-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
29 Август 2022, 15:23

Күңелле август мәшәҡәттәре

Ең һыҙғанып, билде биштән быуып тырышыуыбыҙ юҡҡа түгел, инде һөҙөмтәһен күрер көндәр етте. Хәстәрлек менән үҫтергән уңыштың бер өлөшөн йыйып та алдыҡ. Һуған, һарымһаҡ кеүек тиҙ өлгөргән культуралар урынын буш ятҡырмай, тағы ла ниҙәр сәсергә мөмкин?

Күңелле  август мәшәҡәттәре
Күңелле август мәшәҡәттәре

Редис. Был йәшелсә көндөң ҡыҫҡа булыуын ярата, шуға ла август айында, артыҡ эҫе булмағанда, ул бик шәп үҫә.
Шалҡан, торма. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн уларҙы тап июль-август айҙарында сәсергә кәңәш итәләр. Әүернә сәскәлеләрҙе яратҡан ҡоротҡостар һырып алмаһын тиһәгеҙ, агротуҡыма менән ҡаплап торорға була.
Йәшел тәмләткес үләндәр. Әнис (укроп), шәфәри (петрушка), салат, кресс-салат һәм башҡа хуш еҫле үләндәр өҫтәлдәрҙе йәшел витамин менән байытыуын дауам итә.
Шпинат та – тиҙ өлгөрә торғандарҙан.
Пекин кәбеҫтәһен тап ошо ваҡытта ултыртыу отошло, уның 50 көндә үҫеп етә торғанын һайларға кәрәк.
Борсаҡ. Тиҙ өлгөрөүсән сорттары ай ярымда ҡыуандыра.

 

Тупраҡты туҡлыҡлы матдәләр менән байытырға теләһәгеҙ, был түтәлдәр урынына сидераттар сәсергә мөмкин. Гәрсис, арыш, люцерна, борсаҡ, кәрешкә (вика), фацелия һәм башҡа үҫемлектәр үҫеү осоронда тупраҡты йомшарта, туҡлыҡлы матдәләргә байыта. Һуңынан уларҙы сабып, ҡаҙырға ҡала.

 

Еләк өсөн киләһе йылда емеш бирә торған бөрөләре әүҙем формалаша торған осор. Шуға ла уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Һыу һибергә, ашламаларға, төбөн йомшартырға кәрәк. Уларҙы ултыртыу өсөн дә яҡшы мәл – иң көслө, йәғни мыйыҡта беренсе торған үҫентеләрҙе әҙер түтәлдәргә күсереп ултыртһағыҙ, еңел генә ерегеп китер.

 

Үҫтергән уңышты йыйып алыу үҙе мәшәҡәт булһа, уны һаҡлау – тағы бер мәсьәлә. Йәшелсә-емеш ҡоро, елләтелгән, ҡараңғы урында һәйбәт һаҡлана. Һауа температураһының 0 – 15 градус йылылыҡта булыуы яҡшы. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға бер ере лә боҙолмаған, сәләмәт емештәрҙе һалалар. Шулай уҡ уларҙың ҡоро булыуы мөһим.
Йәшелсә-емештең тиҙ өлгөрә торғандары йәһәт уңыш алыу, шунда уҡ ҡулланыу өсөн уңайлы, әммә ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн бик бармай.
Һәр төр йәшелсәне айырым һауытта һаҡларға кәңәш ителә. Бары картуф менән сөгөлдөр генә бер-береһе менән килешә – сөгөлдөр, бәрәңгенән артыҡ дымды һурып, сереүҙән һаҡлай, шул сәбәпле үҙе лә кибеп ҡоромай.
Ваҡыты-ваҡыты менән һаҡларға һалған уңышты тикшереп торорға кәрәк. Серей башлағандарын мәлендә күреп алып ташлаһағыҙ, ҡалғандарына зыян тейеп өлгөрмәҫ.

 

Һарымһаҡты нисек һаҡларға? Был йәшелсә йыш ҡына йә кибеп, йә күгәреп йонсота. Бары иң ҡаты, бөтөн баштарын, тулыһынса кипкәс кенә, һаҡларға һалығыҙ. Өй шарттарында йә ҡала фатирында һаҡлаһағыҙ, иң һалҡын урынға ҡуйығыҙ, бының өсөн аш бүлмәһе тура килмәй. Ҡайһы бер тәжрибәле баҡсасылар һауытта тоҙ йә он эсендә һаҡлау яҡшы, тип ышандыра.

 

Ни генә тиһәң дә, беҙҙең яҡтарҙа помидорҙың бер ни тиклем өлөшөн йәшел килеш йыйып алып, яһалма рәүештә ҡыҙартырға тура килә. Эргәһенә банан һалһағыҙ, ул эште тиҙләтер, тип кәңәш биреүселәр бар. Тикшереп ҡарайыҡмы?
Әйткәндәй, йәшел помидорҙың ағыулы булыуы хаҡында бәхәстәр интернетта ҡуйырып тора. Белгестәр әйтеүенсә, бер ни тиклем ағыулы матдәләр күп үҫемлектәрҙә була икән. Томат эт ҡарағаты (пасленовые) ғаиләһенә инә, ул тилебәрән, ҡаразирә, эт ҡарағаты менән «туған». Шулай ҙа ашай торған томат ағыулы түгел. Бер юлы 300 йәшел помидор ашағанда ғына ағыуланып үлергә мөмкин.

 

Кишер ниңә ярыла? Төп сәбәбе – дымлылыҡтың тигеҙ булмауы. Һыуҙы бер һипкәндә – йөҙҙөрөрлөк итеп, икенсеһендә өҫтөн сылатырлыҡ ҡына һипһәгеҙ йә бөтөнләй онотһағыҙ, был мәсьәлә ҡалҡып сығыуы бар. Икенсе сәбәп – азоттың артыҡ булыуы. Шулай уҡ кишер тупраҡҡа ярайһы уҡ талапсан: уның артыҡ йомшаҡ та, артыҡ ҡаты ла булмауын ярата.

 

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: