-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
5 Июнь 2023, 12:10

Мөғжизәле йәшеллек

Бөгөн «ландшафт дизайны» тигән һүҙбәйләнеш әйләнешкә ныҡлап инә бара. Баҡсала мотлаҡ емеш биргән ағастар һәм ҡыуаҡтар ғына үҫергә тейеш, тигән фекер ҙә иҫкерә. Белгестәр декоратив төрҙәрҙең ниндәйен генә тәҡдим итмәй. Улар араһында ылыҫлы ағастар һәм ҡыуаҡтар айырым урын алып тора. Беҙҙең шарттарҙа киң таралғандары – шыршы, ҡарағай, аҡ шыршы. Әлбиттә, улар баҡсала бик матур күренә, тик күп урын талап итә. Ыҫпайыраҡ төрҙәренән артыш һәм туяның үҙенсәлектәре менән Өфө лимонарийы етәксеһе, танылған селекционер, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә САДИҠОВА таныштыра.

Мөғжизәле йәшеллек
Мөғжизәле йәшеллек

Артыш
Беҙ күреп өйрәнгән төрө «казак артышы» (Juniperus sabina) тип атала. Ул Көньяҡ Уралда киң таралған, реликт, йәғни борондан үҙгәрмәй килгән үҫемлек. Кипаристар ғаиләһенә ҡараған ағас тау баштарында, таш араһында ғәҙәттә түшәлеп үҫә. Туҡлыҡлы тупраҡлы баҡсала ул байтаҡҡа бейек буйлы була.
Башҡорт халҡында артыш изге ағастарҙан һанала. Уны өтөп ыҫлаһаң, ен-пәрей, сихыр килмәй, тип ышанғандар. Йортҡа шайтан кермәһен, балаларға зәхмәт ҡағылмаһын, тип ишеккә артыш таяғы ҡыҫтырып ҡуйғандар. Өйҙә йәш бала, әсә булғанда уны төтәткәндәр. Артыш ыҫы күҙ тейеүҙән килешә, тип һаналған. Уны шулай уҡ мәйет ятҡан бүлмәлә яндырыу йолаһы булған. Артыш имен ваба сиренән дауалау өсөн дә ҡулланғандар. Борон ҡыҙ бала өсөн бишекте артыштан яһағандар.
«Ҡәрсәйем артышҡа табына ине. Махсус иҫәпләүҙәр шуны күрһәтә: артыш араһындағы һауаның таҙалығы стерилләнгән операция бүлмәһендәгегә ҡарағанда 600 (!) тапҡырға таҙараҡ булып сыҡҡан. Быны белгәс, уның ысынлап та мөғжизәле икәненә, беҙҙең яҡтың хазинаһы булыуына инандым», – тип бүлешә Фәриҙә Вәли ҡыҙы.
Ябай артыш (Juniperus communis) ергә түшәлмәй, кипарис һымаҡ үҫә. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, «Башҡортостан» милли паркында, Дүртөйлө, Краснокама райондарында таралған был төрөнөң еләктәре ашарға яраҡлы, инглиздәр унан джин яһай. Мунсала миндек итеп ҡулланыу файҙалы.
Артышты урмандан ҡаҙып алыу – ярамаған эш. Был – ҡоротҡослоҡ, уның тамырланып үҫеп китеү ихтималлығы бик аҙ. Иң яҡшыһы – ботаҡтарынан тамырландырыу.

 

Сауыр (туя)
Көнбайыш туяһы (Thuja occidentalis) – интродуцент, ул беҙҙең урман-тауҙарҙа үҫмәй, бары 60-сы йылдарҙа индерелеп, Башҡортостандың тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған.
Сауырҙың төрө бихисап. Ботаҡ остары алтынланып торғаны, һары төҫтәгеһе, селтәрле зауыҡлы сорттары ла бар. Дуглас туяһы иһә пирамида рәүешендә булыуы менән күркәм. Сатырланып үҫеүсе төрҙәре лә матур.
Баҙарҙа йыш ҡына туяның брабант, смарагд тигән сорттары һатыла. Улар «йәшел кәртә» ҡорғанда бик уңышлы ҡулланыла. Тик башта яраҡлаштырып алыуҙы, яҡшы тәрбиә талап итә. Һатып алғанда ла беҙҙең шарттарҙа адаптация үткәнен һайлау зарур.

 

...Энәлекәйҙәр янында иң отошлоһо – газон үләне сәсеү. Яҙ сәскә атҡан нәркәс, ләлә, крокус, аквилегия, мускари ҙа матур күренә.

Йыл әйләнәһенә йәшел тороуҙары – төп үҙенсәлектәре. Улар һәр стилдә ойошторолған баҡсаға ла йәм өҫтәй. Ылыҫлылар үҫкән ерҙә тын алыуы еңел, улар һауаны таҙарта. Мәңге йәшел ағастар оҙаҡ йәшәй – йыл һайын яңыртаһы юҡ.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.

Мөғжизәле йәшеллек
Мөғжизәле йәшеллек
Мөғжизәле йәшеллек
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: