-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
4 Август 2022, 11:15

Йәй буйы – йәшел һуған

Күп ҡатлы һуған. Уны «мөгөҙлө», мысыр йә канада һуғаны тип тә йөрөтәләр. Тәүге йылда ғәҙәти һуған кеүек ҡыяҡлана. Әйткәндәй, яҙ көнө ул иң алдан, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән морон төртә. Артабан ул сәскәгә бөрөләнә, тик сәскә урынында һуғанбаштар барлыҡҡа килә. Шул һуғанбаштарҙан тағы ла ҡыяҡ китә һәм шулай уҡ осонда һуғанбаштар үҫеп сыға. Шул рәүешле 2 – 5 ҡат барлыҡҡа килә. Һыуыҡҡа сыҙамлы, тамырҙары 1,5 метрға етә һәм тупраҡтың аҫҡы ҡатламдарынан һыу, туҡлыҡлы матдәләр ала.

Йәй буйы – йәшел һуған
Йәй буйы – йәшел һуған

Ҡыяҡтарын ғәҙәттәгесә ҡулланалар, ә һауала үҫеп сыҡҡан һуғанбаштарын маринадлайҙар (черри помидоры менән бигерәк матур күренә). Ә ер аҫтындағы «инә» һуғанды ашауға ҡулланмайҙар, уны бүлеп ултырталар.
Бер урында 5-6 йыл үҫтерәләр, артабан башҡа урынға күсерәләр. Күп ҡатлы һуған иртә яҙҙан алып ҡар яуғанға тиклем йәшеллеге менән ҡыуандыра.
Күп йыллыҡ Себер үҫемлеген яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә ултыртырға була. Асыҡ һауала үҫкән һуғанбаштарын август башында сәсһәң, ҡышҡа тиклем тамыр йәйеп өлгөрә. Һуғанбаштарҙы көҙ йыйып алып, ғәҙәттәгесә яҙ сәсергә лә мөмкин.
Әлегә Рәсәйҙә был һуған төрөнөң бер нисә сорты ғына теркәлгән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: