0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
23 Июнь 2023, 11:55

Ышыҡта – ынйы ысыҡ

Йәшелсә-емеште, сәскәләрҙе ғәҙәттә яҡты, ҡояшлы урынға сәсергә тәҡдим ителә. Тик баҡсала, бигерәк тә ҡала янындағы алты сутый ерҙә көнө буйы ҡояш төшкән урынды ҡайҙан табаһың? Өй, мунса йә һарай артында, кәртә буйында, ағас күләгәһендә ниндәй культуралар үҙен яҡшы тоя һуң?

Ышыҡта – ынйы ысыҡ
Ышыҡта – ынйы ысыҡ

Пекин кәбеҫтәһе өсөн бер аҙ һалҡынса һауа файҙаға ғына булыр. Ә брокколи иртән ҡояш нурҙарына «иркәләнеп», көндөҙ күләгәлә «ял итергә» ярата.
Күп йыллыҡ һуғандарҙың ҡыяҡтары күләгәле урында һутлыраҡ тәм ала.
Шулай уҡ ышыҡта ирәүәндең (ревень) дә һабаҡтары йомшағыраҡ, тәмлерәк була.
Шәфәри (петрушка), әнис (укроп), руккола, бөтнөк (мята) туҡтауһыҙ ҡояш төшкәнен өнәмәй.
Керән дә тура төшкән ҡояш нурҙарына мохтаж түгел.
Ҡуҙаҡлылар ярым күләгәне, дымлы тупраҡты үҙ итә.
Ҡыуаҡтарҙан барбарис, бүре емеше (бирючина), вейгела, тис күләгәне ярата. Зелпе (бересклет) ҡояштан ышыҡта үҙен яҡшыраҡ тоя. Айыу баланына (жимолость) ла шундай шарттар кәрәк.
Күләгәләге сәскә түтәлдәрен яҙын мускари, зәңгәр умырзая (пролеска), зәғферән (крокус), нәркәс, ләлә, сөмбөл (гиацинт) кеүек һуғанбашлы үҫемлектәр биҙәр.
Хостаны «күләгә батшабикәһе» тип тә атайҙар.
Волжанка, астильба күләгәлә оҙағыраҡ та, сағыуыраҡ та сәскәгә күмелеп ултыра. Гелсәсәк (бузульник) тә күркәмләнә. Роджерсия, баҡса яраны, барвинок, астранция, таштишәр (камнеломка) уларҙы тулыландыра. Себер ирисының сәскә атҡандан һуң да япрағы матур булып ултыра.
Тағы ла маргаритка, рудбекия, хуш еҫле миләүшә, тал үләне (талдут, вербейник) кәртә буйын биҙәргә ярҙам итер. Лилейниктың затлы сорттары ҡояшты ярата, тәбиғи төрҙәре иһә күләгәлә лә күпереп үҫә. Матур япраҡлы бадан да ҡояшһыҙ урында үҙен яҡшы тоя.
Тап күләгәлә бар матурлығын асҡан декоратив ҡаҙаяҡтың төрҙәре күп, улар япраҡ формаһы, төҫө, ҙурлығы менән айырыла.
Рододендрон ярым күләгәлә һәйбәт үҫә. Көҙөн япраҡтары алтынһыу, ҡыҙыл төҫкә инеп, түтәлгә үҙенсәлекле йәм өҫтәй.
Төрлө шарттарҙа ла үҙен яҡшы тойған астранцияның аҡ йондоҙсоҡтары йәй буйына баҡсаны биҙәй .
Айыу емеше (купена) иң ҡараңғы урында ла яҡшы үҫә. Ынйыны хәтерләткән сәскәләре ҡарағусҡыл еләккә төйнәлә. Тик был сәскәне балалар булған ерҙә үҫтереү хәүефле – бөтә өлөштәре лә ағыулы.

 

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Егәрле ҡырмыҫҡаларҙы яратып «урман һаҡсылары» тип атайбыҙ. Баҡсала иһә улар һис көтөлгән ҡунаҡ түгел.
Ҡара ҡырмыҫҡалар урманды йығылған ағастарҙан таҙартыуға булышлыҡ итә, ә ихатала уларҙың ағас өйгә, йыһазға зыян килтереүе бар. Ерән ҡырмыҫҡалар тупраҡты фосфор һәм калий менән байыта, шул уҡ ваҡытта әселеген арттыра. Етмәһә, был егәрле бөжәктәр татлы емештәрҙе, сәскәләрҙе юҡ итә. Ҡырмыҫҡалар келәнең үрсеүенә лә булышлыҡ итә, хатта махсус үрсетә, сөнки улар бүлеп сығарған татлы шыйыҡсаны ярата.
Ҡырмыҫҡа ояһын икенсе урынға күсереп ултыртып ҡына ҡотолормон тимә, уларҙың инәләре бик төптә урынлаша. Баҡсаға бөтөнләй индермәйем, тиһәгеҙ, түтәлдәргә репеллент үҫемлектәр (бөтнөк, мелисса, шәфәри, мәтрүшкә, пәйғәмбәр тырнағы, бәрхәт, лаванда, әрем) сәсергә кәңәш ителә. Был – иҫкәртеү ысулы, ҡырмыҫҡалар инмәһен өсөн ҡулланылған алым, бөжәктәр баҫып өлгөрһә инде ярҙам итмәй.
Ҡырҡыу еҫле тәмәке, скипидар, карболка, кәрәсин еҫтәрен ҡырмыҫҡалар яратмай икән, бындай «хуш еҫ»тән ҡасалар. Ҡырмыҫҡа иләүенә әнис, һарымһаҡ һуты һеңдерелгән ағас онтағы, балыҡ баштарын һалыу хаҡындағы кәңәштәр ҙә осрай. Тик үҙегеҙгә лә ошонда йөрөргә тура килә бит әле.
Бурҙы (натрий тетрабораты) шәкәрле һыуға йәки ҡайнатмаға бутап, ҙур булмаған һауыттарға һалалар ҙа ҡырмыҫҡалар күп йөрөгән урынға ҡуялар. Тик ҡарап торорға кәрәк: балалар, йорт хайуандары йәки ҡоштар ашап ҡуймаһын. Шулай уҡ ямғырға ҡалһа, ул эшкинмәй.
Ҡырмыҫҡалар менән көрәштә биоинсектицидтар ҙа ярҙамға килә. «Био» тип яҙылыуы уның хәүефһеҙлеген аңлата, ғәҙәттә уларҙы баҡса культуралары сәскә атҡанда, хатта емеш биргәндә лә ҡулланырға мөмкин. Ҡырмыҫҡалар өсөн препараттар шул уҡ бур ҡушылып эшләнә. Уларҙы үҫемлектәр һеңдермәй, тирә-яҡ мөхиткә зарар килтермәй. Сироп, гель, гранула рәүешендәгеләре лә була.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: