-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәп баҡса
3 Август 2022, 10:10

Уңыш өсөн көрәшергә кәрәк

Донъяның йәшеллеккә күмелеүен, йәшелсәләрҙең үҫеүен беҙ генә түгел, ҡоротҡостар ҙа көтөп ала. Шуларҙың береһе – лайлалы ҡусҡар. Ул үҫемлектең ер өҫтөндәге бар өлөшөн – япрағын, һабағын, емешен – ашай. Ҡусҡар көндөң эҫеһен күләгәлә, еүеш урында (ерҙе ҡаплап үҫкән сәскәләр төбөндә, таш-таҡта, мульча аҫтында) үткәрә лә, ҡояш байығас, барыбыҙ ҙа йоҡлап бөткәс кенә, «һунарға» сыға. Күптәр, был ҡоротҡостан тулыһынса ҡотолоп булмай, тигән фекерҙә. Шулай ҙа зыянды кәметеү юлдары бар.

Уңыш өсөн көрәшергә кәрәк
Уңыш өсөн көрәшергә кәрәк

Лайлалы ҡусҡарҙан нисек ҡотолорға?

Лайлалы ҡусҡар айырыуса үҫемлектең йәш, йомшаҡ япрағын ашарға ярата. Шуға ла үҫемлектәрҙе иртәрәк, ҡоротҡостар сыҡҡансы ултыртыу, сәсеү яҡшыраҡ. Ҙурайып өлгөрһә, бирешмәҫтәр тигән өмөт бар.
*Тәртип бер ерҙә лә ҡамасауламай. Баҡсанан иҫке таҡта, шифер киҫәктәрен, таштарҙы йыйып ҡуйыу лайлалы ҡусҡарҙың өйөн юҡ итеү менән бер.
*Бейек, ҡуйы булып үҫкән үләндәр ҙә ҡоротҡостар өсөн ҡасыу урыны булып тора. Ҡусҡарға уңайлыҡ булдырырға теләмәһәгеҙ, үләндәрҙе йыш сабып тороғоҙ.
*Лайлалы ҡусҡарҙың тәне наҙлы, йомшаҡ, шуға ла һәр төрлө нәмәгә бирешеп бара. Түтәл, йылытманың ян-яғына «кәртәләр» ҡуйырға мөмкин. Йомортҡа ҡабығын ваҡлап, үҫемлектәр тирәләй мул итеп һипһәгеҙ, осло ҡырҙары аша ҡоротҡос үтә алмаҫ. Бынан үҫемлеккә һис ниндәй зыян булмай.
*Калий монофосфатын да ҡоротҡостар яратмай. 1 квадрат метр ергә 10 грамм иҫәбенән иретеп, үҫемлек тирәләй һибеп сығырға мөмкин.
*Был маҡсатта суперфосфат та яҡшы. Тик уны бөтә үҫемлектәр ҙә (мәҫәлән, борос) яратмауын иҫтә тоторға кәрәк.
*Йылытманың тирә-яғынан ярты метр киңлектә һүндерелгән эзбиз һибеп сығыу ҙа һаҡлар. Ошоно уҡ компост соҡоро тирәләй башҡарырға була – лайлалы ҡусҡар сыға алмаҫ.
Был сараларҙың кире яғы шул – уларҙы ямғыр яуған һайын яңыртып тороу мөһим.
*Ҡоротҡос өсөн «ҡапҡан» эшләргә була. Һауытҡа әсегән компот йәки һыра һалып, ер тәңгәленә еткереп күмеп ҡуйырға кәрәк. Ҡоротҡостар еҫкә әүрәп, һауытҡа төшөр ҙә сыға алмаҫ. Йыйып алырға ғына ҡала.
*Лайлалы ҡусҡар күпләп йыйылған урынға 10 процентлы нишатыр спирты һибергә мөмкин. Быны бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк.

 

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: