-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
26 Апрель , 10:40

Иң өлгөр еләк

Айыу баланы – баҡсала иң иртә өлгөргән емештәрҙең береһе, ҡайһы бер сорттары июнь башында уҡ, хатта еләктән дә алда бешә. Наҙлы, татлы, шул уҡ ваҡытта әскелтемерәк еләк бик файҙалы, ул С витаминына, органик кислоталарға, С, В төркөмө витаминдарына, Р-әүҙем матдәләргә, фолий кислотаһына, микроэлементтарға бай. Организмдың ҡартайыуын тотҡарлай торған «йәшлек гены» барлығын да билдәләйҙәр.

Иң тәүҙә үк шуны әйтеп үтергә кәрәк: беҙҙең урмандарҙа үҫкән ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары еләкле айыу баланын ашарға ярамай – улар ағыулы. Ашай торған төрөнөң емештәре оҙонса, ҡарағусҡыл күк, төҫө менән көртмәлене хәтерләтә.
Шәкәр менән бутап ашаһаң, әсеһе кәмей, телде йоторлоҡ була. Унан джем, желе, кеҫәл, туңдырма әҙерләйҙәр, бәлеш эслеге итеп тә файҙаланалар. Турамаға ҡушҡанда ул йомшаҡ сыр, йәшел тәмләткес үләндәр менән килешә. Ҡышҡылыҡҡа шәкәргә бутап, киптереп, туңдырып һаҡларға була.
Ҡыуаҡ артыҡ ҙур түгел, оҙонлоғо – 1,5 метр самаһы. 15 – 17 йыл бер урында үҫә ала. Ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарҙы ла еңел үткәрә, ә сәскәләре 7 градус һалҡынға ла бирешмәй. Айыу баланы үҙ аллы үрсей алмай, шуға ла юғары уңыш алыу өсөн 2-3 сортты бергә ултыртырға кәрәк.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: