Ағастарҙа, ҡыуаҡтарҙа бер генә еләк тә, емеш тә ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Уларға ҡоротҡостар, ауырыуҙар эйәләп, яҙға сығыуы бар. Ашарға ярамаған емештәрҙе йыйып алып яндырыу йә ергә күмеү яҡшы.
Алманың, армыттың (груша) һуң өлгөрә торған сорттары ла сентябрь-октябрь айҙарында йыйып алына. Был уларҙың тәмен һаҡлау өсөн генә түгел, ағасҡа ҡышҡа әҙерләнергә ваҡыт биреү өсөн дә кәрәк.
Үҫемлектәр көҙөн дә туҡландырыуға мохтаж. Был мәлдә уларға башлыса фосфор менән калий кәрәк. Ашламаны шыйыҡ йә ҡоро килеш төбөнә һибергә мөмкин. Япраҡҡа һирпеүҙең файҙаһы юҡ, улар ҡатҡан, файҙалы матдәләрҙе үткәрмәй, һеңдермәй.
Көҙ артыҡ ҡоро килгәндә емеш ағастарына, ҡыуаҡтарына һыу һибәләр. Ҡоролоҡтан йонсоған үҫемлектәр ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамай, бирешеүе бар.
Япраҡтар ҡойолғас, ағастың тирә-яғын ҡаҙып сығалар. Шулай иткәндә, йылы ерҙә иркенләп кенә ҡышларға уйлаған зарарлы бөжәктәр, тулыһынса юҡҡа сыҡмаһа ла, байтаҡҡа кәмер.
Ағастарҙың төбөн көҙ йәки ҡыш башында ағартыу кәрәк. Бының өсөн фунгицидтар ҡушылған махсус баҡса буяуы һәйбәт. Был ағас ҡайырыһында ҡышларға яратҡан ҡоротҡостарҙан, ауырыуҙарҙан, яҙ еткәндә үтә сағыу ҡояш нурҙарынан һаҡлай. Аҡбур ышаныслы түгел, сөнки тәүге ямғыр уны йыуып төшөрәсәк.
Ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын көҙ ҡырҡыу уңайлыраҡ. Яҙ был эш менән шөғөлләнеү мәшәҡәтлерәк, мәлен тура килтереү кәрәк. Ҡарағат, крыжовниктың ҡартайған, көсһөҙ, дөрөҫ урынлашмаған ботаҡтарын алып ташлайҙар. Ҡурай еләгенең еләк биргән ботаҡтарын өҙәләр.
Еләк ҡышҡы һыуыҡты яҡшы үткәрә. Тик бының өсөн уның ҡар аҫтында булыуы шарт. Ҡыш ҡарһыҙ килгәндә торф, һалам, шыршы ботаҡтары менән ҡапларға мөмкин.
Ҡышын сысҡандар, ҡуяндар йәш ағастарҙың ҡайырыһын ашарға ярата. Уларҙан һаҡлау өсөн олондарын туҡылмаған материал менән урайҙар. Шулай уҡ шыршы ботағы, көнбағыш һабағы ҡулланалар. Ваҡ тишекле пластик сеткалар ҙа кимереүселәрҙән яҡшы һаҡлай, етмәһә, уны бер нисә йыл алмай торһаң да була.
Йылы түтәлдәрҙе лә көҙөн эшләп ҡуйыу йәтеш. Органик ҡалдыҡтар етерлек, файҙалан ғына.
Яҙға эшеңде кәмет
Яҙ – баҡсасы өсөн бик мәшәҡәтле осор. Эштең бер ни тиклемен кәметеү маҡсатында, ҡайһы бер йәшелсәләрҙе, сәскәләрҙе көҙ сәсеп ҡуйырға мөмкин. Көҙ бер культураны сәсеп, киләһе йылында ул өлгөргәс, икенсе тиҙ өлгөрә торған йәшелсә ултыртып, йылына ике тапҡыр уңыш алыусылар ҙа бар.
Ҡышты имен-аман үткән, сыныҡҡан үҫемлектәр артабан да ҡырауҙарға бирешмәй, сыҙамлыраҡ булыуы менән айырылып тора – тәбиғи һайлау үтеп, иң көслөләре генә сыға бит. Улар бер нисә аҙнаға иртәрәк өлгөрә. Тәрбиәләүе лә еңелерәк, сөнки яҙғы ҡар һыуҙары ерҙе һуғара, сүп үләндәре әле күпләп ҡаплап өлгөрмәй. Үҫемлектәр морон төрткәндә ҡоротҡостар уянмай әле, ауырыуҙар ҙа юҡ. Көҙөн орлоҡтар арзаныраҡ та була.
Көҙгө сәсеүҙең кире яҡтары ла бар. Ни тиһәң дә, көйәҙ тәбиғәттән ни көтөрҙө, һауа торошоноң нисек үҙгәререн тулыһынса алдан белеү мөмкин түгел. Шуға ла орлоҡтарҙың туңмаҫына йә, киреһенсә, ҡыш артыҡ йылытып ебәреп, алданып шытып сыҡмаҫына тулы ышаныс юҡ.
Бик ҡиммәтле орлоҡтарҙы яҙғылыҡҡа ҡалдырыу яҡшы.
Орлоҡтар яҙғы һыуҙар менән ағып китмәһен, серемәһен өсөн тигеҙ, ҡалҡыу урын һайлана. Шулай уҡ ерҙең ҡарҙан иртә асылыуы, ҡояш нурҙары мул төшөүе шарт. Яҙын ябырға кәрәк була ҡалһа, дуғалар ҡуйыу мөмкинлеге лә иҫәпкә алына.
Түтәлдәр алдан әҙерләнә. Ҡаҙып, сүп үләндәренең тамырҙары йыйып алына, файҙалы ашламалар һибелә. Ер тигеҙләнеп, кәрәкленән ике тапҡыр тәрәнерәк итеп (тупраҡ ултырғас, тейешле тәрәнлек барлыҡҡа килә) бураҙналар һыҙылып ҡуйыла. Быны ер туңғансы эшләү мотлаҡ. Шулай уҡ ҡоро тупраҡты алып, йылы урында һаҡлайҙар. Орлоҡтарҙы ер туңғас йә туңыр-туңмаҫ торғанда сәсәләр һәм алдан әҙерләп ҡуйған ҡоро тупраҡ менән күмәләр. Һыу һибеү талап ителмәй.
Көҙ сәсеү өсөн һалҡынға сыҙамлы сорттар алына. Орлоҡтар ҡоро булырға тейеш, уларға тик яҙын ғына морон төртөргә кәрәк бит.
Ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырғанда орлоҡтоң бер өлөшө юҡҡа сығырына әҙер булығыҙ. Шуға ла уны 1,5-2 тапҡыр күберәк тотоноу, йышыраҡ сәсеү кәңәш ителә.
Яҙын тупраҡтың өҫкө өлөшө тығыҙланыуы, ҡатыуы ихтимал. Шуға ла, орлоҡтарға шытып сығыуы ҡыйын булмаһын өсөн, түтәлдең өҫтөнә торф, серетмә һибеү яҡшы.
Ҡышҡылыҡҡа ниндәй культуралар сәселә?
Ләлә, зәғферән (крокус), нәркәс, сөмбөл (гиацинт, мускари) сәскәләре, иртә яҙҙан сағыу матурлыҡҡа күмелеп, күңелдәрҙе күтәрер.
Ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырылған кишерҙе июндә үк ашарға мөмкин. Уны ер туңыуға ике аҙна ҡалғас, йәғни тупраҡтың йылылығы даими +3 градус булғанда, сәсергә кәңәш итәләр.
Ҡар әрселеү менән витаминдар ашарға теләһәгеҙ, әнис (укроп), шәфәри (петрушка), кинза, салат, ҡуҙғалаҡты көҙөн сәсеп ҡуйығыҙ. Шәфәри һалҡынға сыҙамлы булыуы менән айырыла. Көҙ көнө үк килеп сыҡмаһын өсөн, уны ер туңыр-туңмаҫтан ғына сәсергә кәрәк.
Сейә, алма, армыт (груша), ҡара емеш, бөрлөгән, крыжовник, ҡарағат һәйбәт ерегә. Артыш, каштан, энәлек кеүек ҡыуаҡтарҙың тамыр системаһы ныҡлы түгел, шуға уларҙы, өшөмәһен өсөн, яҙғылыҡҡа ҡалдырып тороу отошло.
Һуғанды сентябрь аҙағында ултырталар. Кибеп йонсотҡан ваҡ һуған орлоғо ҡышҡылыҡҡа ултыртыу өсөн тап-таман. Башлы һуған өсөн бер сантиметр ҙурлығындағы орлоҡтар сәсеү кәңәш ителә, ә иртә яҙҙан ҡыяҡ ашап ҡыуанырға ниәтегеҙ булһа, 3 сантиметр ҙурлығындағыларына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Һарымһаҡ ер туңырға ай ярым ҡалғас ултыртыла.
Тәжрибәле баҡсасылар араһында ҡышҡылыҡҡа картуф, сөгөлдөр сәсеп ҡалдырыусылар ҙа бар. Әлбиттә, бының өсөн байтаҡ нескәлектәрен белергә кәрәк.
Стратификация талап ителгән сәскәләр өсөн иң йәтеш ысул – көҙөн сәсеп ҡалдырыу. Оҙон ҡыш дауамында орлоҡтар туңып, тәбиғи стратификация ала. Уларға миләүшә, аквилегия, күкбаш (синеголовник), терпекәй үлән (мордовник), дельфиниум һ.б. инә.
Йондоҙ сәскә (астра), адонис, зәңгәр сәскә, годеция, пәйғәмбәр тырнағы, космея, лаватера, флокс, эшшольция, бабасыр уты (горечавка), арабис, лаванда, меңъяпраҡ, ҡыңғырау сәскә, арабис, гайлардия, люпин, нивяник, пиретрум, бәрхәт сәскәләре ҡышты яҡшы үткәрә. Был исемлеккә үҙенән-үҙе сәселеп шытып сыға торған сәскәләрҙе өҫтәй алаһығыҙ.
Астильбаны, бруннераны, гейхераны, дельфиниумды, дицентраны, вербейникты, люпинды, рудбекияны, хостаны сентябрҙә бүлеп күсереп ултырталар.
Диморфотека, хризантема, цинния, обриета, ҡәнәфер, кореопсис, уймаҡ сәскә, төрлө төҫтәге дельфиниум (орлоҡтан), бәрхәт сәскәһен ҡышҡылыҡҡа сәсеү кәңәш ителмәй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.