Өй янында суҡ-суҡ булып ултырған уттай ҡыҙыл миләшкә ҡарап һоҡланам. Был матур емештәрҙән ниндәй ризыҡтар әҙерләргә була? Шифаһы бармы?
Гүзәл.
Йәрмәкәй районы.
Ҡыҙыл миләштең файҙалы сифаттары күп. Органик кислоталарға, витаминдарға, минералдарға бай ул. Егәрле хужабикәләр унан компот, ҡайнатма, джем, желе, соус һәм башҡа тәғәмдәр әҙерләй. Шулай уҡ башҡа төрлө емеш-еләк менән ҡушып үҙенсәлекле тәмлекәстәр эшләп була.
Миләш ҡайнатмаһы. 1 килограмм миләшкә 1 килограмм ярым шәкәр, 2 стакан һыу алабыҙ. Миләште йыуып, шәкәр, һыу һалып бутайбыҙ ҙа төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Иртән сиробын һарҡытып алабыҙ ҙа ҡайнатабыҙ, шунан, һыуытып, тағы емештәр өҫтөнә һалабыҙ. Һигеҙ сәғәттән утҡа ҡуябыҙ ҙа әҙер булғансы ҡайнатабыҙ.
Повидло. 1 килограмм миләш иҙелмәһенә 5 килограмм алма иҙелмәһе, 4 килограмм шәкәр алына. Бөтәһен бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа әҙер булғансы ҡайнатабыҙ.
Шәкәрле миләш. 1 килограмм миләшкә 2 килограмм шәкәр, 1 литр һыу, 3-4 ҡалаҡ тоҙ кәрәк. Миләштең өҫтөнә ҡайнар тоҙло һыу ҡоябыҙ ҙа 5 минут тотабыҙ. Һалҡын һыу менән сайҡатып, һарҡытабыҙ ҙа иҙәбеҙ йә ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр һалып бутайбыҙ ҙа 4 – 6 сәғәткә һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ. Шәкәр иремәһә, талғын ғына утта тотабыҙ. Һалҡын урында һаҡлайбыҙ.
Миләш оно. Миләште киптереп, онтайбыҙ (ҡәһүә онтағыс менән мөмкин). Был онтаҡты кеҫәлгә, кондитер ризыҡтарына, бутҡаларға, башҡа аҙыҡҡа ҡушырға була, ул әсерәк тәм бирә.
Фарингит, ларингит ауырыуҙары мәлендә миләш һуты менән тамаҡты сайҡаталар. Бының өсөн 1 ҡалаҡ һутты 1 стакан ҡайнар һыуға һалып болғаталар.
Икенсе ысул: 2 балғалаҡ киптерелгән емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, 1 сәғәт төнәтәләр, шунан һөҙәләр.
Бөйөрҙәр ауыртҡанда көнөнә 3-4 тапҡыр 1 ҡалаҡ миләш һутын ашарҙан алда эсәләр.
Миләштең япраҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы иҙеп, бәшмәк ауырыуҙары мәлендә боҙолған урындарға ябалар. Көн һайын алмаштырып торорға кәрәк.
Дауалау сараларын үҙ аллы ҡулланмау хәйерле. Уларҙың килешер-килешмәҫе хаҡында табип менән кәңәшләшеү зарур.
Үрмәксе ауы талпаны ялҡытты, гөлдәремә үҫергә ирек бирмәй. Нисек ҡотолорға икән?
Гөлдәр.
Миәкә районы.
Үрмәксе ауы талпаны – бик бәләкәс ҡоротҡос, ул 0,3 – 0,6 миллиметр ғына ҙурлыҡта була. Ғәҙәттә, барлыҡҡа килгәнен тиҙ генә күреп тә өлгөрмәйһең, үҫемлектәрҙең япраҡтары һарғая, ҡойола башлағас, ныҡлап баҫып алғас ҡына күренә. Талпандар гөлдөң һуты менән туҡлана һәм үҫеүен туҡтата, бигерәк тә йәш япраҡтар зарар күрә. Үрмәксе ауы талпандары йорт хайуандары менән, йә йәшелсә-емешкә «эйәреп», йә тәҙрә аша осоп инергә мөмкин. Магазиндан алынған гөл менән ҡайтыуы ла бар.
Гөл һатып алһағыҙ, башта эшкәртеп, ике аҙна самаһы уны карантинда тотоғоҙ. Ҡоротҡос баҫып алһа инде акарицидтар йә инсектоакарицидтар менән эшкәртергә ҡала. «Санмайт», «Ниссоран», «Оберон», «Масай», «Энвидор», «Вертимек», «Флумайт», «Аполло», «Фуфанон», «Фитоверм», «Данадим Эксперт», «Ортран», «Оберон Рапид», «Аники», «Морестан», «Каратэ Зеон», «Вертимек», «Акринатрин», «Тетрадифон» препараттары ярҙам итә. Эшкәртеүҙе 5-6 көн аша 3-4 тапҡыр башҡарырға кәрәк. Ҡоротҡостар өйрәнмәһен өсөн, препараттарҙы алмаштырыу яҡшы. Бер гөлдә талпандар күренһә, бөтә үҫемлектәрҙе лә эшкәртеү тәҡдим ителә. Шулай уҡ өйҙө яҡшылап таҙалап сығырға кәрәк, тәҙрә ҡорғандарын да йыуыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.