-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
6 Август 2022, 11:15

Сөгөлдөр серҙәре

Ниндәй сөгөлдөр тәмле булыр? Быны ашап ҡарамайынса ла белеп була, тип раҫлаусылар бар. Тамыраҙыҡ йә тулыһынса тупраҡҡа күмелеп үҫһә, йә «бөтә кәүҙәһе» менән ерҙең өҫтөнә сығырға ынтылһа, ул татлы була. Яртылаш – ерҙә, яртылаш һауала үҫкәне артыҡ шәрбәтле булмай, тиҙәр. Дөрөҫлөгөн бергәләп тикшереп ҡарайыҡмы?

Сөгөлдөр серҙәре
Сөгөлдөр серҙәре

Тәмле лә булһын, оҙаҡ һаҡланһын да өсөн нимә эшләргә? Азот ашламалары менән туҡландырыуҙы йәй уртаһына тиклем башҡарырға кәрәк. Компост, тиреҫ, йәшел үлән төнәтмәләренән эшләнгән ашламаларҙы артабан калийға байҙары алмаштыра. Шуны иҫтә тотоғоҙ: көлдө артыҡ ҡулланыу таҙ ауырыуының (парша) шашып китеүенә килтерә, шуға ла саманы онотмау хәйерле. 1 литр көлдө 10 литр һыуға һалып болғатабыҙ ҙа бер тәүлек тотабыҙ. Түтәлдәргә һибәбеҙ.
Сөгөлдөр татлы булып өлгөрһөн өсөн, бор кислотаһы ярҙамға килер. Ул йәшелсәгә ауырырға бирмәҫ. Был сараны сөгөлдөр үҫеүенең төрлө осоронда, уңыш йыйып алырға аҙ ваҡыт ҡалғанда ла ҡулланырға мөмкин. 10 грамм бор кислотаһын 10 литр һыуҙа иретәбеҙ. Түтәлдәргә һибергә, шулай уҡ пульверизатор ярҙамында бөркөп сығырға мөмкин.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: