫешергә булышлыҡ итә, кальций, магний, калий, алюминий, тимер, кремний окистарына бай. Баҡсасылыҡта ҡулланылған вермикулит тәүҙә юғары температура аҫтында эшкәртелә. Ныҡ күҙәнәкле булыуы тупраҡты һауа менән тәьмин итергә булыша – ул ҡатмай. Вермикулит ҡушыу үҫемлектәрҙең тамыр үҫешенә яҡшы тәьҫир итә. Башта ул артыҡ дымды үҙенә һурып ала, ә аҙаҡ, киреһенсә, уны бүлеп сығара.
Минераль матдәне орлоҡтарҙы шыттырыр өсөн дә файҙаланалар. Бының өсөн орлоҡтарҙы еүеш вермикулит менән бутайҙар ҙа полиэтилен ҡапсыҡҡа һалалар, йылы урынға ҡуялар. Шытҡас, 2 өлөш тупраҡтан, 1 өлөш вермикулиттан торған ҡатнашмаға сәсәләр.
Орлоҡтарҙың тиҙерәк шытып сығыуына, үҫентеләрҙең яҡшыраҡ үҫеүенә булышлыҡ итә, уларҙың тамыры сереүенән һаҡлай вермикулит. Уны гөл ултыртҡан тупраҡҡа ла, йәшелсә үҫентеләренә лә ҡушалар.
Сыбыҡсаларҙы тамыр ебәреп үрсетеү өсөн 1 өлөш торфҡа 1 өлөш вермикулит һалалар.
«Татлы боростоң япраҡтары бөрсөкләнеп, күпереп сыҡҡандай булды. Был ҡурҡыныс ауырыумы, әллә ҡоротҡостар эшеме?»
Гөлгөнә,
Баймаҡ ҡалаһы.
Борсолмағыҙ, ул ҡурҡыныс ауырыу түгел. Боростоң япраҡтарында һыу бөрсөктәре йыйылып торған кеүек булһа ла, тотоп ҡарағанда улар ҡаты. Үҫемлек үҙе һарғаймай, төҫө матур килеш ҡала. Бөрсөктәр бер йәки бер нисә япраҡта осрай. Был күренеште оэдема (оеdema латин теленән «шешеү, елһенеү» тип тәржемә ителә) тип атайҙар. Шыйыҡса үҫемлектең туҡымаларында, күҙәнәктәр араһында йыйыла.
Оэдема башланыуҙың сәбәбе һауа һәм тупраҡтағы температураның тотороҡло ғына булмауына бәйле. Мәҫәлән, йылы көндә боросҡа һыу һибеп, төндә температура артыҡ һыуытып китһә, барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Был бәлә менән көрәшеү өсөн махсус саралар юҡ. Һыуҙы дөрөҫ һипкәндә, һауа температураһы тотороҡло булғанда яңы япраҡтар һау-сәләмәт булып сыға.
«Йылытмала тупраҡтың өҫтө йәшелләнә лә китә. Сәбәбе ниҙә икән?»
Әхмәт,
Балаҡатай районы.
Ундай хәл тупраҡ артыҡ дымлы булғанда осрай. Ер аҫты һыуҙарының өҫтә урынлашыуы, йыш һәм күп итеп һыу һибеү ҙә тупраҡтың йәшелләнеүенә килтерә. Шулай уҡ теплицаны яҡшылап елләтеп торорға онотмаҫҡа кәрәк.
Ныҡ әсе тупраҡ шундай төҫ ала торған. Самаһыҙ ашламалар ҙа сәбәп булыуы ихтимал.
Тәү сиратта, әлбиттә, ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Тупраҡтың өҫкө өлөшөн 30 сантиметр ҡалынлығында алып, яңы тупраҡ һалыу яҡшы. Гәрсис сәсеү, көл һибеү ҙә ярҙам итә.