-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
7 Август 2022, 11:15

Ҡыярға нимә етмәй?

Ҡыярҙың иң аҫҡы һәм иң өҫкө япрағын сағыштырып ҡарайбыҙ. Аҫҡыһы һарыраҡ булһа, үҫемлеккә туҡлыҡлы матдәләр етешмәй. Минераль йәки органик ашламалар һибергә ваҡыт.

Ҡыярға нимә етмәй?
Ҡыярға нимә етмәй?

Калий етмәһә, япраҡтарҙың ситтәре һарғая, йәшелсәләр үҙҙәре лампочканы хәтерләтә, кәкрәйә. 1 стакан көлдө 1 биҙрә һыуға һалып болғатып, бер көн тотабыҙ ҙа ҡыярға һибәбеҙ. Был ҡатнашмала шулай уҡ кальций күп. Калий сульфаты, монокалийфосфат йәки кибеттәге башҡа препаратты ҡулланырға мөмкин.
Магний етмәүе япраҡтың һыҙаттары башҡа ерҙәренә ҡарағанда ҡарараҡ төҫтә булыуында күренә.
Азот етмәһә, ҡыярҙың емеш һабағына яҡын өлөшө ғәҙәттәгесә ҡала, ә осо тар ғына була. Йәш япраҡтар бәләкәй була.
Япраҡтарында ҡояшта янған кеүек таптар булыуы – марганец етмәү билдәһе (үҫемлектәрҙең бөтәһе лә бер яҡтан таптарға күмелеүе ҡояшта яныуҙы билдәләй).
Үҫемлеккә етмәгән микроэлементты, инструкцияла күрһәтелгәнсә иретеп, япраҡтарына бөркәләр.

*Ҡыярҙы даими йыйып торорға кәрәк. Өлгөргән ҡыяр яңылары үҫеүенә ҡамасаулай, үҫемлектең ҡартайыуына килтерә. Ҡыярҙы иртән йәки кисен, һалҡынсараҡ саҡта өҙөргә кәрәк. Көндөҙ алынғаны кетерҙәп тормай, тиҙ боҙола.

*Бер һалҡын, бер эҫе булып торһа, ҡыяр көсөргәнеш кисерә. Үҫемлектәргә көс биреү өсөн гәрәбә кислотаһы иретмәһе ярҙамға килер. 2 грамм кислотаны 10 литр һыуға һалып болғатабыҙ. Ошо иретмәне үҫемлектәрҙең япрағына бөркәбеҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: